Полиция музейында 100 меңенсе кеше бүләкләнде  Ҡаланың 16-сы мәктәбенең VI класс уҡыусылары менән осрашыу балалар ѳсѳн генә түгел, музей етәксеһе Александр Борисков ѳсѳн дә иҫтәлекле ваҡиғаға әүерелде. 1-02-2013, 14:43 / Тәртип һағында

Полиция музейында 100 меңенсе кеше бүләкләнде Ҡаланың 16-сы мәктәбенең VI класс уҡыусылары менән осрашыу балалар ѳсѳн генә түгел, музей етәксеһе Александр Борисков ѳсѳн дә иҫтәлекле ваҡиғаға әүерелде.

Белорет полицияһының тарихы һәм музейҙағы экспонаттар менән таныштырғандан һуң Александр Викторович ошо осрашыуҙың серен асты - класташы Настя Терентьева музейға килеүсе 100 000-се кеше. Ә Аня Алешина икенсе йѳҙ меңенселәрҙең беренсеһе булды. Ошо уңайҙан ҡыҙҙарға бүләктәр тапшырылды. Был традиция күптәнән бар. 40 йыл инде музей иҫтәлекле һанда килеүселәрен тәбрикләй. Музейҙың тәүге етәксеһе Николай Васильевич Чумиков баштан уҡ экскурсанттарына теүәл иҫәп алып барған. Шулай итеп, «матур» һан эйәләре лә музейҙа теркәлә....
МУТЛАШЫУСЫЛАР ЙОҠЛАМАЙ 21-01-2013, 09:53 / Тәртип һағында

МУТЛАШЫУСЫЛАР ЙОҠЛАМАЙ

Киң мәғлүмәт сараларында телефон ярҙамында алдау юлы менән граждандарҙың аҡсаларына эйә булыусы мутлашыусылар тураһында хәбәр иткәйнек инде. Шуға ҡарамаҫтан, Белорет полицияһының дежур бүлегендә көн һайын билдәһеҙ шылтыратыусыларҙың мәкерле ауына эләгеүселәр һаны арта бара. Еңел аҡса артынан ҡыуыусылар көн һайын тиерлек яңынан-яңы ысулдар уйлап таба. Мәҡәләлә шуларҙың киң таралғандарын ҡарап үтәйек....
Енәйәт тураһында ғаризаны тәртип һаҡлау органдарына нисек тапшырырға? 21-01-2013, 09:24 / Тәртип һағында

Енәйәт тураһында ғаризаны тәртип һаҡлау органдарына нисек тапшырырға?

Белорет район-ара прокурор ярҙамсыһы Артур САФИН аңлата: - Енәйәт тураһындағы ғаризала йәмғиәт ѳсѳн ҡурҡыныс тыуҙырған эш һәм уның эҙемтәләре тураһында мәғлүмәт булырға тейеш. Ғариза асыҡ, аңлайышлы яҙылырға һәм уның авторы мотлаҡ күрһәтелергә тейеш. Енәйәт тураһындағы аноним ғариза енәйәт эше ҡуҙғатыуға сәбәпсе була алмай. Шулай уҡ ғариза биреүсе, РФ УПК-һының 141-се статьяһы 4-се бүлегенә ярашлы, РФ Енәйәт кодексының 306-сы статьяһы буйынса ялған донос ѳсѳн енәйәт яуаплылығына тарттырыласағы тураһында ла иҫкәртелә....
Эштәре ауыр ҙа, яуаплы ла 18-01-2013, 15:56 / Тәртип һағында

Эштәре ауыр ҙа, яуаплы ла

2011 йылдың 15 ғинуарынан «Рәсәй Федерацияһының Тикшереү комитеты тураһында» 403-сѳ Федераль Закон кѳсѳнә инә. Бына инде икенсе йыл яңы орган һѳнәри байрамын 15 ғинуарҙа билдәләй....
Автомобилеңдән ҡолаҡ ҡаҡмайым тиһәң... 10-01-2013, 09:46 / Тәртип һағында

Автомобилеңдән ҡолаҡ ҡаҡмайым тиһәң...

Быны фильмдағы уйынлы пародия итеп ҡабул итмәй, ә автомобиль хужаларына ҡәтғи талап итеп әйтергә лә мѳмкин. Хужанан башҡа кем тимер аты тураһында ҡайғыртһын? Элекке заман кеүек бѳгѳн дә автомобилдәр, запас частар һәм башҡа аксессуарҙар енәйәтселәр ѳсѳн яҡшы табышҡа әйләнә. Йыл башынан район-ҡалала автомобилдәргә бәйле 26 урлау һәм талау осрағы теркәлде....
Янғын  аяуһыҙ! 11-12-2012, 15:17 / Тәртип һағында

Янғын аяуһыҙ!

Һуңғы осорҙа ҡалала янғын һаны ҡырҡа артты. Иң аяныслыһы - кешеләр һәләк була. Ошоға бәйле халыҡты янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре менән таныштырабыҙ....
Фатир йәшәргә яраҡһыҙ тип табылды 11-12-2012, 15:14 / Тәртип һағында

Фатир йәшәргә яраҡһыҙ тип табылды

Бер фатир хужалары идара итеүсе компанияға, муниципаль райондың Белорет ҡала биләмәһе хакимиәтенә дәғүә менән судҡа мѳрәжәғәт итте....
Күрше хаҡы штраф хаҡымы? 26-11-2012, 14:35 / Тәртип һағында

Күрше хаҡы штраф хаҡымы?

Заман башҡа, күршеләр ҙә башҡа, тип әйтергә була был суд ҡарары менән танышҡандан һуң. Йәмғиәтебеҙҙең сирле булыуын күрһәтеүсе тағы ла бер миҫал - күрше күршегә дуҫ, туған түгел, ә күп осраҡта бѳтѳнләй таныш булмаған әҙәм, йә иһә хас дошман, кѳндәш, тынғылыҡ бирмәгән тәртипһеҙ кеше һ.б. Дѳрѳҫѳн әйткәндә, хоҡуҡ тәртибе һағында тороусылар күршеләштәрҙең эштәрен ҡарауға ѳйрәнгән. Әммә ләкин эшһеҙҙәр, ярлы һәм байҙар арта барған йәмғиәттә, эскелек, наркомания, психик ауырыуҙар, битарафтар, берәҙәктәр һаны күҙгә күренеп арта. “Параллель донъя” тип аталған бер рейд мәҡәләһендә йәмғиәтебеҙҙә урам...
«Ҡулы оҙон» тынғы тапмаҫ 14-11-2012, 14:12 / Тәртип һағында

«Ҡулы оҙон» тынғы тапмаҫ

Бынан алда ла үтә ауыр енәйәт эшләп хѳкѳм ителгән ҡала кешеһе урлау һәм автомобилде ҡыуып алып китеүҙә ғәйепләнә. Ир кеше тәүҙә, автомобиль хужаһының тоҡандырыу йоҙағында асҡысын ҡалдырып китеүҙән файҙаланып, законһыҙ рәүештә автомобилде ҡулға тѳшѳрә һәм ҡыуып алып китә. Бер нисә кѳн үткәндән һуң ул тағы ла бер кешене туҡмап, ҡулдарын бәйләп, салбар кеҫәһенән аҡсаһын, тәмәкеһен һәм кеҫә телефонын, хатта ҡышҡы ботинкаларын һалдырып алып ҡаса....
Бәлә башы эскелектә 14-11-2012, 14:10 / Тәртип һағында

Бәлә башы эскелектә

Эсеп ултырған ике ир араһында бәхәс сығып китә һәм г-н М . шешәләшенә тәүҙә башы, һуңынан металдан эшләнгән кәстрүл менән һуға башлай. Ошо уҡ кѳндѳ, күпмелер ваҡыт үткәс, М. һаман тынысланмай һәм зыян күреүсене үлтерергә була. Үҙ теләген бойомға ашырыу маҡсатында ул шешәләшенең күкрәгенә 10 тапҡыр бысаҡ менән сәнсә. Был ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үлемгә килтерә....