Әгәр  торлаҡ-коммуналь хеҙмәтенән килһәләр… 26-10-2012, 13:48 / Тәртип һағында

Әгәр торлаҡ-коммуналь хеҙмәтенән килһәләр…

- Асығыҙ, был торлаҡ-коммуналь хужалығынан! Беҙгә счетчикты тикшерергә кәрәк! Тап ошондай һылтау менән ике йәш егет оло ғына ҡатындың фатирының ишеген ҡаҡҡандар. Ялған хеҙмәткәрҙәр хужабикәнең ышанысын яулау өсөн ЖКХ тарафынан бирелгән таныҡлыҡ та күрһәткән. Ҡатын документты тикшереп тормайынса, “хеҙмәткәрҙәрҙе” өйгә үткәргән. Береһе аш бүлмәһендә счетчикты ҡарағансы, икенсеһе ҡунаҡ бүлмәһендәге приборҙарҙы тикшергән. Күпмелер ваҡыт үткәс, йәнәһе, эштәрен тамамлап, егеттәр фатирҙан сығып та киткән. Тикшереүселәрҙе оҙатҡас, хужабикә ҡунаҡ бүлмәһенә йүнәлә. Унда аҡсаларын һаҡлаған быяла...
“Бер тырмаға ҡабаттан” баҫыу нимәгә килтерә? 15-10-2012, 15:16 / Тәртип һағында

“Бер тырмаға ҡабаттан” баҫыу нимәгә килтерә?

«Алло, һеҙҙең ейәнегеҙ юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙҙо, йәш ҡыҙҙы тапаны, уны яуаплылыҡтан ҡотҡарыр өсөн аҡса кәрәк буласаҡ…». Аҙна дауамында ҡалала йәшәгән 8 кешегә тап ошондай йөкмәткеле шылтыратыуҙар килгән. 78 йәшлек әбейҙең өй телефонына шылтыратҡан билдәһеҙ кеше үҙен прокуратура хеҙмәткәре тип таныштырған. “Килеп тыуған мәсьәләне” хәл итергә 150 мең һум аҡса кәрәклеген еткергән. Ейәненең артабанғы яҙмышы өсөн борсолоп, өләсәй өйҙә 30 мең һум ғына аҡса барлығын белдергән. Шылтыратыусы ошо суммаға риза булған һәм аҡсаны оҙаҡламай килеп етәсәк такси водителенә бирергә ҡушҡан. Әммә күп тә...
Хәйерһеҙ танышыу бәләһе 4-10-2012, 14:11 / Тәртип һағында

Хәйерһеҙ танышыу бәләһе

Хәҙер йәштәр Интернет аша “В контакте”, “Мой мир”, “Одноклассники” кеүек социаль селтәрҙәр ярҙамында танышыуҙар менән мауыға. Әбйәлилдән бер егет Белоретҡа ҡунаҡҡа килә һәм баҙарҙа һатыусы ҡыҙҙы оҡшата. Уның исемен-фамилияһын белгәс тә Интернет аша таба һәм бәйләнешкә инә. Күп тә үтмәй улар Белоретта осраша. Ҡыҙҙың яңы ғына скутерында йѳрѳп туйғас, осрашыу хѳрмәтенә һыра эсәләр һәм ҡыҙ егетте квартираһына саҡыра. Йәштәр осрашыуҙы ныҡлап «йыуырға” була....