Ҡулы оҫта - мең ота 10-11-2017, 12:25 / Ауыл тормошо

Ҡулы оҫта - мең ота

Тыуып үҫкән төйәгендә төпләнеп, атай нигеҙендә донъя көткәндәрҙең тормошо бәрәкәтлерәк була, тиҙәр. Шундай йәш ғаиләләрҙе эҙләп, сираттағы сәфәргә - Берештамаҡ ауылына юлланабыҙ. Асы ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы Әлфиә Сәйғәфәрова беҙҙе Шәфиға һәм Нияз Хөсәйеновтарға саҡырҙы. Ауылда тормош арбаһын гөрләтеп алға алып барған Хөсәйеновтар ғаиләһе - ауылдың йәме, тиһәң, һис тә арттырыу булмаҫтыр. Берештамаҡ ауылының йәмле Инйәр буйында, шул һиллекте боҙоп, тегеләй-былай үтеүсе поездарҙы йыраҡтарға илткән тимер юлы эргәһендә урынлашҡан ике ҡатлы йорт әллә ҡайҙан күренеп, үҙенә саҡырып...
Дәүләт үҙе, мә, тип тора 1-10-2015, 08:51 / Ауыл тормошо

Дәүләт үҙе, мә, тип тора

Ғәҙәттә, кешенең ниндәй маҡсат менән, нисегерәк йәшәүе ул йәшәгән мѳхиткә туранан-тура бәйле була. Эргә-тирәһендәгеләр әүҙем, дәртле булып, етеш тормошта кѳн күрә икән, күңелендә саҡ ҡына сәме, ғәме булғандар ундайҙарҙан ѳлгѳ алырға, улар артынан эйәрергә тырыша. Күбеһенсә милләттәштәребеҙ йәшәгән ауылдарҙа бындай кешеләрҙең күп булыуы, халыҡтың етеш, матур тормошҡа ынтылыуы күңелдә һоҡланыу уята. Ә инде булдыҡлылығы, егәрлелеге менән үҙенә генә түгел, башҡаларға ла файҙа килтергән кешеләрҙе ваҡытында күрә белгән һәм кәрәкле ярҙамын күрһәткән, кәңәштәрен биргән етәкселәр иһә бары тик маҡтауға...
Дѳрѳҫ маҡсат файҙа килтерә 21-09-2015, 09:22 / Ауыл тормошо

Дѳрѳҫ маҡсат файҙа килтерә

Ғәҙәттә, күп кенә ауылдарҙың социаль- иҡтисади хәле һәр ваҡытта ла бер тѳрлѳрәк була. Быларҙың барыһы ла эшһеҙлек, етешһеҙлек, демографик кѳрсѳк проблемалары тыуҙыра. Шуға күрә, ауыл кешеләренең мәшғүллеген тәьмин итеү, үҙ эшен асып, яңы эш урындары булдырыусыларға дәүләт тә ярҙам саралары күрһәтеүҙе, дѳрѳҫ социаль сәйәсәт алып барыуҙы күҙ уңында тота....
Баҙар бай ҙа ул, кеҫә һай шул 14-09-2015, 10:12 / Ауыл тормошо

Баҙар бай ҙа ул, кеҫә һай шул

Һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығын үҫтереүгә илебеҙ Хөкүмәте тарафынан ҙур иғтибар бүленә. Ошо тармаҡта бихисап маҡсатлы программалар эшләй. Уларҙы файҙаланып, крәҫтиән хужалығын киңәйтеүселәр, йә фермерлыҡ эшен башлауға йөрьәт итеүселәр ҙә әҙ түгел. Әммә башлыса үҙ йүнен үҙе күреп ғәҙәтләнгән ауыл халҡы әүәлгесә мал тотоп, йәшелсә үҫтереп көн күреүҙе хуп күрә. Биғәйбә, ауыл кешеһенә элекке (колхоз заманында) кеүек баш баҫып, аҡса эшләрлек эш урыны, шарттар ҙа юҡ шул. Шулай ҙа ҡаршылыҡтарҙы еңеп өйрәнгән, ныҡыш крәҫтиәндәр көткән малынан табыш алыу ниәтендә һәр төрлө юлдарға барырға мәжбүр, сөнки...
Тағы шул уҡ тырмаға баҫмайбыҙмы? 7-09-2015, 16:35 / Ауыл тормошо

Тағы шул уҡ тырмаға баҫмайбыҙмы?

Бѳгѳн беҙҙе, бигерәк тә ауыл кешеһен, ниндәй генә яңылыҡтар, закондар менән “ҡыуандырмайҙар” - иҫең китерлек. Быйыл ғына Таможня союзының техник регламентына ярашлы, һатыу ѳсѳн тәғәйенләнгән мал фәҡәт махсус урындарҙа һуйылырға тейешлеген белдерһәләр, һуңғы яңылыҡ та мал аҫрауға бәйле булды. Был юлы шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа мал һанын сикләмәкселәр....
Егәрле лә, дәртле лә Аҙналы ауылы халҡы 7-09-2015, 09:29 / Ауыл тормошо

Егәрле лә, дәртле лә Аҙналы ауылы халҡы

Был тормошта нисегерәк һәм ниндәйерәк йүнәлеш менән йәшәүҙе әҙәм балаһы үҙе хәл итә. Берәүҙәр алдына ҡуйған ниәт-маҡсаттарына ирешеү ѳсѳн әллә ниндәй кәртәләрҙе лә емереп үтә, икенселәре бәләкәй генә ҡыйынлыҡтар алдында ла ҡурҡып-ҡаушап ҡала. Кемдер тауҙай эштәр атҡарып та, тауыш-тын күтәрмәй баш баҫып йәшәүҙе хуп күрһә, ѳсѳнсѳләре зарланырға ярата. Ә шулай ҙа, заман ауырлыҡтарына бирешмәй, тешен ҡыҫып булһа ла, лайыҡлы йәшәргә, үҙ артынан матур эҙ ҡалдырырға тырышҡандары иғтибарҙы нығыраҡ йәлеп итә. Шуныһы ҡыуаныслы, районыбыҙҙа ауылдары менән тырыш, күптәргә ѳлгѳ булып торғандар етерлек....
Нәҫелдән килгән кәсеп 17-08-2015, 13:53 / Ауыл тормошо

Нәҫелдән килгән кәсеп

Ауыл ерендә эш юҡ, тип әйтеүселәргә аптырарһың. Бөтә мөмкинлектәр бар: мал-тыуар үрсетәм тиһәң, көтөүлектәр йәйрәп ята, сәсергә уйлаһаң, буш баҫыуҙар ҙа юҡ түгел. Сит яҡтарға сығып китеү ҙә кәрәкмәй, бары тик ҡыйыулыҡты эшкә ек. Ялҡаулыҡты ситкә ҡуйып, эшкә тотонһаң, ҡулыңдан барыһы ла киләсәк. Хәҙер йылҡысылыҡ, ҡымыҙ бешеү менән ҙур хужалыҡтар ғына шѳғѳлләнеп ҡалмай, бәләкәй шәхси хужалыҡтар ҙа шифалы эсемлек яһап рәхәтләнә, һатып алыусыларын да һѳйѳндѳрә....
Йәйҙең бер кѳнѳ йылды туйҙырыр 29-07-2015, 10:10 / Ауыл тормошо

Йәйҙең бер кѳнѳ йылды туйҙырыр

Бөгөн ауыл халҡы донъялағы үҙгәрештәргә лә, иҡтисади көрсөккә лә тыныс ҡарай. Күптәрҙең тормошҡа, иҡтисади проблемаларға ҡарашы үҙгәрҙе. Тырыштар, уңғандар баҙар иҡтисадына ла яраҡлашып, бынамын итеп донъя көтөргә өйрәнде, алма бешкәнен көтөп ятыуҙың урынһыҙ булыуын аңланы. Үҙ еренә берегеп, ауыл йәме булып йәшәгән уңған ғаиләләрҙең береһе - Һаруновтар хаҡында бөгөнгө мәҡәләбеҙ....
Быҙауҙы тана, тананы һыйыр иткәнсе эшләргә лә эшләргә 15-07-2015, 11:21 / Ауыл тормошо

Быҙауҙы тана, тананы һыйыр иткәнсе эшләргә лә эшләргә

Бѳгѳн кешелекте туйындырыу, сифатлы тормош булдырыу ѳсѳн ауыл хужалығының ни тиклем кәрәкле, мѳһим тармаҡ икәнен танымаған кеше ҡалмағандыр. Әлбиттә, был иң мәшәҡәтле һәм ҡайһы бер осраҡтарҙа үҙен аҡламаған ҡатмарлы тармаҡ. Иртә таңдан ҡара кискәсә баш күтәрмәй эшләп тә, ѳмѳт иткәнеңдән буш тороп ҡалыуың бар. Әммә халыҡты аҙыҡ- түлек менән тәьмин итеү ѳсѳн иҫәптең хисапҡа тура килеүен уйлап торорға ваҡыт юҡ. Ямғырына-ҡарына, һыуығына-эҫеһенә ҡарамай сәсергә, сәскәнеңде тәрбиәләп үҫтерергә кәрәк....
Бал ҡортоноң балы бар, балға хәтлем наҙы бар 4-07-2015, 06:56 / Ауыл тормошо

Бал ҡортоноң балы бар, балға хәтлем наҙы бар

Бөгөн бал ҡортоноң наҙы, улар йыйған балдың файҙаһы тураһында белмәгән кеше юҡтыр. Ҡортсолоҡ ауыл хужалығының мөһим тармағы ғына булып тормай, ә эшҡыуарлыҡ өлкәһендә лә ҙур үҫеш кисерә. Бал ҡортоноң файҙаһы хаҡында сит илдә лә яҡшы беләләр, мәҫәлән АҠШ, Канада, Австралияла юғары механизацияланған махсуслаштырылған умартасылыҡ өҫтөнлөк ала. Үзбәкстан Республикаһының иһә күптәнән инде апитерапия продукцияларын эшкәртеү буйынса Башҡортостан умартасыларының тәжрибәһен ѳйрәнгеһе килә....