“ЯҢЫ ТѲҘѲЛѲШ” ТАМАМЛАНДЫ

Яңыраҡ Сермән ауыл хакимиәте башлығы Айытбай Зәбир улы Әйүпов редакцияға шылтыратып, Сермән ауылын һыу менән тәьмин итеү буйынса бер планының осона сығыуы тураһындағы ҡыуанысы менән уртаҡлашты. Хәл торошо менән яҡындан танышыу ниәтендә Сермәнгә юлландыҡ. Зәбир улы кабинетында ине.

Форсаттан файҙаланып, ул компьютер аша Сермәнде һыу менән тәьмин итеү планын нисек бойомға
ашырыуы менән яҡындан таныштырҙы. Уның һыу үткәреү системаһының нисек эшләүенең нескә-ектәренә тиклем белеүе, шул уҡ ваҡытта компьютерҙа схемалар, пландар һыҙып, диңгеҙҙән күпме бейеклектә һыу скважиналары урынлашыуына тиклем иҫәпләп сығарыуы һоҡланыу тыуҙырҙы. Беҙ әңгәмәләшкән саҡта хакимиәт башлығы кабинетына “Водоканал” муниципаль унитар пред-приятиеһының районды һыу менән тәьмин итеү системаһы буйынса баш механигы Фәрит Кәбир улы Бикҡолов килеп инде. Үтеп барышлай хәл белешергә ингән икән. Белгес булараҡ, унан Сермәндә атҡарылған эштәргә ҡыҫҡаса байҡау яһауын һораныҡ.

- Сермәндә һыу селтәре бик иҫкергән. 2013 йылда Калинин һәм Дауытов урамдарында һыуға бәйле аварияларҙы бѳтѳрѳү маҡсатында 35 мәртәбә килдек. Бының ѳсѳн алты техниканы ҡыуырға кәрәк: КамАЗ, экскаватор, бульдозер, иретеп-йәбеш- тереү агрегаттары менән ҡорамалландырылған тех-помощь автомобиле, вакуумлы бочка менән һурҙыртҡыс машина һ.б. 40 йыл ятҡан һыу торбалары иҫкергән, шуға ла ѳлѳшләтә алыштырыу файҙа бирмәне. Быйыл 700 метр арауыҡтағы һыу торбаларын алыштырҙыҡ. Йәғни, 63 миллиметр диаметрлы полиэтилен торбалар һалдыҡ. Дауытов урамында тағы ла 230 метр арауыҡта торбаларҙы алыштырырға кәрәк, әле унда 100 миллиметр диаметрлы тимер торбалар ята. Салауат Юлаев урамында ла 260 метр оҙонлоғонда һыу селтәрен яңыртҡанда яҡшы булыр ине. Хәҙер һыу үткәргес Ҡайын, Вәисов, Мѳбәрәков, Тау башы урамдары аша үтеп, Калинин урамы менән тоташты. Әлеге ваҡытта Сермәнде ике скважина хеҙмәтләндерә. Механизатор урамындағы скважина а в т о м а т л а ш т ы р ы л ғ а н .

Бик уңайлы система, - тине Фәрит Кәбир улы. Бер ҡарауға еңел генә күренгән эш менән яҡындан таныша барған һайын ауыл хакимиәтенең ниндәй ҙур планды тормошҡа ашырыуына тѳшѳнәһең. Дүрт йылға һуҙылған эш артында туҡтауһыҙ эҙләнеүҙән, проекттар һыҙыу, килешеүҙәр тѳҙѳү, подрядсы ойошмаларҙы йәлеп итеү, финанс сығанаҡтар табыу кеүек күҙгә күренмәгән бихисап мәшәҡәттәр. Мәҫәлән, 2011 йылда Калинин — Дауытов - 286, Урманлы - Яланлы - 430, Механизатор — Вәисов урамдарына 650 метр һыу торбалары һуҙғандар. 2012 йылда Вәисов һәм Мѳбәрәков - 447, 2013 йылда Мѳбәрәков — Тау башы - 530, 2014 йылда Тау башы - Калинин урамдарына 540 метр оҙонлоғонда һыу үткәргәндәр. Йәғни, дүрт йылда бѳтәһе 2883 метр һыу селтәре һуҙылған. Шул уҡ ваҡытта яңы идара итеү станцияһы урынлаштырыла. Һәр урамда янғынға ҡаршы гидранттар ҙа ҡуйылған. Был эштәрҙе атҡарыу ѳсѳн ошо йылдарҙа ауыл хакимиәте бюджетынан 1 641 143 һум 20 тин аҡса сарыф ителә. Ер ҡаҙғандан һуң боҙолған юлдарға таш түшәп, тигеҙләү эшенә “Урал” ПКС-ы (етәксеһе Рәүф Тайфур улы Хәлитов) хеҙмәткәрҙәрен йәлеп иткәндәр.

Мансур һәм Илсур Ғаззаловтар, Айгиз Исмәғилев, Рәсүл Сафин, Фуат Килмѳхәмәтов был эштәрҙә актив ҡатнашҡан. Сермәндә һәләтле кешеләр күп. Һыу үткәргән саҡта асфальт ҡатламын боҙмаҫ ѳсѳн ауылдың уйлап табыусылары Закир Мәғәфүров, Айҙар Шәйхетдинов, Рәил Вәлиуллин махсус ҡорамал уйлап тапҡан. Йәғни был агрегатты тракторҙың гидравлик системаһына тоташтырып, бер тѳн эсендә асфальт аҫтынан 2 метр 10 сантиметр тәрәнлектә тишек эшләп, һыу торбаһын сығарғандар. “Был ҡорамал бик уңайлы булды, юлды боҙмайынса ғына һыу үткәрҙек”, - ти Айытбай Зәбир улы. Закир Мәғәфүров, Салауат Ғарипов, Илгиз Хәйретдинов, Азамат Фәйзуллин юл тѳҙѳүҙә әүҙем ҡатнашҡан. Техника һәм тяғыулыҡ менән Юлай Татлыбаев,

Артур Иҫәнбаев ярҙам иткән.
- Ошо дүрт йылда Сермәндәге һыу селтәрен бер бѳтѳн итеп тоташтырыу маҡсатында алып барған эштәрҙе “Яңы тѳҙѳлѳш” тип атаным. Бынан тыш, Башҡортостан Республикаһының “Аҙ ҡатлы тѳҙѳлѳш” предприятиеһы аша бойомға ашырылған икенсе проект ѳҫтѳндә эш тамамланмаған. Уны “Ѳлкән тѳҙѳлѳш” тип йѳрѳтәм. Ул республика ҡаҙнаһынан финанслана. Тѳҙѳлѳш аҡса бүлеүгә ҡарап дауам итәсәк. 2012 йылда быға 3 млн. һум аҡса бүленде, уның 2 млн. һумы эҙләнеү, тикшеренеү эшенә, 1 млн. һумы проектлауға тотонолдо. Проект тормошҡа ашһа, киләсәктә Урта Сермәндә Ҡояшлы, Заһиҙуллин, Исмәғилев урамдарына һыу селтәре үтәсәк һәм аҙаҡ ѳс система тоташасаҡ. Һыу автоматик рәүештә кѳйләнәсәк. Ауылда һыу селтәре оҙонлоғо тағы ла 3764 метрға артасаҡ. Ауыл хакимиәте бюджетына йыл һайын торлаҡ-коммуналь тѳҙѳлѳш ѳсѳн бүленгән аҡсаны киләһе йылдан Сермәндә газ үткәреү эшен дауам итеүгә йүнәлтергә уйлайым. Мѳбәрәков урамының ҡалған бер ѳлѳшѳнә, Механизатор, Исмәғилев, Салауат Юлаев, Заһиҙуллин урамдарына газ үткәреү ѳсѳн проект эшләтәсәкбеҙ. Проекттар, әлбиттә, бик ҡиммәт. Әммә халыҡтың кѳнкүрешен яҡшыртыу тѳп маҡсаттарҙың береһе булып тора, - ти Айытбай Зәбир улы.

“Урал” гәзитенең 24 июнендә сыҡҡан һанында “Бер хатта ике мәсьәлә” тигән мәҡәлә баҫылғайны. Унда Вәисов урамында йәшәгәндәрҙең йорттарына һыу килеп етмәүенә зарланыуы тураһында һүҙ бара. Һыу үткәреү буйынса тѳп эштәр тамамланғандан һуң беҙ тағы ла Вәисов урамы халҡы менән осраштыҡ.

Диләфрүз Ишдәүләт улы СӘҒИТОВА:
- Йәй проблемалар булды. Әлеге ваҡытта һыу яҡшы килә.

Камил Баҡый улы ҺАҘЫЕВ:
- Һыуҙан ҡәнәғәтбеҙ. Әлбиттә, йәйен һыуһыҙ ҙа ултырҙыҡ, улай ғына була инде. Эш бит.

Айрат Нәҙербай улы Дәү-ләткирәевтарҙа йәйен дә булғайныҡ, шуға был юлы ла улар менән осраштыҡ.
- Хәҙер һыу килеүе яҡшырҙы. Әле ҡәнәғәтбеҙ. Киләсәктә лә шулай булһын, - тине Айрат Нәҙербай улы. Айытбай Зәбир улы ауылды үҙәкләштерелгән һыу системаһы менән тәьмин итеү яҡлы. “Әлбиттә, һәр кем скважина ҡаҙҙырта ала, әммә был сифатлы һыу менән тәьмин итеүгә ышаныс тыуҙырмай. Үҙәкләштерелгән һыу системаһын махсус ойошма хеҙмәтләндерә, улар даими рәүештә һыу сифатын тикшертеп тора”, - ти ул. Сермәндәге һыу үткәреү “тарихы” менән ҡайһы бер хакимиәт башлыҡтары яҡындан танышып, үҙҙәрендә был тәжрибәне ҡуллана башланы. Бындай етәкселәргә “Афарин!” тип әйтергә генә ҡала.
Рәмилә МУСИНА.
Оставить комментарий