Ит тураусы Хажмѳхәмәт

Йәрминкәгә ит һатырға килгәндәрҙең уң ҡулы ул Хажмѳхәмәт Минниәхмәт улы Ҡотлоев, сѳнки бѳтәһе лә итте унан туратып ала. Ул бер кемдең дә һорауын кире ҡаҡмай, оҫта ҡулдары менән итте, һатып алыусыны ымһындырырлыҡ итеп, турап бирә.

Хажмѳхәмәт Минниәхмәт улы ғүмере буйы Белорет металлургия заводында прокатта эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас та шѳғѳлһѳҙ бер минут та тора алмаған ир-уҙаман баҙарға эшкә урынлаша. “Саба беләһең, тип, шунда уҡ алдылар”, - ти ул саҡтарҙы хәтерләп, Хажмѳхәмәт Минниәхмәт улы. Хажмѳхәмәт бабай тормош иптәше менән ике ул үҫтергән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әбейе бер нисә йыл элек вафат булған. Шулай ҙа ул тѳшѳнкѳлѳккә бирелмәй: йәй буйы урманға йѳрѳп дарыу үләндәре йыя, миндек бәйләй, ҡышын иһә улар менән һатыу итә. Буш ваҡыттарында балыҡсыларға ярата. Бына шулай, инде 84 йәшен ҡыуған Хажмѳхәмәт Минниәхмәт улы ғүмеренең һәр минутын файҙалы итеп үткәрә. Уның уңғанлығынан, тырышлығынан башҡа ир- егеттәр үрнәк алһын ине.
Р. МУСИНА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий