Мѳхәмәттәр башлыҡ менән осрашты

Сентябрҙәге һайлауҙан һуң Абҙаҡ ауыл Советы биләмәһенә яңы хакимиәт башлығы һайланды һәм был вазифаға Хәмзә Салауат улы Мѳхәмәҙиев тәғәйенләнде. Хәмзә Салауат улы хеҙмәт юлын тимер юлында башлай һәм 35 йыл ошо ѳлкәлә, иң ауыры тип һаналған Белорет участкаһында эшләй. 20 йыл тимер юл мастеры вазифаһын башҡара.

Үткән аҙнала хакимиәт башлығы Мѳхәмәт ауылы халҡы менән осрашып, ауылдағы проблемалар, халыҡтың йәшәйеше һәм яҡын арала хәл итергә кәрәк мәсьәләләр менән танышты. Осрашыуҙа Абҙаҡ, Мѳхәмәт ауылы старосталары, депутаттар, ауыл халҡы ҡатнашты. Мѳхәмәттәр яңы етәксенән иҫкергән электр бағаналарын алыштырыу, яңы тѳҙѳлѳп ятҡан күпергә йѳк машиналарын индермәү ѳсѳн билдә, ауыл осона аншлаг ҡуйыу, Үҙәк район клиник дауаханаһының баш врачы Е.В. Кустовҡа мѳрәжәғәт итеп, айына бер тапҡыр булһа ла, медицина белгестәренең ҡабул итеүен ойоштороу, Абҙаҡтан Мѳхәмәт ауылына боролған ерҙә туҡталҡа эшләү һәм 2015 йылда “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын үткәреү ѳсѳн әҙерлек эштәрен башлау буйынса мәсьәләләрҙе хәл итеүен һораны.

Осрашыуға килеүселәр ер участкалары, ағас алыуҙағы проблемаларға зарланды, тирә-йүнде бысратып, ауыл осонда бура бурағандарға, ѳйҙән спирт һатҡандарға бергәләп сара күреү кәрәклеген белдерҙе. Әгәр ҙә хакимиәт ағас юллап бирә алһа, күмәкләп ѳмә уҙғарып, ауылға клубты үҙебеҙ ҙә тѳҙѳп ултырта алыр инек, тип белдерҙе Мѳхәмәт халҡы. Мѳхәмәт ауылы старостаһы Р. Р. Хәлитов ауылдаштарының берҙәм, дәртле булыуын айырым билдәләп китте һәм уларға ауыл тормошонда ҡайнап йәшәүҙәре, уны тѳҙѳкләндереүгә ҙур ѳлѳш индереүҙәре ѳсѳн рәхмәт белдерҙе. Уның әйтеүенсә, быйыл Мѳхәмәттә ун ѳмә уҙғарылған һәм унда олоһо ла, кесеһе лә әүҙем ҡатнашҡан. Староста ауылда ике йыл рәттән кѳтѳү ойоштороуҙы ла маҡтап телгә алды һәм уны район кимәлендә генә түгел, ә республика буйынса ыңғай күренеш тип атаны. Ул шулай уҡ мәктәп алды территорияһын тѳҙѳкләндереү, участковыйҙың ауылға онотҡанда бер генә килеп күренеүен, ѳйҙән йәшереп спиртлы эсемлек һатыусылар мәсьәләһен дә күтәреп сыҡты. Осрашыу һуңында ауыл халҡы ҡатын-ҡыҙҙар советына ағзалар һайланы.

- Осрашыуҙа күтәрелгән мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса эш алып барасаҡбыҙ. Мѳхәмәт ауылындағы электр бағаналарын алмаштырыу планға индерелгән дә инде. Урҙы йылғаһы аша күпер тѳҙѳү тамамланды. Әлеге ваҡытта ауыл осондағы Бәләкәй Ҡыҙыл йылғаһы аша күпер һалыу эштәре бара. 13 метр оҙонлоғондағы, ике яҡтағы тротуарҙары менән 10 метр киңлектәге күпер февралдә сафҡа индереләсәк. Бѳгѳн Яңы Абҙаҡ ауылының Яңы урамына, Абҙаҡ ауылының яңы биҫтәһенең ѳс урамына ҡырсынташ түшәттек. Ошондай уҡ эштәр ауылдың тағы бер нисә урамында башҡарыласаҡ һәм уларҙы ноябрь аҙағына тамамлау күҙалланған. Абҙаҡ ауылының яңы биҫтәһендә КТП (ком-плектлы трансформатор подстанцияһы), электр бағаналары ултыртылып, яңы сымдар һуҙыласаҡ. Яңы йылға тиклем был эштәрҙе тамамларға тырышасаҡбыҙ. Киләсәккә пландар, башҡараһы эштәр бик күп. Һәр саҡта ла ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған депутаттар, ауыл киләсәге ѳсѳн янған, үҙе лә оҙаҡ йылдар хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарған, әлеге ваҡытта Абҙаҡ ауылының старостаһы булған Рәфҡәт Закир улы Нәжметдинов, Гүзәл Әхтәм ҡыҙы Ғибәҙәтова кеүек тәжрибәле эштәр идарасыһы, киләсәге ѳсѳн битараф булмаған ауыл халҡы булғанда, бергәләп был эштәрҙе йырып сығырбыҙ тип ышанам, - тине Хәмзә Салауат улы.
Эльза ЗЕКРЕНА.
Оставить комментарий