Ергә ереккән - уңышҡа ѳлгәшкән

Ҡала-райондың агросәнәғәт комплексы эшсәндәре һѳнәри байрамдарын - Ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт эшсәндәре кѳнѳн билдәләне 21 ноябрҙә һѳнәри байрамдары уңайынан ҡала- райондың ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт эшсәндәренә оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәттәре ѳсѳн юғары наградалар тапшырылды.

«Ҡағы» йәмғиәте тракторсыһы Владимир Николаевич Гнедков, «Белорет икмәк комбинаты» йәмғиәтенең ҡамыр баҫыусыһы Наталья Михайловна Лисовская, шәхси крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Ғәле Имам улы Мѳхәмәтйәнов, шәхси крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Альфред Марат улы Мѳхѳтдинов, «Белорет май-сыр комбинаты»ның етештереү бүлеге начальнигы Зилиә Миһран ҡыҙы Шаһивәлиева Башҡортостан Республикаһы Ауыли хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Ә район-ҡала буйынса дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы начальнигы Зәбир Мѳхәррәм улы Ҡазин менән «Үҙән» йәмғиәте бухгалтеры Надежда Николаевна Панькова агросәнәғәт комплексы үҫешенә тос ѳлѳш индергәне ѳсѳн Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһына лайыҡ булды. Валерий Федорович Золотарев етәкселегендәге ҡала-район ветеринария станцияһы «Иң яҡшы ветеринария учреждениеһы» исемен алды.

Бѳгѳнгѳ кѳндә ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙә «Үҙән», «Ҡағы», «Игенсе» йәмғиәттәре һәм «Урал» ПКС-ы хужалығы тотороҡло эшләп килә. Дѳрѳҫ, ҡырыҫ тәбиғәт шарттары йылдан-йыл етештереүсәнлекте арттырыуға ҡамасаулай. Ә бына крәҫтиән-фермер хужалыҡтары мал иҫәбен дә, ит һәм һѳт һатыуҙы ла арттыра. Рѳстәм Мѳхәмәтдиновты, Биктимер Ғәлинды, Әмин Әбсәләмовты, Зәйет Әҡсәновты, Айҙар Махияновты башҡаларға ѳлгѳ
итеп ҡуйырға мѳмкин. Улар үҙҙәрен эшлекле фермерҙар итеп танытты. «Йәш фермер» программаһында ҡатнашҡан Алик Махиянов, Вәлит Ҡорманғәлиев, Фират Ҡунаҡбаев уңышлы эш башланы. Беҙ уларҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм артабанғы эштәрендә уңыштар, ғаилә бәхете теләйбеҙ. 2012 йылда «Ғаилә малсылыҡ фермаһы» программаһы буйынса грант алған Альфред Мѳхѳтдинов ғаиләһе һәм туғандары менән уңышлы эшләй.

- Мин эшҡыуарлыҡ менән электән шѳғѳлләнәм, ә бына Ауыл хужалығы министрлығынан 2 миллиондан ашыу грант алыу мѳмкинлеге булғас, йылҡысылыҡ менән ныҡлап шѳғѳлләнергә ҡарар иттем, - ти фермер. - Ҡаҙаҡҡолда йәшәгән туған тейешле ағайҙан ошо биләмәләрҙе һатып алдым. Грант аҡсаһына техника алдыҡ. Штатта ѳс кеше, сезон ваҡытында эшселәр яллайбыҙ. 38 ат һатып алғайным, бѳгѳнгѳ кѳндә 50-гә етте. Киләһе йылдан ҡымыҙ эшләү менән шѳғѳлләнергә уйлай- быҙ. Ҡустым Рѳстәм, киленебеҙ Лариса менән бергәләп эшләйбеҙ, атай-әсәй, туғандар ҙа ярҙам итә. Шулай уҡ идарасы Азат Ғайса улы Ғәлекәев- тән уңдыҡ. Бѳтә эште лә белә. Ғѳмүмән, беҙҙең һәр беребеҙ бер юлы ике-ѳс эш башҡара. Бына капиталь ат һарайы тѳҙѳнѳк. Бесән, иген үҙебеҙҙеке. Документлаштырылған 27 гектар еребеҙ, 150 гектар кѳтѳүлек, 35 гектар сәсеүлек майҙаны бар, йәғни бѳтәһе 200 гектар майҙандың 27 гектары үҙебеҙҙең милек. Киләсәктә атлы туристик база тѳҙѳргә лә ниәтләнәбеҙ. Һыу, урман, тау эргәлә генә, ә туристарға шунан башҡа нимә кәрәк? Беҙҙе һәр саҡ ҡеүәтләп, рухи һәм матди яҡтан ярҙам итеп торғандары ѳсѳн атай-әсәйебеҙ Әлфиә Мѳбәрәк ҡыҙы менән Марат Суфиян улы Мѳхѳтдиновтарға, бѳтә туғандарға, шулай уҡ Мәғлүмәт-консультация үҙәге хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтлемен. Иғтибар менән тыңлап, һәр яҡлап ярҙам итеп кенә торалар.

Ауылда йәшәгәндәр тѳрлѳ программаларҙа ҡатнашырға ҡурҡа. Ҡурҡырға ярамай, бары ныҡышмалыҡ, уңғанлыҡ һәм тәүәккәллек кенә кәрәк. Асыҡ йѳҙлѳ, киң күңелле, уңған Альфред Марат улы тормош иптәше Ирина Искәнйәр ҡыҙы менән Линиза һәм Руслан исемле балалар тәрбиәләй. Улар ҙа ат ярата һәм эшкә ѳйрәнеп үҫә. Альфред Мѳхѳтдинов кеүек егеттәребеҙ барында баҫыу-ҡырҙарыбыҙ ҙа буш тормаҫ, ауылдарыбыҙ ҙа һүнмәҫ.
З. СѲЛӘЙМӘНОВА.
Оставить комментарий