Уңышҡа нигеҙ һалына

Яҙҙың ямғырҙар менән килеүе сәсеү эштәрен һуңлатһа ла, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары һәр аяҙ кѳндѳ файҙаланып ҡалырға тырыша.

Мәғлүмәт-консультация үҙәгенең баш агрономы Вәкил Яҡупов белдереүенсә, районда план буйынса 1000 гектар майҙанда иген культуралары сәсергә кәрәк булһа, бѳгѳнгѳ кѳнгә шуның 400 гектарында сәселгән дә инде. 200 гектарҙа ужым арышы сәселгән. Шуның 105 гектарына «Урал» ПКС-ы ашлама индергән. Быйыл 175 тонна бѳртѳклѳ культура һатып алыуға субсидия бирелгән. Хужалыҡтар орлоҡто Әбйәлил сорт участкаһынан һатып ала. Әлеге ваҡытта «Урал» ПКС-ы, «Ҡағы» йәмғиәте, Биктимер Ғәлин, Ильяс Хафизов етәкселегендәге хужалыҡтарҙа сәсеү эштәре, күп йыллыҡ үләндәргә ашлама индереү бара.

Баҫыу эштәренең барышын белер ѳсѳн Рысыҡайға юлландыҡ. Беҙ килгәндә Ильяс Әлфәт улы Хафизов етәкселегендәге «Игенсе» хужалығы ла сәсеү эштәре менән мәшғүл ине. Механизаторҙар - Ғарифулла Фәхрислам улы, Ғәзим Ғәбит улы, Ғаян Ғарифулла улы Канафиндар һоло сәсә башлаған.
- Бѳтәһе 110 гектар һѳрѳнтѳ еребеҙ бар, шуның 60 гектары сәсеүгә әҙер, - тип һѳйләй Ильяс Әлфәт улы. - 30 гектарҙа һоло, 20 гектарҙа бойҙай, 10 гектарҙа арпа сәсергә ниәтләнәбеҙ.

Шулай уҡ 30 гектарҙа силос культуралары сәсәбеҙ. Сифатлы орлоҡ һатып алыу ѳсѳн 50 мең һум субсидия алдыҡ. Бесән ѳсѳн күп йыллыҡ үлән сәселгән, уны таҙарттыҡ, тырматтыҡ, әммә ҡарауһыҙ мал кәртәне емереп инеп сәсеүлекте тапай. Был бер бѳгѳн килеп тыуған проблема түгел. Кѳрсѳк тә беҙҙе ситләтеп үтмәне, әммә тырышаһың инде, бер башлаған эште ташлап булмай бит. Эшселәргә — Канафиндарға рәхмәт. Бѳтәбеҙ бер тѳптән егелеп эшләйбеҙ. Тәбиғәт шарттары ғына ҡамасауламаһа, сәсеү эштәрен йырып сығырбыҙ.
З. СѲЛӘЙМӘНОВА.
ҺҮРӘТТӘ: «Игенселәр» эш ѳҫтѳндә.
Э. МѲХӘМӘҘИЕВА фотоһы.
Оставить комментарий