ЕРЕ БАРҘЫҢ - ЕМЕ БАР

Ҡасандыр тракторҙар гѳрѳлдәп йѳрѳгән киң баҫыуҙарҙы яҡшы иҫләгәндәр бөгөн уларҙың ташландыҡ хәлдә ятыуына тыныс ҡына ҡарай алмайҙыр. Ә инде булмаған баҫыуҙарҙы булдырып, иртәнән ҡара кискәсә шунда ең һыҙғанып тир түккәндәр өсөн был тағы ла аяныслыраҡтыр. Ирекһеҙҙән, элегерәк ауылды тирә-яҡлап уратып алған көнбағыш, тос башаҡлы иген, йәм-йәшел япраҡлы сөгөлдөр баҫыуҙарын күҙ уңынан үткәрәһең. Үкенескә ҡаршы, бөгөн быларҙың береһе лә юҡ... Ҡасандыр миллиардтар түгеп үткәрелгән сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү кампанияһының һөҙөмтәләре ниңә юҡҡа сыҡты, ни өсөн бөгөн миллионлап гектар еребеҙ буш ята?

Белорет муниципаль районының ауыл хужалығынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн районда 78540 гектар ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ер бар. Шуларҙың 14 600 гектары һөрөнтө ер, 38 872 гектары сабынлыҡ, 25068 гектары көтөүлек. Бөгөн ошо ерҙәрҙең ни бары 7 мең 61 гектары ғына арендаға алынған һәм муниципаль милек булараҡ теркәлгән. 8823,86 гектар пай еренең 4 мең 62
гектары рәсми теркәлгән, 2938 гектарына документтар эшләнә, ә 2375 гектарҙың хужалары булһа ла, документы юҡ.

Мәҫәлән, Ҡағы хакимиәтендә бөтәһе 1408,6 гектар пай ере бар, шуның бер гектарына ла документ эшләнмәгән. Үҙән хакимиәтендәге 1302,06 гектар пай еренең 325 гектарына документтар әҙерләнә, ҡалғандары теркәлмәгән. Сермән хакимиәтендәге 2032,92 гектар пай еренең 1236 гектары теркәлгән, 797 гектарына документ әҙерләнә. Әзекәй хакимиәтендәге 502,58 гектар пай еренең 277,9 гектары теркәлгән, 224,1 гектарына документ әҙерләнә. Шығай хакимиәтендәге 436,39 гектар пай еренең 347,39 гектары теркәлгән, 89 гектары документһыҙ. Сосновка хакимиәтенең 1364,7 гектар пай еренең 814,2 гектары теркәлгән, 69 гектарына документ әҙерләнә, 481,5 гектары теркәлмәгән. Николаевка хакимиәтендәге 705 гектар пай еренең 135 гектары теркәлгән, 570 гектары документһыҙ.

ДӘҮЛӘТ СУБСИДИЯЛАРЫ НИСЕК ЯРҘАМ ИТӘ?
Райондағы һуңғы биш йыллыҡуңышты иҫәпкә алғанда, бер баш малды аҫрау өсөн 2 гектар сабынлыҡ,
2 гектар көтөүлек, 0,5 гектар һөрөнтө ер етә. Былтыр муниципаль райондағы шартлы рәүештә алынған 17 668 баш мал 40 процент көтөүлек, 110 процент сабынлыҡ, 165 процент һөрөнтө ер менән тәьмин ителгән. Көтөүлектәр етмәгән осраҡта ул урман хужалығы фонды ерҙәре, сабынлыҡтар менән тулыландырыла. Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойош- маһына инеүе арҡаһында, 2013 йылдан Рәсәй Федерацияһында гектар буйынса субсидия биреү ғәмәлгә индерелә. Был ярҙам ауыл хужалығы өлкәһендә килемде арттырыу, яғыулыҡ-майлау материалдары, минераль ашламалар һатып алыу өсөн дә файҙалы. Субсидияның ставкаһы бер гектарҙан сығып билдәләнә, мәҫәлән, мал аҙығы культураларына - 188 һум, 13 тин иген культураларына - 340 һум, 52 тин тәшкил итә. Райондан 12 хужалыҡ был ярҙам менән файҙаланды ла инде. Быйыл улар тағы ла ошондай дәүләт ярҙамы алыу өсөн документтар йыйҙы. Үкенескә ҡаршы, күптәр ерен рәсми теркәп өлгөрмәүе арҡаһында был ярҙамдан файҙалана алманы. Дәүләт ярҙамын бары тик ике генә хужалыҡ ала алды. Былтыр райондың үҫемлекселек менән шөғөлләнеүсе хужалыҡтары “супер элита” һәм “супер” орлоҡтарға субсидия алды. Быйыл улар өҫтәп, 15майға тиклем 1-се һәм 2-се репродуктив иген культураларына ла ярҙам һорай алды. Был орлоҡтарҙы һатып алыуға муниципаль район хакимиәтенә 563 мең 200 һум аҡса күсерелде. Бѳгѳн был сумма 7 хужалыҡҡа эләкте. Ошо ярҙамға таянып улар “Әбйәлил сорт участкаһы” йәмғиәтенән 129,3 тонна орлоҡ алды.

Был осраҡта тоннаһына 3 меңдән алып 5 мең 100 һумға тиклем дәүләт ярҙамы ҡаралған, йәғни, Хөкүмәт һатып алған хаҡтың 30 процентын кире ҡайтара тигән һүҙ. Мәҫәлән, бойҙайҙың «супер элита» сортына 5668 һум, беренсе репродуктив бойҙайға - 5100 һум, беренсе репродуктив арпаға 4100 һум, беренсе репродуктив һолоға 3000 мең һум түләнә. Ә бына тупраҡҡа эзбиз индереү буйынса субсидия алыу өсөн әлегә тиклем райондан бер хужалыҡ та мөрәжәғәт итмәгән. Дәүләт ярҙамы менән файҙаланыусылар был осраҡта, сығымдың 90%-ын кире ҡайтарып алыу мөмкинлегенә эйә булыр ине.

Яҙғы баҫыу эштәрен тамамлауға ла күп ваҡыт ҡалманы. Аграрийҙар өсөн яуаплы мәл бара. Был эште уңышлы башҡарып сығыу өсөн алдан уҡ төрлө саралар күрелде. Быйылғы план буйынса районда 1000 гектар иген, 160 гектар силос культуралары, 388 гектар күп йыллыҡ үлән сәсеү планлаштырылған. Былтырғы менән сағыштырғанда сәсеү кимәле артмаған да, кәмемәгән дә.

Ә ҠАСАНДЫР СӘСЕҮ ӨСӨН ЕРҘӘР ЕТМӘНЕ...
Дүрт йылға һуҙылған ғәрәсәтле һуғыштан һуң ялан тултырып икмәк үҫтереү еңелдән булмай. Һуғыш ауыл хужалығын етди көрсөккә терәй. Шул арҡала 1946 йылда СССР-ҙың Министрҙар Советы ҡарары менән бөтә көс емерек хужалыҡтарҙы аяҡҡа баҫтырыуға, сәсеүлектәрҙе киңәйтеүгә, иген культуралары сәсеү эшен яйға һалыуға йүнәлтелә. Эш юғары темпта бара. Һөҙөмтәлә, 1953 йылда һабан менән һөрөлгән ерҙәр 1950 йылдыҡынан 10,9 млн. гектарға, ә сәсеү майҙаны 9,8 миллионға артып китә. Әммә, тырышыуға ҡарамаҫтан, ауыл хужалығы продукцияһын әҙерләү кимәле әллә ни юғары күтәрелә алмай әле. Икмәк барыһына ла кәрәк. Халыҡты туйҙырыу өсөн был ғына етмәй. Хәлде яйға һалыу өсөн дәүләткә тиҙ арала етди саралар күреү талабы ҡуйыла. Аҙыҡ-түлек етештереүсәнлеген көйләү йәһәтенән яңы ерҙәрҙе үҙләштереп, сәсеү майҙандарын киңәйтергә хәл ителә.

Шулай итеп, 1954 йылда илдең ҡайһы бер төбәктәрендә сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү буйынса ҙур эштәр башлана. Был исемлеккә беҙҙең Башҡортостан да инә. 1954-1959 йылдарҙа сиҙәм эпопеяһына 1,7 млн. кеше йәлеп ителеп, 45 млн. гектар ер үҙләштерелә. Шуның 25 гектары Ҡаҙағстандыҡы, 20 гектары Рәсәйҙеке була. “Башинформ” сайтының 2004 йылғы мәғлүмәттәре буйынса, 1954-1956 йылда Башҡортостанда 524 мең гектар. сиҙәм һәм ҡалдау ер үҙләштерелә, республикаға 3,5 мең трактор, 2,5 мең комбайн, йөҙләгән йөк автомобиле бүленә. 1956 йылда республика дәүләткә 80 млн. бот иген һатыуға ирешә.
Бѳтә ил ѳсѳн мөһим аграр-сәйәси кампания арҡаһында икмәк етештереү буйынса юғары һөҙөмтәләргә ирешһәк тә, эшкәртелгән ер майҙандарының бөгөн юҡҡа сығыуы һағышлы уйҙар уята. Сиҙәм күтәреү эпопеяһы, уның ыңғай һәм кире яҡтары хаҡында нимә генә һөйләһәләр ҙә, белгестәрҙең әйтеүенсә, иҡтисади яҡтан килемле булыуы менән ул үҙен етерлек кимәлдә аҡлай. Шуға күрә тәүлек әйләнәһенә баҫыуҙа тир түгеп, дәүләт заданиеһын үтәп сығыусыларҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡтыр. Улар тырышлығы менән булдырылған һѳҙѳмтәләрҙең пыран-заран килтерелеүе, Рәсәйҙә булған һѳрѳнтѳ ерҙәрҙең яртыһы тиерлек буш ятыуы был мәсьәләнең тѳбәк һәм федераль кимәлдә етди хәл ителмәүе хаҡында ла һѳйләй кеүек. Ташландыҡ, хужаһыҙ ерҙәребеҙҙә иген шаулатырҙай, үҙ икмәгебеҙҙе үҫтерерҙәй, ергә береккән кешеләребеҙ бармы әле?
Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА.
Оставить комментарий