"ЙѲРӘГЕ ҺӘР САҠ АУЫЛЫНА ЫНТЫЛДЫ"

Быйыл Әҙәбиәт йылы республика халҡына иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар күп бүләк итә. Исмаҡай ауылын да уның шауҡымы урап үтмәне - үткән шәмбелә улар күренекле ауылдаштары Яныбай Хамматовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға бағышлап, ҙур байрам ойошторҙо.

Исмаҡайҙар был байрамға ихлас әҙерләнгән. Ауыл матур итеп биҙәлгән. Һәр урам байрам табыны ҡорған. Милли кейем кейгән исмаҡайҙар сараға килгән ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршылап, гармун уйнап, таҡмаҡ әйтеп, башҡорт милли аш-һыуы менән һыйлап торҙо. Байрамға саҡырылған хѳрмәтле ҡунаҡтарҙы ҡаршы алғандан һуң, мәктәп музейын күрһәттеләр. Артабан тантана мәктәп кәртәһендә ҡуйылған сәхнәлә дауам итте. Тәбрикләү һүҙе менән район Советы рәйесе Е.Я. Карепанов сығыш яһаны. - Яныбай Хамматов тѳрлѳ яуаплы вазифаларҙа эшләһә лә, ижадҡа ваҡыт таба. Тарихи романдарында беҙҙең район халҡы яҙмышы сағыла. “Хәсрәтле бала саҡ” романын уҡыһаң, күҙҙәрҙән йәш сыға. Мин уның менән яҡындан таныш инем. Ул ауылы тураһында һәр саҡ ҡыҙыҡһынып торҙо. Ябай кеше булды. Яныбай Хамматов күп наградаларға эйә. Минең уйлауымса, “Белорет районының Почетлы гражданины” исемен биреп, уның исемен тағы ла мәңгеләштерҙек, - тине Евгений Яковлевич. Е.Я. Карепанов әҙәбиәт ѳлкәһендә уңыштарға ирешкән яҙыусыларыбыҙ Дамир Шәрәфетдиновҡа, Айгиз Баймѳхәмәтовҡа, Фәриха Вәлиуллинаға, беҙҙең районда йәшәгән һәм ижад иткән шағирәләр Зѳлфирә Сѳләймәноваға, Зѳһрә Үтәғоловаға район Советы Президиумының Маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы. Районда күренекле яҡташыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү буйынса күп эштәр башҡарылды һәм был йүнәлештә эш әле Яныбай Хамматов исемендәге премия булдырҙы.

Быйыл был премияға Мансур Яҡшыбай улы Һиҙиәтов лайыҡ булды һәм Исмаҡайҙағы байрамда Евгений Яковлевич премияны тантаналы рәүештә хужаһына тапшырҙы. - Миңә Яныбай Хамматовты бер генә күрергә насип булды. Минең ѳсѳн башҡорт халҡы рухын күтәргән ѳс шәхес - Арыҫлан Мѳбәрәков, Заһир Исмәғилев, Яныбай Хамматов бик ҡәҙерле. Бәләкәй генә хеҙмәтемде ҙурлауҙары ѳсѳн рәхмәт, - тине Мансур Һиҙиәтов. Гүзәл Хаммат ҡыҙы Яныбаева Мансур Һиҙиәтовҡа ғаиләһе исеменән бүләк тапшырҙы. “Хәтирә” халыҡ фольклор ансамбле һәүәҫкәр артистары (етәксеһе Клара Миһранова) Яныбай Хамматовҡа арнап, матур таҡмаҡтарын бүләк итте. Динислам Шәғәлиндың “Һунарсы” бейеүен (етәксеһе Артур Ибраһимов) тамашасы яратып ҡабул итте. БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Рәис улы Алтынбаев Башҡортостан Республикаһы Хѳкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Тәлғәт улы Сәғитовтың тәбрикләү һүҙен еткерҙе һәм уны Евгений Яковлевичҡа тапшырҙы. Шулай уҡ БР Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаттары менән Исмаҡай ауылы старостаһы Радик Мәхмүтов, Яныбай Хамматов исемендәге ҡала башҡорт гимназияһы директоры Зѳлфиә Ғәлийәнова, Исмаҡай ауылы мәктәбе директоры Ғәфифә Хитауллина бүләкләнде. Инйәр район мәҙәниәт йортоноң “Ҡолонсаҡ” балалар театры (етәксеһе Сәғилә Мырҙағәлина) Яныбай Хамматовтың “Бѳртѳкләп йыйыла алтын” романынан ѳҙѳк сәхнәләштерҙе. Республиканың Әҙәбиәт музейы директоры Гѳлдәр Сабит ҡыҙы Моратова: “Әҙәбиәт йылы юбилейҙарға бай.

Бѳгѳн һеҙҙең байрам - күп дәүләт премиялары лауреаты Яныбай Хамматовтың юбилейын билдәләйһегеҙ. Һеҙ яҡташығыҙ менән лайыҡлы ғорурлана алаһығыҙ. Беҙ ошондай талантлы кешеләрҙе, етәкселәрҙе бүләк иткән Белорет еренә рәхмәтлебеҙ”, - тине сығышында һәм яҙыусы, Шығай мәҙәниәт йорто директоры Сәғирә Шәрәфетдиноваға, Гүзәл Ситдиҡоваға Республика әҙәбиәт музейының Маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы. Тәбрикләү һүҙе менән Абҙаҡ ауылынан сыҡҡан шағир Әхмәҙин Әфтәх сығыш яһаны һәм: “Исмаҡай ауылына беренсе тапҡыр киләм, әммә беҙ Яныбай ағай менән аралашып йәшәнек. “Шашынмағыҙ, шашынмағыҙ, егеттәр! Ипләп, абынып ҡуймағыҙ...” - тип беҙҙе ҡурсалап торҙо. Яныбай Хамматовҡа Халыҡ яҙыусыһы исемен бирергә ине”, - тигән тәҡдим индерҙе. Үрге Әүжән ауылынан Владимир Серегин етәкселегендә халыҡ хоры ансамбле тыуған ергә, тәбиғәткә һѳйѳү менән һуғарылған йырҙарын бүләк итте. Сәхнәгә байрамдың тѳп ҡунаҡтары - Гүзәл Хаммат ҡыҙы менән Алһыу Әнүәр ҡыҙы Яныбаевалар саҡырылды. - Атайыбыҙ ауылға йыш ҡайта алманы, хәҙер беҙ киләбеҙ уның тыуған ауылына. Минең күңелемә “Хәсрәтле бала саҡ”, “Карьера” автобиографик әҫәрҙәре бик яҡын. Ул тәү сиратта үҙенә талапсан ҡараны. Тынғыһыҙ хеҙмәт юлында ижадҡа ваҡыты әҙ ҡала ине, әммә ул күп эштәрен башҡарып ҡалырға ѳлгѳрҙѳ. Алтындың бѳртѳкләп йыйылыуына бѳгѳн тағы ла берҙе инандым. Рәхмәт һеҙгә, - тине Гүзәл Хаммат ҡыҙы һәм ауыл китапханасыһы Нәйлә Шакироваға бүләген тапшырҙы, ә инде ауыл музейына Яныбай Хамматовтың 75 йәшенә бүләк ителгән картинаны иҫтәлек итеп бирҙе. Бына сәхнәгә тағы ла “Ҡолонсаҡ” балалар театрының йәш артистары күтәрелде. Был юлы улар Яныбай Хамматовтың биографияһынан яҙыусының Инйәр мәктәбендә уҡый башлауы тураһындағы ѳҙѳктѳ сәхнәләштерҙе. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мѳхәррәм Сәлимов “Исмаҡай” йырын башҡарҙы һәм: “Ғүмер буйы беҙҙең Беҙәк-Әхмәр ауылы менән Исмаҡай халҡы аралашып йәшәне. Ауыл аралары 15 саҡрым. Бәләкәй саҡтан бѳйѳк яҙыусының йәш сағын күреп йѳрѳгәнмен икән, сѳнки ул беҙҙең ауыл аша үтеп, узкокалейка менән Белоретҡа йѳрѳй торғайны”, - тине. - Бѳгѳн беҙ шундай юғары кимәлдә Яныбай Хамматовтың юбилейын билдәләйбеҙ. Мин уның ижады менән 70-се йылдарҙа “Салауат” романы һәм башҡа әҫәрҙәре аша таныштым. Аҙаҡ инде уның китаптары менән ғаилә китапханаһын тулыландыра килдем. Беҙ күрше ауылдан шундай бѳйѳк яҙыусы сығыуы менән ғорурланабыҙ.

Исмаҡайҙа ихлас халыҡ йәшәй. Элек был ауылда урыҫ милләтле кешеләр ҙә йәшәгән. Улар ерләнгән урыҫ зыяраты ташландыҡ хәлдә ине, Исмаҡай ауылы башҡорттары уны кәртәләп, тәре ҡуйҙы. Рәхмәт һеҙгә! - тине Үрге Әүжән ауыл хакимиәте башлығы Михаил Петрович Телятников. Бына хәрби кейемдәге егеттәр сәхнәгә күтәрелде. Улар - Яныбай Хамматовтың “Башҡорттар китте һуғышҡа” романы буйынса һалынған “Миңлеғәле Шайморатов” бейеүен башҡарған “Йәшлек” бейеү ансамбле (етәксеһе Айгѳл Мағазова) егеттәре. Был да Яныбай Хамматовтың шундай заманда ниндәй әһәмиәтле тарихи әҫәрҙәр яҙырға ҡыйыулыҡ табыуы тураһында һѳйләй. Яныбай Хамматовтың исемен йѳрѳткән ҡала башҡорт гимназияһынан ҙур делегация килгән. Гимназия директоры Зѳлфиә Ғәлийәнова район мәғариф идаралығының һәм гимназия коллективының тәбрикләү һүҙҙәрен уҡыны һәм киләсәктә гимназияның яҡшы уҡыусыларына Яныбай Хамматов исемендәге стипендия булдырасаҡтары тураһында белдерҙе. Гимназияның элекке директоры Зѳбәржәт Суфиянова гимназияға яҙыусы исемен юллау тарихын һѳйләне. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, шағирә Зѳһрә Үтәғолова яҙыусыға бағышланған “Исмаҡай йондоҙо” шиғырын уҡыны. Ә инде гимназияла тәрбиәләнеүселәр Гѳлдәр Зыкрина, “Толпар” вокаль ансамбле егеттәре башҡарыуындағы йыр алҡыштарға күмелде. Исмаҡайҙар ҙа сарала әүҙем ҡатнашты. Мәҫәлән, Илнара Фәтҡуллинаның “Бѳртѳкләп йыйыла алтын” бейеүен тамашасы яратып ҡабул итте. Шулай итеп, муниципаль райондың мәҙәниәт идаралығы хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән концерттан һәр кем ҡәнәғәт ҡалды. Ә инде Яныбай Хамматовтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған байрам һәр кемдең күңелендә яҡты хәтирәләр булып уйылып ҡалғандыр. Юбилей байрамы юғары кимәлдә ойошторолдо. Уны әҙерләүҙә Исмаҡай мәктәбе коллективы, ауыл клубы, китапхана хеҙмәткәрҙәре, ауыл старостаһы Радик Мәхмүтов, ауылдаштары Хафиз Иҙрисов ҙур ѳлѳш индергән. Киләсәктә лә исмаҡайҙар бѳйѳк ауылдаштары, яҙыусы Яныбай Хамматов рухына тоғро ҡалыр һәм уның кеүек ҙур бейеклектәргә күтәрелгән йәш быуынды тәрбиәләп үҫтерер тигән ышаныста ҡалабыҙ. Алһыу Әнүәр ҡыҙы Хамматова, әҙиптең ейәнсәре: - Мин ауылға ѳсѳнсѳ тапҡыр киләм. Юл ауыр. Был юлы ла: “Нисек инде олатайым йәйәү йѳрѳгән?” - тип уйлап килдем.

Тәбиғәт матур. Уның бала сағы хәсрәтле булған. Бик иртә әсәһенән ҡалған. Ғаиләлә иң оло бала булғас, бәләкәй туғандарын хәстәрләү уның иңенә тѳшкән. Олатайым Исмаҡай тураһында күп һѳйләне. “Хәсрәтле бала саҡ” романын биҙәгәндә үҙем белгәндәрҙе иҫләп, фотоларға ҡарап эшләнем. Һѳнәрем буйынса табипмын. Республика тире-венерология диспансерының 3-сѳ бүлек мѳдире булып эшләйем. Бынан ике кѳн алда уҡ Белоретҡа эш буйынса килдем, дауахананы тикшерҙем. Ошо ваҡытта башҡортса һѳйләшкән кешене осратманым, ғәжәпләндем. Ѳйҙә һәр саҡ башҡортса һѳйләшәбеҙ, олатайым да шуны талап итте. Ҡыҙҙарым Әйшә менән Наилә лә тыуған телдәрендә яҡшы һѳйләшә, Наилә балалар баҡсаһына йѳрѳмәгәс, әле русса һѳйләшә лә белмәй. Оло ҡыҙым Әйшә Фатима Мостафина исемендәге башҡорт гимназияһында уҡый. Шуға ла райондаштарыма үҙ телдәрен белһендәр, ѳйрәнһендәр ине, тигән теләгемде белдерәм. Гүзәл Яныбай ҡыҙы Хамматова, әҙиптең ҡыҙы: - Байрамдан иҫ китмәле тәьҫораттар алдыҡ. Һәр бер ҡатнашҡан кешегә, исмаҡайҙарға ҙур рәхмәт. Атайымдың рухы ҡыуанғандыр инде, сѳнки уның йѳрәге һәр саҡ ауылына ынтылды. Бесән сапҡан, бала сағы үткән юлдарын күрһәтергә теләне... Район етәкселегенә, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, “Урал” гәзи- тенә, ойоштороусыларҙың бѳтә- һенә лә ҙур рәхмәт. “Урал”ды уҡып барабыҙ, шуға ла районда булған хәл-ваҡиғалар менән яҡшы танышбыҙ. Рәхмәт һеҙгә!
Рәмилә МУСИНА.
Оставить комментарий