Быҙауҙы тана, тананы һыйыр иткәнсе эшләргә лә эшләргә

Бѳгѳн кешелекте туйындырыу, сифатлы тормош булдырыу ѳсѳн ауыл хужалығының ни тиклем кәрәкле, мѳһим тармаҡ икәнен танымаған кеше ҡалмағандыр. Әлбиттә, был иң мәшәҡәтле һәм ҡайһы бер осраҡтарҙа үҙен аҡламаған ҡатмарлы тармаҡ. Иртә таңдан ҡара кискәсә баш күтәрмәй эшләп тә, ѳмѳт иткәнеңдән буш тороп ҡалыуың бар. Әммә халыҡты аҙыҡ- түлек менән тәьмин итеү ѳсѳн иҫәптең хисапҡа тура килеүен уйлап торорға ваҡыт юҡ. Ямғырына-ҡарына, һыуығына-эҫеһенә ҡарамай сәсергә, сәскәнеңде тәрбиәләп үҫтерергә кәрәк.

Үҫемлекселек ауыл хужалығының тѳп нигеҙе тиергә була. Был тармаҡтың нисек эшләүенә малсылыҡ, ҡошсолоҡ та туранан- тура ныҡлы бәйләнгән. Сәсеү культуралары юҡ икән, тимәк, итең дә, һѳтѳң дә булмай. Шуға күрә уңышһыҙлыҡҡа күңелеңде тѳшѳрѳп, ҡул ҡаушырып ултырырға ярамай. Республикалағы халыҡтың 40 процен- тының ауылда йәшәүен иҫәпкә алһаҡ, ауыл хужалығы халыҡты эш менән тәьмин итеүсе тѳп тармаҡ һанала. Береһенә лә сер түгел, быға тиклем был ѳлкә Хѳкүмәттең етем балаһы хәлендә булды һәм уға әллә ни иғтибар бирелмәне. Тармаҡ килем алыуҙан бигерәк, йәшәү ѳсѳн тырышты. Нәҡ шул арҡала ауыл ерендә эшһеҙлек, суицид, эскелек проблемалары ла йышыраҡ күҙәтелде. Был проблемалар тармаҡтың иҡтисади ғына түгел, социаль яҡтан да ни тиклем мѳһим булыуын тағы бер ҡат иҫбатланы. Бѳгѳн, Рәсәйҙең Бѳтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүе арҡылы, хәлдәр ҡырҡа үҙгәрҙе һәм Хѳкүмәт ауыл хужалығына йѳҙѳ менән боролдо. Үҙебеҙҙә етештерелгән ауыл хужалығы тауарҙарын күбәйтеү, импортты алыштырыу мәсьәләһен хәл итеүгә лә ныҡлы иғтибар бүленә башланы.

Мәҫәлән, Ауыл хужалығы министрлығының май аҙағына биргән мәғлүмәте буйынса, илебеҙгә ситтән 39 мең тонна ҡош ите индерелгән. Был уҙған йыл менән сағыштырғанда 4 тапҡырға тиерлек аҙыраҡ. Сусҡа итен импортлау ҙа ике тапҡырға тиерлек кәмегән - 83 мең тонна. Рәсәй йыл башынан, 118 мең тонна һыйыр ите һатып алып, күрһәткесте уҙған йылдағынан 35 процентҡа кәметкән. Ведомство белгестәре импорттың ҡыҫҡарыуын кѳрсѳк арҡаһында ихтыяж- дың кәмеүе, үҙебеҙҙә етештерелгән ит продукцияһының артыуы менән аңлата. Шулай уҡ республиканың ҡайһы бер райондарында һѳт етештереү ҙә үткән йылдағынан арта тѳшкән.

Юғары һѳҙѳмтәләргә ирешеү ѳсѳн мал һанын һаҡлап ҡалырға, сифатлы аҙыҡ әҙерләргә, тоҡомсолоҡ эшен әүҙемләштерергә кәрәк, тип белдерәләр ауыл хужалығы министрлығынан. Һүҙ ҙә юҡ, ауыл хужалығындағы үҫеште башҡа тармаҡтар менән сағыштырып булмай. Картуф сәсеп үҫтереү ѳсѳн генә лә әллә күпме ваҡыт кәрәк булһа, быҙауҙы тана, тананы һыйыр иткәнсе лә бер нисә йыл үтә. Емеш ағастарын ултыртыу ҙа әллә ни ҡыйын түгел, тик уңыш алыр ѳсѳн тағы ла кәмендә 5-6 йыл кѳтѳргә кәрәк. Шуға күрә һәр кем үҙенең хәленән килгән, файҙаһын күрерҙәй тармаҡ буйынса эшләргә тырыша. Ҡайҙалыр малсылыҡ, икенсе ерҙә бары тик баҡсасылыҡ йә иһә ҡошсолоҡ менән генә шѳғѳлләнәләр. 85 процент майҙанды урман алып тороуы сәбәпле, беҙҙең район ауыл хужалығы районы булып һаналмай.

Шуға ҡарамаҫтан, был тармаҡтың мѳһимлеген аңлаған һәм файҙаһын күрә белгән инициативалы эшҡыуарҙарҙың, фермерҙарҙың, хужалыҡ- тарҙың булыуы һәм хәлдәренән килгәнсә тырышыуы ҡыуаныс уята. Әлбиттә, был ѳлкәгә тейешле иғтибар бирелмәгән саҡтар үҙен ныҡлы һиҙҙерҙе. Гѳрләп эшләгән колхоз-совхоздар тарҡалды, буш фермалар, сүп баҫҡан ташландыҡ баҫыуҙар күбәйҙе. Был йәһәттән райондың уңышлы эшләп килгән “Урал” ПКС-ын ыңғай яҡтан телгә алырға була. Ул райондан “500 ферма” дәүләт программаһында ҡатнашып, статус алған берҙән-бер хужалыҡ. Бѳтә илдә колхоз-совхоздар тарҡалған иң ауыр ваҡытта ла был хужалыҡты һаҡлап алып ҡалыуҙары, ауыл халҡы ѳсѳн дә файҙалы. Бѳгѳн унда 40-тан ашыу кеше эшләй.

Эш урындары тотороҡло, эшселәргә эш хаҡы ваҡытында түләнә. Оҙайлы ваҡыт бер урында эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең күп булыуы, эштәрҙең ыңғай барыуы хаҡында һѳйләй. Малды уңышлы ҡыш сыға- рыуҙары, ауыл хужалығы етештереүендә юғары ҡаҙаныш- тары, намыҫлы хеҙмәте ѳсѳн һәм бер нисә йыл рәттән яҙғы сәсеү эштәре буйынса иң яҡшы хужалыҡ булараҡ, «Урал» производство крәҫтиән союзы Ауыл хужа- лығы министрлығының, БР Президентының, БР Хѳкүмәтенең, муниципаль район Советы һәм хакимиәтенең бик күп Маҡтау ҡағыҙҙарына, Рәхмәт хаттарына лайыҡ. Әлбиттә, хәл итәһе проблемалар ҙа етерлек, шуға ла яуланған кимәлде тѳшѳрмәү ѳсѳн баш баҫып эшләргә лә эшләргә тура килә. 450 гектар майҙанда быйылғы сәсеүҙе уңышлы атҡарыу ѳсѳн хужалыҡ “Әбйәлил сорт участкаһы”нан 582 мең һумлыҡ орлоҡ, “Башплодородие” ойошма- һынан 160 мең һумлыҡ минераль ашлама, 10,5 тонна яғыулыҡ һатып алған.

Нимәгә генә тотонһаң да, һәр ҡайһыһы сығымдар талап итә. Отошлораҡ юлдар табыу, дәүләт программаларына эләгеү ѳсѳн ҡулыңды ғына түгел, башыңды ла эшләтергә тура килә. Был йәһәттән "Урал" ПКС-ы әүҙем эшләй. Шул арҡала Рәсәй Федерацияһының гектар буйынса субсидия биреү программаһына ярашлы, орлоҡ ѳсѳн һалынған аҡсаның 189 мең һумын кире ҡайтарыуға ирешкәндәр. Сәселгән ерҙәрҙе кәртәләү ѳсѳн дә ваҡыт һәм аҡса кәрәк. Был майҙандарҙы тәбиғәт шарттарынан бигерәк малдан һаҡлап үҫтереү ѳсѳн дә ҡайһы бер проблемаларҙы хәл итеү мѳһим. Мәҫәлән, ауылда кѳтѳү булмауы сәбәпле, хужалыҡтың 842 гектар ере сәселмәй буш ята. Ошо арҡала ѳҫтәмә сығым түгеп, Үҙән ауылының ерен арендаларға тура килә. Халыҡтың үҙе хәл итә алырҙай ябай ғына нәмәләрҙе лә аңламай, үҙ-үҙенә аяҡ салыуы күңелһеҙ күренеш, әлбиттә.

Баҫыу эштәрен башҡарыуҙы, мал аҙығы әҙерләүҙе техникаһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Ә инде заманса техника алыу ѳсѳн тағы ла аҡса кәрәк. Кеҫә яғының һай булыуы сәбәпле, машина- трактор паркын яңыртыу ѳсѳн ҡыйын булһа ла, тағы ла бурыс ҡамытын кейергә тура килә. Хужалыҡ быйыл 3 млн. 800 мең һум кредит алып, шуға үҙҙәренең булған аҡсаһын да ѳҫтәп, 2 трактор, бер пресс йыйғыс, заманса иген сәскес һәм модернизацияланған бер ер эшкәртеү агрегаты (дискокультиватор) һатып алған. Бындай техникаға эйә булыу, “Урал” ПКС-ына ғына түгел, бѳтә район ѳсѳн шатлыҡлы ваҡиға булды, тиһәк тә хата булмаҫ. Быйылғы һабантуй яланында Сермән ауыл биләмәһе тирмәһе янында хужалыҡтың яңы техникалар парадын күреп күптәр һоҡланғандыр. Хәҙер инде был техникаларҙың үҙ сығымын эштә аҡлауын кѳтѳргә генә ҡала.

Рәүф Тайфур улы әйтеүенсә, техника бер-ике йылда һалынған сумманы кире ҡайтарырға тейеш. Хужалыҡ үҫемлекселектән тыш, малсылыҡ, һѳтсѳлѳк, ҡымыҙсылыҡ менән дә шѳғѳлләнә. Үҙән колхозы тарҡалғас, күтәрелгән кимәлде тѳшѳрмәү ѳсѳн ѳҫтәп 20 баш тана, 20 баш һыйыр һатып ала. Мал ҡарау ѳсѳн 4 кѳтѳүсе, 3 һауынсы бар. Һауылған һѳт литры 28 һум менән ҡалала һатыла. Бының ѳсѳн айырым һатыусы тотола. Бейәләр әллә ни күп булмаһа ла, ҡымыҙ бешеү эше лә үҙен аҡлай, тип әйтергә була. Әҙер ҡымыҙҙы магазиндарға ла ҡуйып һаталар, теләгән кеше йәйләүгә лә килеп ала. Бѳгѳн тиҙерәк инвесторҙар табып, “500 ферма” программаһы буйынса эләккән 50 млн. һум аҡсаны алырға һәм уның ярҙамында фермала башланған ремонтты эшләп бѳтѳргә, һѳтлѳ тоҡомло һыйырҙар һатып алып, һауым күләмен күтәрергә тигән маҡсат ҡуйылған.

Хужалыҡ етәксеһе Рәүф Тайфур улы Хәлитов менән бар яҡлап та уртаҡ тел табырға, проблемаларҙы бергәләп хәл итергә тырышабыҙ. Хужалыҡ былтыр «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы алдынан Аҙнағол ауылындағы 2 саҡрымға яҡын юлды ремонтлауҙа ҙур ярҙам күрһәтһә, быйыл, райондың "Водоканал" предприятиеһы Сермән ауылында һыу үткәреп бѳткәс, Нагорный урамындағы юлдарҙы рәтләргә ярҙам итте. Был хеҙмәттәшлектең файҙаһы ла ике яҡлы булды. Хакимиәт юл ремонтлау ѳсѳн кемдәндер ярҙам һорап, ҡайҙалыр мѳрәжәғәт итеп йѳрѳмәне, ПКС та үҙенә яғыулыҡ ѳсѳн етерлек аҡса эшләп алды. Бынан тыш, хужалыҡ үҙ эшселәренә генә түгел, ауыл халҡына ла тѳрлѳ яҡлап ярҙам күрһәтеп тора. булып йѳрѳргә тура килде. Эшләргә теләмәгән кеше сәбәп итһә, сәбәбе лә табылып тора бит ул. Береһенең аяғы ауырта, һаулығы насар, икенсеһенең йәйәү йѳрѳгѳһѳ килмәй, ат кәрәк. Рәүф Хәлитов менән кәңәшләшеп, ат та биреп ҡараныҡ, барыбер кѳтѳү эшен яйға һалып булманы.

Мәҫәлән, Сермәндең Аҙнағол йүнәлешендәге кѳтѳүгә яҡынса 33 баш мал йѳрѳй, бер башҡа 400 һум түләнгәнде иҫәпкә алһаң, бер эш хаҡы килеп сыға.Ҡайһы берәүҙәр булмағанды күктән кѳтѳп ултырһа ултыра, әммә хәленән килерҙәй мѳмкинлектәр менән файҙаланмай. Кѳтѳүгә риза булмауҙың тағы ла бер сәбәбе бар, күптәр малын кѳтѳүгә йѳрѳтһә лә, аҡсаһын ваҡытында түләргә ашыҡмай. Кемдең бушҡа эшләп йѳрѳгѳһѳ килһен. Был мәсьәлә тѳрлѳ проблемалар тыуҙыра. Ҡарауһыҙ мал оло юлға сыға, сабынлыҡты тапай. Кѳтѳү менән файҙаланмағандарҙың сабынлыҡ һорап, зарланып хакимиәткә килеүе лә ғәжәпләндерә. Ундайҙар, яуапһыҙлығым арҡаһында малым ҡыш ашай торған бесәнен, йәй үк ашап бѳтә, тип уйламай, ә һаман да башҡаларҙың ѳлѳшѳнә инергә ѳмѳт итә. Ошо проблеманы күмәкләп хәл итә алһаҡ, «Урал» ПКС-ы ла үҙ ерендә эшләй алыр, улар сәскән иген культуралары, мал аҙығы ла үҙебеҙҙеке булыр ине. Әлеге ваҡытта «Урал» ПКС-ы дәррәү килеп бесән әҙерләүгә тотонған. Ямғыр яумай, тәбиғәт шарттары уңай торғанда, планға индерелгән мең гектар ерҙе бер айҙа сабып, йыйып алырға ѳмѳтләнә улар.
Эльза МѲХӘМӘҘИЕВА.
Оставить комментарий