Йәйҙең бер кѳнѳ йылды туйҙырыр

Бөгөн ауыл халҡы донъялағы үҙгәрештәргә лә, иҡтисади көрсөккә лә тыныс ҡарай. Күптәрҙең тормошҡа, иҡтисади проблемаларға ҡарашы үҙгәрҙе. Тырыштар, уңғандар баҙар иҡтисадына ла яраҡлашып, бынамын итеп донъя көтөргә өйрәнде, алма бешкәнен көтөп ятыуҙың урынһыҙ булыуын аңланы. Үҙ еренә берегеп, ауыл йәме булып йәшәгән уңған ғаиләләрҙең береһе - Һаруновтар хаҡында бөгөнгө мәҡәләбеҙ.
Оло быуын кешеләренең мал йәнле булыуын, ҡартайғансы мал аҫрарға, унан айырылмаҫҡа тырышыуын яҡшы беләбеҙ һәм быға ғәҙәти күренеш кеүек әллә ни илтифат та бирмәйбеҙ. Ә инде бына ауылда йәшәп, күпләп мал тотҡан йәш ғаиләләр нисектер үҙенән-үҙе иғтибарҙы йәлеп итә. Ундайҙарға хуплау һүҙҙәре еткереп, тормоштарын башҡаларға үрнәк итеп ҡуйғы килә. Ауылдарында “Олойылға” муниципаль унитар ауыл хужалығы предприятиеһы тарҡалғас, ошонда эшләгән Юлиә һәм Илгиз Һаруновтар ҙа юғалып ҡалмай. Заманса ҡарашҡа эйә булған йәш ғаилә үҙҙәре крәҫтиән- фермер хужалығы булдырып, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә хәл итә. Ниәт иткән, маҡсатына еткән, тиҙәр. Бөгөн Һаруновтар ҡасандыр етди ҡарар ҡабул итеүенә һис үкенмәй һәм бына 8 йылдан ашыу эшҡыуарлыҡ эшен уңышлы алып бара. Малсылыҡ шөғөлөнә тотонған ғаилә, башта бер нисә баш мал менән генә көсөн самалап ҡарай. Эштәр алға тәгәрәгәндәй булғас, яйлап мал һанын да күбәйтә. Бөгөн уларҙың быҙау-таналары менән бергә 60 баштан ашыу малы бар. Шуларҙың 30 башы һауын һыйыр. Мал һаны ишәйгәс, башҡаларға Пенсионерҙарға һәм инвалидтарға - сертификаттар 24 июлдән “Башҡортостан Республикаһында эске һәм ситкә сығыу туризмын үҫтереү” маҡсатлы дәүләт программаһының “Башҡортостан Республикаһында социаль туризмды үҫтереү” ярҙамсы программаһына ярашлы, пенсионерҙарға һәм инвалидтарға туристик путевкаларҙың бер өлөшөн түләү өсөн сертификаттар бирелә башланы. Сертификаттарҙы йәшәгән урын буйынса республика Халыҡты социаль яҡлау үҙәге филиалдарында алырға мөмкин. Әйткәндәй, “Башҡортостан Респуб- ликаһында социаль туризмды үҫтереү” ярҙамсы программа 2011 йылдан эшләп килә. 2013 йылдан программала ҡатнашыусыларға туристик путевка хаҡының күпмелер өлөшөн ҡаплау өсөн шәхсән сертификаттар бирелде. Аҙ тәьмин ителгән граждандарға, коляскала йөрөгән I төркөм инвалидтарға һәм инвалид балаларға сертификаттың күләме 12 мең һум булһа, программала ҡатнашыусы башҡаларға 8 мең һум тәшкил итә. Ошо ярҙамсы программаға ярашлы, пенсионерҙар һәм инвалидтар өсөн социаль сәйәхәттәр ойоштороласаҡ. 2011-2014 йылдарҙа социаль сәйәхәт буйынса 20 мең пенсионер һәм инвалид ял иткән. Быйыл республикала 6 мең кешене туристик путевка менән тәьмин итергә планлаштырылған. Уларға Ҡырым ярымутрауында ял итергә мөмкинлек тә буласаҡ. Н. ШӘРИПОВА әҙерләне. Өфөлә I йәштәр форумы үтә 26-29 июлдә Өфөлә БРИКС һәм ШОС илдәренең I йәштәр форумы уҙғарыла. Унда Рәсәй, Бразилия, Һиндостан, Ҡытай, Көньяҡ Африка, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Үзбәкстандың йәш лидерҙары ҡатнаша. Форумды ойоштороусылар билдәләүенсә, бөтә ҡатнашыусылар ҙа үҙҙәренең эшмәкәрлек йүнәлештәре буйынса мөһим ҡаҙаныштарға эйә. Уларҙы Рәсәй менән хеҙмәттәшлек ҡыҙыҡһындыра. «Хәҙер БРИКС-та Рәсәй рәйеслек итә, шуға күрә мөмкин тиклем күберәк берлектәге проекттар булдырыу өсөн ошо мөмкинлекте файҙаланып ҡалырға тейешбеҙ. Форумға ошо илдәрҙең йәмәғәтселек эшмәкәрлеге, бизнес, сәйәсәт, дипломатия менән шөғөлләнгән әүҙем йәштәре йыйыласаҡ. Беҙҙең бурыс - улар аралашһын, тәжрибә уртаҡлашһын, үҙҙәренең эшмәкәрлек өлкәһендә үҙ-ара килешеп эш итеү юлдарын билдәләһен өсөн урын булдырыу», - тип һөйләне Рәсәйҙең Йәштәр союзы рәйесе Павел Красноруцкий. Рәсәй йәмғиәтендә барған социаль- иҡтисади, ижтимағи-сәйәси, фәнни һәм мәҙәни үҙгәрештәрҙе объектив ҡабул итеүгә ярҙам, шулай уҡ берләшмә ағзалары булған илдәрҙең йәмәғәтселек эшмәкәрлеге өлкәһендә дөйөм мәғлүмәт киңлеген булдырыу - форумдың төп маҡсаттарының береһе. Форум биш йүнәлеш буйынса эшләйәсәк, уларҙың йөкмәткеһе БРИКС аббревиатураһының хәрефтәре менән тап килә: B - business (бизнес), R - responsibility (яуаплылыҡ), I - innovation (инновациялар), C - cooperation (хеҙмәттәшлек), S - science (фән). "БАШИНФОРМ" сайтынан алынды. эш урыны булдырыу мөмкинлеге лә сыҡҡан. Һауынсылар әйтеүенсә, эш хаҡы ваҡытында түләнә, эшселәргә ҡарата яҡшы мѳнәсәбәт булдырылған. Кѳн һайын 230 литр самаһы һөттө иртә менән ҡалаға алып барып һатыу хужабикә иңендә. 8 йыл буйы ҡала халҡын һөт, эремсек, май менән тәьмин иткән Юлиәнең һәр иртә һайын үҙен көтөп торған һатып алыусылары ла бар хәҙер. Иртәнге туғыҙҙан 11-12-ләргә һатылып бөткән һөттән сығып фекер йөрөтһәң, улар һатҡан продукцияның ни тиклем үтемле булыуын яҡшы самаларға була. Ғаилә башлығының уйлап эш итеүе, эш рәтен, нескәлеген белеүе бизнесты дөрөҫ алып барырға, иҫәпте хисапҡа тура килтерергә ярҙам итә. Төрлө дәүләт программаларында ҡатнашыу өсөн проекттар төҙөү, документтар артынан йөрөү кеүек етди эштәрҙе ул үҙе башҡара. Әйтһә, һүҙе үткән, эшләһә, эше барған эшҡыуар ҡайһы бер дәүләт программалары менән дә файҙаланырға өлгѳргән. Шул арҡала йорт тѳҙѳү ѳсѳн “Торлаҡ ” федераль программаһының “Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү” ярҙамсы программаһына ярашлы, 522 һум дәүләт ярҙамы алыуға ирешкән. 2013 йылда лизинг буйынса трактор ҙа ала. Ғөмүмән, документтар артынан йөрөү ни тиклем генә мәшәҡәтле булмаһын, Илгиз Һарунов дәүләт биргән бер мөмкинлекте лә ҡулдан ысҡындырмай. Бөгөн ул “Ғаилә һөтсөлөк фермаһы” дәүләт программаһында ҡатнашыу өсөн күңелендәге уй-пландарын барлай. Тышта ауыл кешеһе өсөн йәйҙең бер көнө йылды туйҙырыр уттай ҡыҙыу осор. Хужалыҡ бесән әҙерләүгә тотонған. 45 гектар ергә иген культураһы, 40 гектарға күп йыллыҡ үлән сәселгән. Хәҙер инде уларҙы тәрбиәләп үҫтереп, йыйып алырға ғына кәрәк. Йылғыр хужа «Әбйәлил» сорт участкаһынан һатып алған 11 мең тонна орлоҡ сығымының күпмелер өлөшөн субсидиялай алған. Уңышҡа ирешәм тиһәң, арыҫландай көслө, бал ҡортондай тилбер булыуың шарт. Иртә таңдан ҡара кискәсә эш менән булған Һаруновтарға был йәһәттән һүҙ тейҙерерлек түгел. Береһендә көс булһа, икенсеһе тилберлеге менән алдыра. Бѳгѳн һауын һыйырҙар иҫәбен тағы ла арттырырға ниәт итәләр. Һѳт продукттарынан башҡа кѳҙѳн 15- ләп баш мал һуйып, йәрминкәгә сығаралар. «Ауылда мал тотоп, эшләгәнеңдең файҙаһын күреп, матур йәшәү ѳсѳн бѳтә шарттар ҙа бар. Бары тик теләгең, ҡалын елкәң һәм эш рәте белгән ҡулдарың, кәрәк саҡта ярҙам итеп ебәрер туғандарың, яҡындарың булһын», - ти Һаруновтар. Бѳгѳн бер туған ағалы-ҡустылы Илгиз һәм Реваль Һаруновтар ең һыҙғанып бесән әҙерләү менән мәшғүл. Яуаплы, мәшәҡәтле осорҙа ҡусты кеше ағаһының иң яҡын ярҙамсыһы, таянысы. Һүҙ ҙә юҡ, тырыш ғаиләлә балалар ҙа иртә йәштән хеҙмәт һѳйѳп, ата-әсәһенән ѳлгѳ алып үҫә. Һаруновтарҙың ҡыҙҙары Ильвина ла, улдары Шакир ҙа мәктәптә бары тик яҡшы билдәләргә генә ѳлгәшә, тѳрлѳ олимпиада, ярыштарҙа теләп ҡатнаша һәм призлы урындар яулай. Быйыл III класҡа уҡырға барған Шакир кесе йәштән шахмат менән мауыға. Уның республика, район, ҡала буйынса шахмат ярыштарында алған Маҡтау ҡағыҙҙары, Диплом, миҙалдарҙың иҫәбе-хисабы юҡ. Ауылдаштары, күршеләре менән уртаҡ тел табып, матур йәшәй Юлиә менән Илгиз Һаруновтар. Улар хаҡында ауылдаштары ла бары тик маҡтау һүҙҙәре генә әйтә. Ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Гѳлсәсәк Баһауетдинова: - Һаруновтар ауылда ѳлгѳлѳ, ихтирамлы ғаиләләрҙең береһе. Ҡайһы берәүҙәрҙе арттарынан этеп-тѳртѳп, бер туҡтауһыҙ ярҙам итеп торһаң да, уңышҡа ирешә алмай. Ә Илгиз менән Юлиә бары тик үҙ кѳстәре, тырышлыҡтары менән генә бынамын тигән йорт һалып, бер-береһенә терәк-таныс булып, гѳрләтеп донъя кѳтә. Улар тѳрлѳ йәмәғәт эштәрендә, мәҙәни, спорт сараларында ла әүҙем ҡатнаша, байрамдар ойоштороуға һәр саҡ тиерлек бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә. Юлиә ҡатын- ҡыҙҙар советы ағзаһы ла. Ул сәскәләр үҫтерергә, китаптар уҡырға ярата, матур йырлай, һәр яҡлап мәғлүмәтле. Алсаҡ, яуаплы һәм ярҙамсыл булыуы менән дә ауылдаштарының хѳрмәтен яулаған. Ауылыбыҙҙа ошондай ғаиләләр булыуына шатланабыҙ. Бѳгѳнгѳ мәҡәләбеҙҙә бәләкәй генә ауылдың гѳрләтеп донъя кѳткән, дәртле, сәмле ғаилә тормошона күҙ һалдыҡ һәм ошондай уңғандарҙы барыһының да ихтирам итеүенә, дәүләттең дә уларҙың тырышлығын, башҡарған эштәрен күреп, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыуына инандыҡ.
Эльза МѲХӘМӘҘИЕВА.
Оставить комментарий