Нәҫелдән килгән кәсеп

Ауыл ерендә эш юҡ, тип әйтеүселәргә аптырарһың. Бөтә мөмкинлектәр бар: мал-тыуар үрсетәм тиһәң, көтөүлектәр йәйрәп ята, сәсергә уйлаһаң, буш баҫыуҙар ҙа юҡ түгел. Сит яҡтарға сығып китеү ҙә кәрәкмәй, бары тик ҡыйыулыҡты эшкә ек. Ялҡаулыҡты ситкә ҡуйып, эшкә тотонһаң, ҡулыңдан барыһы ла киләсәк. Хәҙер йылҡысылыҡ, ҡымыҙ бешеү менән ҙур хужалыҡтар ғына шѳғѳлләнеп ҡалмай, бәләкәй шәхси хужалыҡтар ҙа шифалы эсемлек яһап рәхәтләнә, һатып алыусыларын да һѳйѳндѳрә.

Дамир Солтанов оҙаҡ йылдар эске эштәр органдарында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡас, йыл- ҡысылыҡ менән шѳғѳлләнә башлай. Беренсенән, бала саҡтан килгән хыялын тор- мошҡа ашырған, икенсенән, ошо хеҙмәте аша йәшәү рә- үешен һәм үҙ урынын та- быуға өлгәшкән. Әйткәндәй, Әхмәр ауылы Солтановтарҙың был кәсебе нәҫелдән килә. Олатаһының атаһы Солтанғәле лә ҡатыны Сәмсиә менән Сырылдаҡ утарында күпләп йылҡы малы тотоп, бейә бәйләп ғүмер кисергән. Әхмәрҙең мал һимертеү совхозында йылҡы ҡараған, ҡымыҙ бешкән ата-әсәһе Сания һәм Айса Солтановтарға бәләкәйҙән яр- ҙамлашып үҫә Дамир Айса улы. Тормош иптәше Айгѳлдѳң ата- әсәһе Сәлхиә апай менән Лут ағай Нуховтар ҙа ҡасандыр юл тѳҙѳү-ремонтлау идаралығының ярҙамсы хужалығы аттарын кѳтѳп, ҡымыҙ бешкән кешеләр. Ниндәйҙер кимәлдә, был да бала саҡ хыялын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ иткәндер. Дамир Солтанов Әхмәрҙәге ер участкаһын ҡулайлаштырып, йылҡыларын 13 башҡа еткер- гән. Ә ҡымыҙға быйыл ғына тотонғандар. Бейә бәйләргә Дамирға Әмир Йосопов ярҙам итә (ѳйѳрҙә уның да бер нисә баш йылҡыһы бар). 7 бейәне кѳнѳнә ѳс тапҡыр Әмир Тайфур улы (ѳҫкѳ һүрәттә) һауа. Бәләкәйҙән ата-әсәһенә ярҙам иткән Әмир ағай ѳсѳн был эш ят түгел. Күп йылдар инде был шѳғѳлѳндә. Бейәләрҙе махсус ҡураға индереп, бәйләп тороу ҙа кәрәкмәй оҫтаға. Һауын мәлендә аҡыллы хайуандар тик кенә тора. “Иркә” ҡу- шаматлыһы иң һѳтлѳһѳ булһа, “Ҡара бейә”, беренсе йыл ғына һауҙырыуына ҡарамаҫтан, иң аҡыллыһы, һауын ваҡыты етеү менән Әмир ағайҙың яурынын тешләй башлай. Кѳнѳнә бейә һѳтѳнән 30 литрлап ҡымыҙ бешелә. Тәмле эсемлекте әҙерләүҙә Дамир Айса улына ҡыҙы Алина ярҙам итә. Ә Әмир Тайфур улы үҙ эшенең оҫтаһы, тормош иптәше Рәзиләнең дә күңел йылыһы һалына. Шифалы эсемлекте даими һатып алыусылары Әхмәрҙә, Әзекәйҙә, Белоретта бар. Ѳйѳрҙѳ Рәшит Нухов кѳтә. Малды ваҡытында ашатып, ваҡытында ҡураға индерергә кәрәк. Техника ла булғас, ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ әҙерләнгән. Бесән әҙерләүҙә балалары Алина, Динистың һәм туғандарының ѳлѳшѳ ба- һалап бѳткѳһѳҙ. Дамир Солтанов ауыл эр- гәһенән ер алып, уңайлы ҡу- ралар эшләп, аттарын тағы ла күбәйтеү теләге менән яна. Был уға, ат йәнле кешегә, сихәт бирә. Ярҙамсылары булғас, эшләүе тә еңел.
Э. ХӘМЗИНА.
Автор фотолары.
Оставить комментарий