Тағы шул уҡ тырмаға баҫмайбыҙмы?

Бѳгѳн беҙҙе, бигерәк тә ауыл кешеһен, ниндәй генә яңылыҡтар, закондар менән “ҡыуандырмайҙар” - иҫең китерлек. Быйыл ғына Таможня союзының техник регламентына ярашлы, һатыу ѳсѳн тәғәйенләнгән мал фәҡәт махсус урындарҙа һуйылырға тейешлеген белдерһәләр, һуңғы яңылыҡ та мал аҫрауға бәйле булды. Был юлы шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа мал һанын сикләмәкселәр.

Мәсьәләне Ставрополь крайы гу- бернаторы Владимир Владимиров август башында үткәрелгән Хѳ- күмәт кәңәшмәһендә күтәреп сыҡты. Уның фекеренсә, бѳгѳнгѳ кѳндә Рәсәйҙә, башҡа тѳбәктәрҙә шәхси хужалыҡтарҙың аныҡ ҡына критерийҙары юҡ. Йәнәһе, шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа мал һаны күбәйеп киткән. Үҙҙәрен шәхси хужалыҡ тип йѳрѳткән ҡайһы берәүҙәр бер нисә мең һарыҡ, меңләп эре мал тота, ти тѳбәк губернаторы. Шуға ла Владимир Владимиров Хѳкүмәт башлығына хужалыҡты биш һыйыр һәм 20 баш һарыҡҡа ғына ҡалдырырға тигән тәҡдим менән мѳрәжәғәт итте. Ғѳмүмән, шәхси ярҙамсы хужалыҡтар ѳсѳн критерийҙар бил- дәләргә, нимәгәлер ѳҫтѳнлѳк бирергә, нимәнелер тыйырға... Эйе, һуңғы ваҡытта беҙҙә сикләү-тыйыу тигән һүҙҙәр күбәйеп китте.

Бѳгѳн ауыл кешеһенә иркен йәшәргә, эшмәкәрлек алып барырға әллә ни мѳмкинлек юҡ. Владимир Владимировтың тәҡди- ме Хѳкүмәт башлығы тарафынан ҡабул ителде, тимәк, ул етди. Әллә ни күп мал аҫрамаған ғаиләләргә борсолорға урын юҡ. Артыҡ малды бѳтѳрѳргә тигәнгә тиклем барып етмәҫтәр, моғайын. Әммә баҙар шарттарында «шәхси хужалыҡ» ти- гән тѳшѳнсә юҡҡа сығасаҡ. Шәхси хужалыҡтарҙың ил иҡтисадындағы әһәмиәте ҙур. Шуға бындай үҙ- гәрештәр, сикләүҙәр халыҡта шом һала. Уйлап ҡарағанда, ошондай закон ҡабул ителеүе бик ихтимал. Бер нисә һыйырҙан, һарыҡ-кәзәнән, ҡош- ҡорттан артыҡ тотмаҫҡа тиһәләр, халыҡ иғтибар итмәйәсәк. Ә инде бер һыйыр ғына тигән сикләү ҡуйылһа, был бәкәлгә һуғасаҡ. Ауыл ерендә күптәр шул малға таяна, үҙенән артҡанын һата, балаларын уҡыта, туғандарына тарата. Тап шуға күрә шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға лимит билдәләү мәсьәләһен хәл иткәндә субъекттарҙың фекерен иҫәпкә алып, сикләүҙәр кәрәкме-юҡмы икәнен һәр тѳбәк үҙе хәл итергә тейештер. Ауыл ерендә мал-тыуар, ҡош-ҡорт тотоу, йәшелсә-емеш үҫтереү былай ҙа отошһоҙ шѳғѳлгә әйләнде. Элек бер нисә кѳтѳү сығарылған ауылдарҙа хәҙер ул берәүгә генә ҡалып бара.

Шәхси хужалыҡтарҙа ла мал һаны күп түгел, улары ла 3-4 ай ғына кѳтѳүгә йѳрѳп ҡала, ә ҡалған айҙарҙа аҙбарҙа тора. Күп мал тотоусы уны һуйып һатыу ѳсѳн дә хәҙер, байтаҡ юл үтеп, махсус һуйыу урынына алып барырға тейеш. Юл хаҡы, һуйған, рѳхсәт алған ѳсѳн дә күп кенә аҡса түләргә кәрәк буласаҡ. Губернатор талап иткән һалымдар, санитар-гигиена шарттар ҙа икенсе тѳрлѳ булырға тейеш. Мал башын сикләүҙе санитар нормаларға ла бәйләйҙәр. Ҡош, сусҡа киҙеүе кеүек эпидемиялар мал ни тиклем аҙ булһа, шул тиклем хәүефһеҙерәк тә, тигән һығымтаға килде етәкселәр. Малдың бѳтѳүе ауылдарҙың юҡҡа сығыуына, ѳй эсендә бикләнеп кенә йәшәүенә килтерә түгелме? Ғѳмүмән, малды сикләү кеүек “эш”те оло быуын кешеләре күрҙе инде. Никита Хрущев заманын йыш иҫкә алалар. Шәхси хужалыҡта мал һанын ҡыҫҡартырға теләү бер бѳгѳн генә түгел, әлбиттә. Ниндәйҙер сикләүҙәр уйлап сығарып, тағы ла шул уҡ тырма башына баҫыу булмаҫмы икән?

Ф. ШӘЙӘХМӘТОВ, ауыл хужалығы ветераны: - Бындай сикләүҙе кем уйлап сығарғандыр? Былай ҙа хужалыҡтар кәмеүгә табан бара. Ни ѳсѳн шәхси хужалыҡтарҙа мал һанын кәметеү кәрәктер инде, бәлки, бының икенсе берәй сәбәбе барҙыр? Шәхси хужалыҡтарҙағы, ауыл хужалығы предприятиеларындағы мал иҫәбен кәметергә ярамай, сѳнки ауыл кешеһе элек-электән мал арҡаһында кѳн итә, ул уның кѳнкүреше, йәшәйеше. Киреһенсә, мал иҫәбен арттырыу ѳҫтѳндә эшләргә кәрәк. Борон кеше нимәгә оҫта - шуны тоторға тырышҡан. Беҙҙең яҡтарҙа йылҡысылыҡ ныҡ үҫешкән. Игенен дә, арышын да сәскәндәр. Шәхси, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарына ярҙам кәрәк. Улар тырышып ҡарай, ләкин үҙаллы бер нәмә лә эшләй алмай. Методик ярҙам етмәй. Ҡайһы берәүҙәр генә алға китә ала, күптәре ярты юлда туҡталып ҡала. Элегерәк барыһына ла ер, сабынлыҡтар етә ине. Ә бѳгѳнгѳ кѳндә ауыл кешеһе ҡырға барып бесән эшләргә мәжбүр. Күптәребеҙ сит яҡтарҙан һатып ала. Ауыл хужалығында тәртип булдырмайынса, илдә алға китеш булмаясаҡ. Был хата аҙым. Хатаны ебәрмәү ѳсѳн тѳптән уйлап эш итергә кәрәк.

З. САБИТОВА, баҙарҙа һатыусы: - Бер ҙә ауыл халҡына иркенләп йәшәргә ирек бирмәйҙәр. Тағы ла әллә нимә уйлап сығарҙылар. Былай ҙа дәүләткә әллә күпме һалым түләйбеҙ. Ер, сабынлыҡтар ѳсѳн дә түләргә кәрәк. Техникаң булмаһа, бесәнен дә түләп эшләтергә тура килә. Уныһы булған хәлдә, яғыулыҡ кәрәк. Мал аҙығын да һатып алабыҙ. Күпме кѳс, сығым талап ителә. Малды ла бит ҡоторған кѳндән тотмайбыҙ. Балаларҙы уҡытырға, башҡа кәрәк-яраҡтар ѳсѳн кәрәк. Әгәр закон ҡабул ителһә, тәү сиратта, ябай халыҡ зыян күрәсәк.

С. ЯҠУПОВ, ветеран: - Уйлаһалар, уйлап сығаралар бит. Күрәһең, депутаттарҙың башҡа эштәре юҡ. Элекке Хрущев заманына әйләнеп ҡайтабыҙ түгелме? Мин бәләкәй саҡта, атай-әсәйем мал иҫәбен алырға килеүселәргә хужалыҡтағы мал һанын кәметеп әйтә торғайны. Бәрәстәрҙе йәшертеп, тәҙрәнән беҙгә, бәләкәй малайҙарға, бирә торғайнылар. Әлбиттә, Рәсәйҙә малды күп тотҡан йылы тѳбәктәр бар. Шуға ла һәр тѳбәк шәхси хужалыҡтарға күпме мал тоторға кәрәклеген үҙе хәл итһен.
Э. ХӘМЗИНА
Оставить комментарий