Егәрле лә, дәртле лә Аҙналы ауылы халҡы

Был тормошта нисегерәк һәм ниндәйерәк йүнәлеш менән йәшәүҙе әҙәм балаһы үҙе хәл итә. Берәүҙәр алдына ҡуйған ниәт-маҡсаттарына ирешеү ѳсѳн әллә ниндәй кәртәләрҙе лә емереп үтә, икенселәре бәләкәй генә ҡыйынлыҡтар алдында ла ҡурҡып-ҡаушап ҡала. Кемдер тауҙай эштәр атҡарып та, тауыш-тын күтәрмәй баш баҫып йәшәүҙе хуп күрһә, ѳсѳнсѳләре зарланырға ярата. Ә шулай ҙа, заман ауырлыҡтарына бирешмәй, тешен ҡыҫып булһа ла, лайыҡлы йәшәргә, үҙ артынан матур эҙ ҡалдырырға тырышҡандары иғтибарҙы нығыраҡ йәлеп итә. Шуныһы ҡыуаныслы, районыбыҙҙа ауылдары менән тырыш, күптәргә ѳлгѳ булып торғандар етерлек.

Мәҫәлән, был исемлеккә Аҙналы халҡын индереү бер ҙә хата булмаҫ ине. Быға тиклем дә нәҡ ошо ауыл халҡының егәрле, дәртле булыуы хаҡында гәзитебеҙҙә йыш телгә алдыҡ. Бер нисә йыл элек Аҙналының республикалағы иң матур ауылдарҙың береһе булып танылыуы ла бушҡа ғына түгел. Ауылда бѳтәһе 535 кеше йәшәй, хужалыҡтар һаны - 148. 18 йәшкә тиклем - 146, 18-ҙән 30-ға тиклем - 106, 30-ҙан 60-ҡа тиклем - 231, унан олораҡтар - 52 кеше иҫәпләнә. Бында ауыл тормошоноң файҙаһын күрә, шифаһын тоя белгәндәр, рәхәтләнеп мал, ҡош-ҡорт аҫраған, баҡса үҫтергәндәр йәшәй тиергә лә була. Ауылдағы 148 хужалыҡта 349 баш - эре, 230 баш ваҡ мал, 80 баш йылҡы булыуы ошоға асыҡ дәлил. Быға ғәжәпләнергә лә кәрәкмәйҙер, сѳнки бер йылға һыуы эсеп, бер үк һауа һулап, бер мѳхиттә ҡайнап йәшәгәндәр, ғәҙәттә, холоҡ-ғәҙәттәре менән дә оҡшашыраҡ була.

Шуға күрә Аҙналы ауылында йәштәре лә, ололары ла береһенән- береһе уҙҙырып, гѳрләтеп донъя кѳтә. Был һүҙҙәрҙең хаҡлығын ошо ауылда булып киткәндәр бер һүҙһеҙ хуплар ине, моғайын. Май сүлмәге тышынан билдәле, тип бушҡа ғына әйтмәй шул халыҡ. Аҙналыға килеп инеү менән матур йорттар, тѳҙѳк ихаталар күҙгә ташлана. Урам буйҙары ла таҙа, бѳтә урамды йәмһеҙләп ултырған емерек ѳйҙәр ҙә күренмәй. Мал тотҡандар күп булғанлыҡтан, районда кѳнүҙәк проблемаға әйләнгән кѳтѳү мәсьәләһе лә уңышлы хәл ителгән.

Ауылдаштарының тырышлығы, уңғанлығы хаҡында Аҙналы старостаһы һәм депутаты Хәлим Салауат улы МУЛЛАҒӘЛӘМОВ ғорурланып һѳйләй. - Аҙналыла бай халыҡ йәшәй тигәндәрен йыш ишетергә була. Был ысынлап та шулай. Ауылдаштарымдың барыһы ла заман проб- лемаларына ҡарамай, матур йорттарҙа етеш ғүмер итә. Эш урындарына маҡтанырлыҡ булмаһа ла, аҡса эшләү юлдарын һәр кем үҙенсә табырға тырыша. Был йәһәттән аҙналыларға һүҙ әйтерлек түгел. Ялҡау булмағас, яйы ла табылып тора.

Кемдер ҡалаға йѳрѳп эшләһә, икенселәре йыл әйләнәһенә ҡалаға алып барып һѳтѳн, эремсеген, майын һата. Яҙ иһә тиреҫ, ҡымыҙлыҡ һатыу менән башланып китә, йәйен емеш-еләк, кѳҙгѳһѳн бәшмәк йыйыу ҙа ҙур ғына килем килтерә. Ауыл ерендә ҡарап торғаның - мал. Эше ауыр булһа ла, унан килгән табыштың файҙаһын яҡшы аңлай ауылдаштар. Йыл яҡшы килеү сәбәпле, быйыл бесәнде лә ваҡытында мул итеп эшләп алдылар. Мәҫәлән, яңғыҙы ике бала тәрбиәләгән Дилбәр Әҙелмырҙина бер үҙе 14 эҫкерт эшләп алды. Уның биш аты, ике һыйыры, тана-торполары бар, ваҡ малы күп. Тормошоноң етеш, донъяһының бар яҡлап та ялтырап ятыуы менән күптәргә ѳлгѳ булып тора ул. Дүрт һыйыр, күпләп ваҡ мал аҫраған Тимерйән Лоҡманов 30 эҫкерт ҡойҙо. Ул быйыл кредитҡа трактор ҙа һатып алды. Ғүмер буйы колхозда эшләп, ауыр эштең бар нескәлеген белгән бѳгѳнгѳ пенсионерҙар ҙа ѳйҙә тик ултырмай.

Мәҫәлән, Рәфилә менән Нәғим Лоҡмановтар, Хәнифә менән Заһир Йәмиловтар, Мәүлиха апай менән Хатап ағай Йәғәфәровтар, Әнисә Әбдрәхимова, хаҡлы ялда булһалар ҙа, мал тотоп, бесән эшләп, илдәге иҡтисади кѳрсѳктѳ бар тип тә белмәй, балаларына ярҙам итеп йәшәргә тырыша. Быйыл кѳтѳү ойоштороуҙы шәхсән үҙ ѳҫтѳмә алып, контролдә тотам. Кѳтѳүҙе мал башына ҡарап, сиратлап кѳтәбеҙ. Әлегә был эшебеҙ ыңғай ғына бара. Ағас, ер алыу проблемаһы булмаһа, ауылыбыҙ тағы ла үҫер, йәштәребеҙ ҙә күберәк ауылда ҡалыр ине. Урманлы районда йәшәп тә ағас, утын проблемаһының йылдан-йыл ҡатмарлашыуы борсолдора. Шуға ҡарамаҫтан, яңы йорт һалып сығыусылар, магазин тѳҙѳүселәр ҙә бар. Аҙналылар ерҙең файҙаһын яҡшы аңлай. Был йәһәттән аңлатыу эштәрен дә киң алып барҙыҡ. Шуға күрә һәр кем үҙенә тәғәйен пай ерен күптән үк рәсмиләштереп ҡуйған. Бѳгѳн был ерҙәр ҡараулы, береһе лә буш ятмай. Йәш быуындың күп булыуы ауылдың киләсәгенә ышанысты арттыра. Тик бында ла хәл итәһе мәсьәләләр етерлек. Был йәһәттән, тәү сиратта, клуб тѳҙѳүҙе тормошҡа ашырыу яҡшы булыр ине. 1974 йылда Лапыштынан элекке заводчик Демидовтың китапханаһын ауылға клуб итеп килтереп ултыртҡандар. Йыл һайын тиерлек ремонт эшләнгән бинаның инде ремонтларлыҡ ере лә ҡалмаған, тулыһынса сереп бѳткән, йылы ла тотмай. Иҫкегә тейһәң, иҫең китер, тип бушҡа ғына әйтмәйҙәр шул. Йәш саҡта клубҡа сыҡҡы, таң атҡансы йѳрѳгѳ лә килә, тик бѳгѳн ошо иҫке генә клубтың да күп осраҡта асылмай бикле тороуына зарлана йәштәр. Бергәләшеп тигәндәй, урамыбыҙға һыу үткәреү мәсьәләһен дә уңышлы хәл иттек. Быйыл, ниһайәт, Салауат Юлаев урамына колонка ҡуйҙылар. Халыҡ бер саҡрымдай алыҫлыҡта ятҡан һыуға йѳрѳүҙән ҡотолдо. Был йәһәттән аҙналыларҙы һыулы итеү ѳсѳн ҙур кѳс һалған райондың һыу үткәргес селтәрҙәре начальнигы Фәрит Бикҡоловҡа, һыу колонкаларын тѳҙѳк, тәртиптә тотоу ѳсѳн тырышҡан Кинйәбулат Ғәбитовҡа рәхмәтлебеҙ. Еңеү урамына ҡырсынташ түшәтеү проблемаһын да ыңғай хәл итһәләр, ауыл тағы ла матурайыбыраҡ китер ине. Бѳгѳн күп кенә кешеләрҙең, килеменә ҡарағанда сығымы күп, тип мал тотмауҙарын яҡшы беләбеҙ. Тѳптән уйлап ҡараһаң, был һүҙҙәрҙә лә хаҡлыҡ бар. Мәҫәлән, бына минең 7 баш атым, 6 һыйырым бар. Фермер булмаһам да, йәйгеһен кѳнѳнә 60, ҡышҡыһын 45-50 литр һѳт һатам. Сағыштырып ҡарағанда, минең «Урал» ПКС-ынан да күберәк һѳт һатыуым күренер ине. Улар, юридик яҡтан теркәлгәнлектән, Хѳкүмәт дотацияһын да ала, күпмелер һалымдан да азат ителә. Был йәһәттән фермерҙарға дәүләт ярҙамының күп булыуын беләбеҙ. Шуныһы үкенесле, күпләп мал тотҡан, үҙ ерен эшкәрткән ябай кешеләргә бындай ярҙам күрһәтелмәй. Һәр кемдең үҙ ерен эшкәрткеһе, нимәлер үҫтергеһе, файҙаһын күреп, килемен алғыһы килә. Ә бит барыһы ла был ерҙәр ѳсѳн һалымын ваҡытында түләп бара. Исмаһам, пай ерҙәрен эшкәртеүгә техника алыу ѳсѳн дәүләт тарафынан ниндәйҙер субсидиялар бүленһә, йәиһә ташламалар ҡаралһа, ябай халыҡ ҡына түгел, бынан Хѳкүмәт үҙе лә отор ине. Был мәсьәлә буйынса ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Салауат улы Йыһаншинға ла мѳрәжәғәт итеп ҡараным. Аныҡ факттар, дәлилдәр килтерҙем. Ул уйлашырға кәрәк, тип үҙ фекерен белдерҙе. Тимәк, тырышҡанда эшҡыуар булып тер- кәлмәгән халыҡҡа ла ниндәйҙер ярҙам итеү юлдарын табырға була. Хәл итәһе проблемалар етерлек булһа ла, аҙналылар башҡаларҙан ҡалышмай дәртләнеп тормош кѳтә. Ауылыбыҙҙың шундай дәртле, егәрле кешеләре булғанда, староста булараҡ, миңә лә эшләүе, ауылдаштар менән бергәләп ниндәйҙер проблемаларҙы хәл итеүе лә еңелерәк, - ти Хәлим Салауат улы. Эйе, матур, етеш тормош ѳсѳн тырышҡан, ауылының киләсәге хаҡында уйлай белгәндәр булғанда ауылдарыбыҙ, һис шикһеҙ, йәшәр, ошо ерлектән Тыуған иленең, еренең ҡәҙерен белгән эшһѳйәр, илһѳйәр йәштәр үҫеп сығыр, тип ышанғы килә.
Эльза МѲХӘМӘҘИЕВА. Хәлим МУЛЛАҒӘЛӘМОВ фотолары.
Оставить комментарий