Баҙар бай ҙа ул, кеҫә һай шул

Һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығын үҫтереүгә илебеҙ Хөкүмәте тарафынан ҙур иғтибар бүленә. Ошо тармаҡта бихисап маҡсатлы программалар эшләй. Уларҙы файҙаланып, крәҫтиән хужалығын киңәйтеүселәр, йә фермерлыҡ эшен башлауға йөрьәт итеүселәр ҙә әҙ түгел. Әммә башлыса үҙ йүнен үҙе күреп ғәҙәтләнгән ауыл халҡы әүәлгесә мал тотоп, йәшелсә үҫтереп көн күреүҙе хуп күрә. Биғәйбә, ауыл кешеһенә элекке (колхоз заманында) кеүек баш баҫып, аҡса эшләрлек эш урыны, шарттар ҙа юҡ шул. Шулай ҙа ҡаршылыҡтарҙы еңеп өйрәнгән, ныҡыш крәҫтиәндәр көткән малынан табыш алыу ниәтендә һәр төрлө юлдарға барырға мәжбүр, сөнки ауылда етештерелгән аҙыҡ-түлекте һатыу еңелдән түгелдер, тигән фекерем редакцияға килгән хатты уҡығандан һуң тағы нығынды. Уны ябай ауыл кешеһе яҙғайны.

“Һаумыһығыҙ, хөрмәтле редакция хеҙмәткәрҙәре. Ауылда тыуып үҫеп, ғүмер буйы ошонда көн күргән дүрт бала әсәһемен. Ирем күрше ауылға йөрөп эшләй. Айына 6-7 мең эш хаҡы ала. Үҙем дә унда-бында ваҡытлыса ялланып эшләйем. Әммә эш хаҡына ғына йәшәү мөмкин түгел. Балалар ҙа үҫеп етеп килә, кейендерергә, уҡытырға ла аҡса кәрәк. Шуға күрә, күпләп мал тоторға тырышабыҙ, тик бына үҙебеҙ етештергән аҙыҡ- түлекте һатыу үҙе бер проблема, сөнки беҙҙең ҡалала ауыл продукцияһын һатыу өсөн шарттар юҡ тип әйтерлек. Әгәр ҙә ваҡытлыса ойошторолған йәрминкәләрҙе, “Ҡала баҙары” бүлгән ҙур булмаған урынды иҫәпкә алмағанда, ә бит һөт, ҡаймаҡ, эремсек кеүек аҙыҡ-түлектәрҙе йәрминкәне көтөп, йыйып һалып ҡуйып та булмай. Ә инде баҙар эсенә инеп һатырға һәр теләгән кешегә мөмкинселектәр юҡ, беренсенән, ауыл хужалығы тауарҙарын ҡуйып һатырға урын бик әҙ бүленгән, икенсенән, 10-15 литр һөтөңдө һатҡан хаҡ аренданы ла ҡапламай.

Шуға күрә, беҙгә урам буйҙарында, ҡасып- боҫоп һатыуҙан башҡа сара ҡалмай. Фәҡәт ауыл хужалығында етештерелгән тауарҙы һатыу өсөн махсус рәүештә уңайлы урын, йәғни баҙар эшләү мөмкинлеге юҡмы икән? РӘЗИЛӘ.” - тип ауылда етештерелгән про- дукцияны һатыу проблемаһы кү- тәрелгәйне хат юлдарында. Уны уҡып сыҡҡандан һуң, ысынлап та был тәңгәлдә хәлдәр шул тиклем ҡырҡыу торамы икән ни, тигән һорау менән баҙарға юлландым. Металлургтар майҙанынан ки- леп төшөү менән Точисский урамы буйлап һөт аҙыҡтары һатыусылар сәпсектәр кеүек те- ҙелешеп киткәйне. Эргәләренә барып, хәл-әхүәлдәрен һорашып, үҙемдең ниндәй ниәт менән йөрөүемде белдергәс, бер ауыҙҙан хат авторының фекерен күтәреп алдылар. - Мин бында егеме йылдан ашыу һөт һатам. Ошо йылдарҙа ҡалала күпме сауҙа үҙәктәре төҙөлдө, ниңәлер береһендә лә ауыл хужалығы тауарҙарын һатыу өсөн генә булдырылған махсус комплекстар юҡ.
Мәҫәлән, Учалы ҡалаһында ауыл хужалығы баҙары бар: ун һумыңды түләйһең дә тороп һатаһың, шунда уҡ һөттөң сифатын тикшереп, тәғәйен документ (справка) бирәләр. Йы-лы, ел-ямғырҙан ышыҡ, махсус өҫтәлдәр, үҙҙәренең үлсәүҙәре, хатта эскәмйәләр бар унда. Бына бит теләк булһа, шарттар ҙа эшләргә була. Ә беҙ бында әҙме- күпме аҡса эшләйбеҙ, тип өшөп, һыуыҡ тейҙереп ҡайтабыҙ. Ҡалай итәһең, йәшәргә кәрәк... Бер мәлде ошо урындан ҡыуғастар, ҡала баҙарының аҙыҡ-түлектәр павильонына барып, 300 һум аренда хаҡы түләп, тороп ҡараным. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, түләгән аҡсамды ла кире ҡайтара алманым. Беҙҙә лә ауыл хужалығы аҙыҡ-түлеген һатыу өсөн шарттар булдырһындар ине, - тип әсенеп һөйләгән ҡатынға икенсеһе ҡушылды.
- Шундай уҡ ауыл хужалығы баҙары Баймаҡ ҡалаһында ла бар. Ҡаплы махсус баҙар төҙөгәндәр, ауыл халҡы егерме һумын түләй ҙә рәхәтләнеп, ауылдан алып килгән әйберен шунда һата. Беҙ бында ирекһеҙҙең сигенән торабыҙ инде. Мин үҙем 5 бала тәрбиәләйем, эш хаҡым бик әҙ. Мал тотоп, ағын һатып төп килемде ошонан алабыҙ. Илебеҙ үҫешә, алға китә, йыл һайын яңынан-яңы төҙөлөштәр үҫеп сыға, ә бәләкәй генә ауыл хужалығы тауарҙарын һатыу өсөн махсус баҙар төҙөлмәй. Элекке заманда һис юғы колхоз баҙары була торғайны, ә хәҙер уныһын да бөтөрҙөләр, - тип фекере менән уртаҡлашты ул да. Ысынлап та, бынан ике тиҫтә йыл алға әйләнеп ҡайтһаҡ, хәҙерге сауҙа комплексы урынында “Колхоз баҙары” эшләй торғайны, шунда уҡ сауҙәгәрҙәргә ҡунып сығырға шарттар ҙа булды. Хәҙер ауыл халҡы ул мәлдәрҙе һағынып ҡына иҫкә ала. Заман башҡа - заң башҡа, тигәндәй, әлеге ваҡытта етештергән аҙығыңды, тауарыңды һатыу өсөн бөтөнләй талаптар икенсе. Эйе, хәҙер ҙә урамда һатыу мөмкинселеге бар, әммә уның өсөн әллә күпме ҡағыҙ артынан йүгерергә кәрәк. Элек етештергән продукцияңды урамда һатыр өсөн ни бары урамда һатыуға рөхсәт алырға кәрәк булһа, бөгөн иһә ҡағиҙәләр бөтөнләй ҡатмарлы, йәғни урамда сауҙа итеү өсөн иң элек тәғәйен адрес буйынса һатыу объекты ҡуйырға (палатка) рөхсәт алырға тейешһең.
Артабан бик оҙаҡ ҡағыҙ эштәре артынан сабырға тура киләсәк. Ә инде урамда һатыу хоҡуғын алыу өсөн иң элек урындағы ҡулланыусылар баҙары, тауар ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау идаралығына ғариза менән мөрәжәғәт итергә кәрәк. Һатҡан аҙыҡ-түлектең санитар ҡағиҙәләргә яуап биреүе мотлаҡ. Ҡыҫҡаһы, теләһә ҡайһы ваҡытта санитар-эпидемиология хеҙмәте ағзаларына күрһәтеү өсөн тейешле документтар (медицина кенәгәһе, һатҡан аҙыҡ-түлектең сифатын һәм законлы юл менән табылыуын иҫбатлаусы справка) һатыусы ҡулында һәр саҡ булырға тейеш. Урам буйында рөхсәтһеҙ һатыусыларға 500 һумдан 3000 һумға тиклем административ штраф ҡаралған. Ҡалала яҡшы шарттары булған сауҙа үҙәктәре булып та, ни өсөн ауыл кешеһе етештергән аҙыҡ- түлеген урамда һата икән, тигән уйҙарға сумып, “Ҡала баҙары” сауҙа комплексына йүнәлдем.
Ауыл халҡын борсоған һорауҙар менән уның директоры вазифаһын башҡарыусы Нэля Вячеславовна Тутиковаға мөрәжәғәт иттем.
- Беҙҙең сауҙа комплексы һатыу итергә теләгән эшҡыуарҙарға, фермерҙарға, айырым кешеләргә һәр ваҡыт урын бирергә әҙер. Һатыусыға тейешле шарттар аренда хаҡын түләмәйенсә, һатыу итергә рөхсәт иттек. Һөҙөмтәлә ни бары бер фермер килде. Артабан да бик түбән хаҡҡа уларҙы ҡабул итергә әҙер инек, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер ниндәй документһыҙ, санитар ҡағиҙәләргә ҡаршы килгән шарттарҙа, йәғни урам буйында һатыу итеүҙе ауыл халҡы хуп күрҙе. Һуңынан асыҡланыуынса, ауыл хужалығында етештергән аҙыҡ-түлекте санитар тикшереү аша үткәргәндә түләргә кәрәклеге уларҙы ҡәнәғәтләндермәй икән. Ә беҙҙә ауыл хужалығы аҙыҡ- түлеген ветеринар тикшереү аша үткәреү хаҡтары, бигерәк тә һөт аҙыҡтарына, бик арзан. Ни өсөн ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр беҙҙән китте, сөнки уларҙы ҡолас йәйеп урам буйы баҙары ҡаршы алды. Унда һатырға сығарған аҙығыңды ниндәйҙер тикшереүҙәр аша үткәрергә, ке- ҫәнән аҡса сығарырға кәрәкмәй, ҡайһыныһының санитар кенәгәһе һәм ветеринар тикшереү үтеүе тураһында документы бар. Ә инде беҙҙә сауҙа итергә теләгәндәр өсөн бөтә шарттар һәм мөмкинлектәр булдырылған, йәғни ит һәм һөт ризыҡтарын һатыусыларға махсус кейем, үлсәү, һыутҡыс витрина аренда хаҡына уҡ индерелгән. Әгәр ҙә ауыл еренән, хужалыҡтарҙан һатыусылар күпләп ағыла икән, әлбиттә, ауыл хужалығында етеш- терелгән аҙыҡ-түлекте һатыу йү- нәлешен тағы ла үҫтереү, киңәйтеү өҫтөндә уйлаясаҡбыҙ, - тип “Ҡа ла баҙары” сауҙа комплексы хәл- дәре тураһында һөйләне Нэля Вячеславовна.
Был һөйләшеүҙән һуң, сауҙа комплексының аҙыҡ-түлек па- вильонын ҡарап сыҡтым, ундағы ауыл хужалығы продукцияһын һатыусылар менән аралаштым. Улар бында һатыу итеү менән ҡәнәғәт булыуҙарын белдерҙе. Тик баҙарҙа һөт ризыҡтары һатыусылар араһында үҙебеҙҙең район ке- шеләре булмауы аптыратты.
Кү рәһең, улар сауҙа комплексына инергә баҙнат итмәй. Ғөмүмән, ике яҡтың да фекерен тыңлағандан һуң, төплө генә һығымтаға килә алманым, сөнки ауыл халҡына урам буйында һатыу уңайлы булһа, был мәсьәләне күтәреп тә сыҡмаҫтар ине кеүек. Ә сауҙа комплексы етәкселеге, үҙ сиратында, ауыл хужалығы продукцияһын һатыуға һәр төрлө шарттар булдырыуын һәм крәҫтиәндәргә арзан хаҡ түләп, һөт аҙығын һатыу мөмкинлеге барлығын иҫбатлай. Тимәк, ауыл халҡына ла ныҡыш, талапсан булырға кәрәктер, әгәр арзан аренда хаҡы түләп, ауыл хужалығы продукцияһын һатырға рөхсәт тураһында вәғәҙә бирелгән икән, уны үтәүҙәрен талап итә һәм уртаҡ тел таба белеү ҙә зарур. Был тема әлегә асыҡ килеш ҡала, бәлки, гәзит уҡыусыларҙың өҫтәмә фекере булыр, ә беҙ ошо өлкәләге белгестәр менән әңгәмәләшеп, килеп тыуған киҫкен мәсьәләне асыҡларға, ҡайһы бер һорауҙарға аныҡ яуап табырға тырышырбыҙ.
Нурия ШӘРИПОВА. Автор фотолары.
Оставить комментарий