Дѳрѳҫ маҡсат файҙа килтерә

Ғәҙәттә, күп кенә ауылдарҙың социаль- иҡтисади хәле һәр ваҡытта ла бер тѳрлѳрәк була. Быларҙың барыһы ла эшһеҙлек, етешһеҙлек, демографик кѳрсѳк проблемалары тыуҙыра. Шуға күрә, ауыл кешеләренең мәшғүллеген тәьмин итеү, үҙ эшен асып, яңы эш урындары булдырыусыларға дәүләт тә ярҙам саралары күрһәтеүҙе, дѳрѳҫ социаль сәйәсәт алып барыуҙы күҙ уңында тота.

Ауылдарҙы үҫтереү, уның киләсәген һаҡлап ҡалыу йәһәтенән бәләкәй эшҡыуарлыҡтың ҙур ярҙамсы булыуын танымайынса булмай. Рәсми кәртәләре, ҡағыҙ эштәре ни тиклем генә күп булмаһын, ауылдарҙа эш асыуҙың тағы ла бер ѳҫтѳнлѳклѳ яғы бар. Үҙ йүнәлешеңде, маҡсатыңды белеп тотонғанда, ниәтеңә бер һүҙһеҙ ирешергә мѳмкин, сѳнки ауылдарҙа конкуренттар һаны ҡалаларҙыҡынан күпкә әҙерәк, йә бѳтѳнләй юҡ. Ошо урында Сермән ауылында йәшәгән Рушан МӘҒӘФҮРОВты миҫалға килтерергә булыр ине.


Рушан Закир улы быға тиклем ышаныслы кешеләре менән бер- ләшеп, тѳҙѳлѳш буйынса тѳрлѳ эштәр атҡара. Республиканың ниндәй генә райондарында булмай улар. Ҡыйыҡ та ябалар, бура бурап та күтәрәләр, нигеҙ ҙә һалалар, ҡыҫҡаһы ғаилә ҡарау, балалар үҫтереү ѳсѳн, тѳҙѳлѳштә кәрәк бѳтә эштәрҙе лә башҡаралар. Ун ѳс йылға яҡын ошо эштәрҙә йѳрѳй торғас, Рушан аныҡ ҡарарға килеп, күңелендәге уй- ниәттәрен тормошҡа ашырырға ФЕКЕРҘӘР хәл итә һәм быйыл йәй һалым инспекцияһында юлдар тѳҙѳү эше буйынса эшҡыуар булып теркәлә. Уның был башланғысын Сермән ауыл хакимиәте башлығы Айытбай Зәбир улы Әйүпов та хуплап күтәреп ала һәм дѳрѳҫ йүнәлеш биреп, үҙ йәһәтенән тѳрлѳсә ярҙам күрһәтә. Шулай итеп, рәсми ҡағыҙҙарын теүәлләгәс, Рушан үҙенең ябай ғына ЗИЛ машинаһы, атаһының экскаваторы һәм тағы ла бер нисә техника яллап, эшкә тотона. Үҙ биләмәләрендә ошондай бәләкәй предприятие булдырған эшҡыуарға ярҙам итеүҙең файҙаһын яҡшы аңлаған хакимиәт башлығы йәш егеттең эшен күҙ уңынан ысҡындырмай. Эш ҡыуарлыҡ ѳлкәһендәге тәүге сы нығыуҙы алып, эшкә ныҡлап ѳйрәнеп китһен ѳсѳн башлап үҙе килешеү тѳҙѳй һәм Сермәндең Заһиҙуллин урамындағы ре- монт эштәрен тамамлап, З. Ис- мәғилев урамындағы юлды тѳ- ҙѳкләндереүгә ризалыҡ бирә.

Ул башҡа хакимиәт башлыҡтарына ла Рушандың хеҙмәте менән файҙаланырға тәҡдим итә. Ошо арҡала йәш эшҡыуар райондың бер нисә ауылында юлдарҙы ремонтларға, ҡырсынташ түшәргә ѳлгѳргән дә инде. - Кемгәлер ялланып эшләгәнсе, үҙ эшеңде асыу, уны үҫтереү ѳсѳн тырышыу барыбер файҙалыраҡ та, күңеллерәк тә. Әлеге ваҡытта техниканың әллә ни ҡеүәтле булмауы кәрәкле һѳҙѳмтәгә ире- шергә ҡамасаулай. Шуға күрә, яңы, заманса техника һатып алыу мәсьәләһен хәл итеүҙе тәүге сиратҡа ҡуйғанмын. Йәш эшҡыуарҙарға ярҙам итеүсе, дәүләт программаларында ла ҡатнашырға иҫәп тотам, - ти Рушан Мәғәфүров.

Рушан Мәғәфүров ҡатыны Резеда менән Лилиә, Линара, Динә исемле ҡыҙҙар үҫтерә. Резеданың һѳнәре буйынса бухгалтер булыуы тѳрлѳ документ эштәрен алып барырға ла ярҙам итә. Биология факультетын тамамлаған юғары белемле ауыл егетенең эшҡыуар- лыҡ ѳлкәһендә үҙ урынын табыуы, ошо йүнәлештә файҙа килтереүе, әлбиттә ҙур хуплауға лайыҡ. Уға ҡарап, дѳрѳҫ маҡсаттар ҡуйып, үҙенә генә түгел, башҡаларға ла файҙа килтереп йәшәгән башҡорт егеттәре күберәк булһын ине, тигән теләк тыуа.
Эльза МѲХӘМӘҘИЕВА.
Оставить комментарий