Дәүләт үҙе, мә, тип тора

Ғәҙәттә, кешенең ниндәй маҡсат менән, нисегерәк йәшәүе ул йәшәгән мѳхиткә туранан-тура бәйле була. Эргә-тирәһендәгеләр әүҙем, дәртле булып, етеш тормошта кѳн күрә икән, күңелендә саҡ ҡына сәме, ғәме булғандар ундайҙарҙан ѳлгѳ алырға, улар артынан эйәрергә тырыша. Күбеһенсә милләттәштәребеҙ йәшәгән ауылдарҙа бындай кешеләрҙең күп булыуы, халыҡтың етеш, матур тормошҡа ынтылыуы күңелдә һоҡланыу уята. Ә инде булдыҡлылығы, егәрлелеге менән үҙенә генә түгел, башҡаларға ла файҙа килтергән кешеләрҙе ваҡытында күрә белгән һәм кәрәкле ярҙамын күрһәткән, кәңәштәрен биргән етәкселәр иһә бары тик маҡтауға ғына лайыҡ.

Оҙаҡ йылдар Куйбышев тимер юлында эшләп тә күңеленә тынғылыҡ, йәм тапмаған Юлай Йомабай улы Ситдиҡов, аныҡ бер ҡарарға килеп, үҙ эшен асырға йѳрьәт итә. Мал аҫрап, ҡош-ҡорт үрсетеп йәшәгән ғаиләлә тәрбиәләнгәс, үҙ тормошон ҡорғас та малдан айырылмай ул. Шуға күрә үҙ эшен асҡанда ла, ниндәйерәк йүнәлеш һай- ларға, тип оҙаҡ уйланып тормай. Белгән, ѳйрәнгән шѳғѳл - малсылыҡҡа тотонорға була. Һарыҡсылыҡ менән шѳғѳлләнеп, 1млн. 500 һум грант алған Вәлит ағайы ла был етди эшкә тотонорға этәреш бирә. Ниәт иткән маҡсатына етер, тип бушҡа ғына әйтмәйҙәр шул. Юлай ҙа крәҫтиән- фермер хужалығы асып, “Яңы эш башлаусы йәш фермерҙарға дәүләт ярҙамы” программаһына ярашлы, 1 млн. 500 мең һум грант алыуға ирешә. Аҡса алыу эштең башы ғына, уны дѳрѳҫ итеп тотоноу ѳсѳн дә айырым һәләт кәрәк. Иң башта, үҙенең быға тиклем булған 5 һыйырына ѳҫтәп, 8 һыйыр, пресс-йыйғыс, трактор тырмаһы һатып ала һәм ҡалған аҡсаны 10x21 ҙурлығындағы мал һарайы тѳҙѳү ѳсѳн тѳҙѳлѳш материалдары һатып алыуға һала.

Әлбиттә, шунда уҡ тѳҙѳлѳшкә тотоноп китә алмай. Бының ѳсѳн ер участкаһы алыу артынан да әллә күпме йѳрѳргә тура килә. Тимер юлсылар ауылында йәшәгән егеткә Сермән ауыл хакимиәте башлығы Айытбай Зәбир улы Әйүпов ярҙамға килә. Эш сығырҙай йылғыр, тырыш егеттәрҙе әллә ҡайҙан уҡ күреү һәләтенә эйә булған хакимиәт башлығы Юлайҙы үҙенә саҡыра һәм Аҙнағол ауылының Биксәнтәй яланынан ер тәҡдим итә. Тѳҙѳлѳш, сабынлыҡ ѳсѳн 57 гектар ерҙе Юлай үҙе эшкәртеп, таҙартып ала. Һарайҙан тыш, ул ошо уҡ участкала 6x6 ѳй, 5x3 мунса ла эшләй башлай. Ѳй менән мунса берәй аҙнанан әҙер буласаҡ, ә ферманың әлегә нигеҙе генә һалынған, ул кипкәс, тѳҙѳлѳштѳ дауам итәсәктәр. Был эштәрҙең барыһында ла ике туған ағайҙары - Ҡорбанғәлиевтәр: Иҡсан, Әҡсән, Вәлит, Илдар, Ғәлимйән, ҡәйнеше Артур, ҡустыһы Фәнүс ярҙам итә. Балта, кѳрәк эшендә ирҙәр ҡайнаһа, еңгәләре 13 һыйырҙы һауып, ағын эшкәртә. Артыҡ һѳттѳ Белорет май-сыр комбинатына тапшыралар. Юлайҙың әлегә ѳс баш ҡына бейәһе бар. Киләсәктә уларҙың һанын арттырып, ҡымыҙсылыҡ менән шѳғѳлләнеү, һарыҡ аҫрау, ҡош-ҡорт үрсетергә лә ниәтләй. Бының ѳсѳн бѳтә мѳмкинлектәр ҙә бар, йылға ла яҡын, бары тик ялҡауың ғына килмәһен, ти Юлай. Һәр саҡта ла туғандарың кѳсѳнә таянып, дәүләттән генә ярҙам кѳтѳп ултырып булмай. Юлай ҙа әҙергә генә һалынмай, ҡулы эш белгәс, артыҡ сығымдарһыҙ ғына тракторға һабан, юл таҙартырға ҡулайлама эшләп ала. Ауыр эштә һәр саҡта ла физик кѳс талап ителә, шуға күрә эште еңеләйтеү маҡсатында, УАЗик машинаһына ҡулдан, 450 килограмм ауырлыҡты күтәргән кран да эшләй. Ваҡ ағас баҫҡан буш яланда уны берәү ҙә ҡолас йәйеп кѳтѳп тормай. Шул арҡала генератор һатып алып, электр уты үткәреү мәсьәләһен дә уңышлы хәл итә ала. Әйткәндәй, Юлай Ситдиҡов дәүләт ярҙамы менән тәүге тапҡыр ғына фай- ҙаланмай.

Былтыр ҙа 300 мең һумлыҡ субсидия алып, ҡулдан трактор, бесән сапҡыс, ѳс бейә һатып алған. Әҙерәк аяҡҡа баҫҡас, «Ғаилә һѳтсѳлѳк фермаһы»нда ҡатнашырға ла пландары бар уның. Яңы йылдан һуң, документ эштәрен тәртипкә килтереп бѳткәс, ѳҫтәмә эш урындары ла булдырасаҡ. - Дәүләт үҙе, мә, тип торғанда, мѳм- кинселекте ҡулдан ысҡындырырға ярамай. Ҙур эшкә ниәт итеп тотонғас, ярты юлда туҡтап ҡалырға иҫәп юҡ. Күңелдәге пландарҙы тормошҡа ашырыу ѳсѳн башты ғына эшләтергә түгел, билде лә биштән быуырға тура килә. Маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу ѳсѳн ҙур ярҙам күрһәткән ауыл хужалығының Мәғлүмәт-консультация үҙә- генә, Сермән ауыл хакимиәте башлығы Айытбай Әйүповҡа рәхмәтлемен. Бары тик уларҙың ярҙамы менән генә ошо эште башлап ебәрә алдым. Ә инде туғандарымдың ни тиклем ҙур таяныс булыуын әйтеп торорға ла кәрәкмәйҙер. Эшемде уңышлы ғына алып барып, уны киңәйтергә тигән иҫәп бар. Иң башта һыйырҙар һанын кәмендә 30 башҡа еткерергә, ѳҫтәп техника алырға кәрәк буласаҡ. Әгәр икенсе йылға сәсеүлек ѳсѳн ер юллап ала алһам, мал аҙығын үҙем үҫтерәсәкмен. Аҙнағолдан ер алып, әсәйемдең тыуған ауылында йорт һалһам, бѳтѳнләй күсеп ҡайтырға ла уй бар. Пландарым менән ауыл хакимиәте башлығында ышаныу уятҡас, уны аҡлар ѳсѳн тырышып эшләргә лә, эшләргә ҡала. Айытбай Зәбир улының заманса киң ҡарашлы, алдан күрә белгән етәксе булыуы ҡыуандыра, эш барышын шәхсән үҙе күҙәтеп, ҡыҙыҡһынып тора. Ундай етәксенең ышанысын аҡламау бѳ- тѳнләй намыҫһыҙлыҡ булыр ине, - ти Юлай Йомабай улы. Юлай Ситдиҡов ҡатыны Филиә менән 3 бала - Руслан исемле ул, Гүзәл, Нәркәс исемле ҡыҙҙар үҫтерә. Егәрле ғаиләлә тәрбиәләнгән балалар ҙа, һис шикһеҙ, эш рәте белеп, тормошта үҙ урынын табып йәшәй белер.
Эльза МѲХӘМӘҘИЕВА. Автор фотолары.
Оставить комментарий