Ҡулы оҫта - мең ота

Ҡулы оҫта - мең ота
Тыуып үҫкән төйәгендә төпләнеп, атай нигеҙендә донъя көткәндәрҙең тормошо бәрәкәтлерәк була, тиҙәр. Шундай йәш ғаиләләрҙе эҙләп, сираттағы сәфәргә - Берештамаҡ ауылына юлланабыҙ. Асы ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы Әлфиә Сәйғәфәрова беҙҙе Шәфиға һәм Нияз Хөсәйеновтарға саҡырҙы. Ауылда тормош арбаһын гөрләтеп алға алып барған Хөсәйеновтар ғаиләһе - ауылдың йәме, тиһәң, һис тә арттырыу булмаҫтыр.
Берештамаҡ ауылының йәмле Инйәр буйында, шул һиллекте боҙоп, тегеләй-былай үтеүсе поездарҙы йыраҡтарға илткән тимер юлы эргәһендә урынлашҡан ике ҡатлы йорт әллә ҡайҙан күренеп, үҙенә саҡырып торғандай.
Йылайыр районы Ҡашҡар ауылы ҡыҙы Шәфиға, Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетында уҡып йөрөгәндә, Берештамаҡ ауылына иптәш ҡыҙына ҡунаҡҡа барыр ҙа, ғүмерен ошо ауыл егете Нияз менән бәйләр, тип һис тә уйламағандыр. Донъяла матурлыҡтың башы яҡшылыҡтан, намыҫ, ғәҙеллек төшөнсәләренән барлыҡҡа килеүен бала саҡтан белеп үҫкәнгәмелер, яҙмыш уларҙы ҡауыштырғандыр ҙа. Йылдан ашыу осрашып йөрөгәндән һуң, 2003 йылда йәштәр сәстәрен сәскә бәйләй. Шәфиға 2004 йылда юғары уҡыу йортон тамамлап, ҡулына дипломын алып, Берештамаҡҡа ҡайта. Тик йәш белгескә эш булмау сәбәпле, бер нисә йыл хеҙмәт юлын башларға форсат сыҡмай. Асы ауыл хакимиәтендә программист, хисапсы, һуңынан йәштәр эше буйынса белгес булып эшләгән Нияз да, оҙаҡ уйлап тормай, кәләше уҡыған юғары уҡыу йортоноң башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегенә уҡырға инә һәм уны 2010 йылда уңышлы тамамлай, һуңынан 2014 йылда физик культура уҡытыусыһына икенсе юғары диплом ала. Ике йәш белгес Берештамаҡ ауылында хеҙмәт юлын башлай. Тәүҙә Шәфиға Биктимер ҡыҙы пионервожатый була, һуңынан балаларға башҡорт теленән белем бирә. Бөгөн иһә ул Берештамаҡ ҡыҫҡа ваҡытлы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе. Нияз Ғүмәр улы ла Берештамаҡ мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән, ә Береш башланғыс мәктәбендә физик культуранан уҡыта. Аҙнаһына бер нисә тапҡыр Береш ауылына велосипедта, йәйәү йөрөү физкультура уҡытыусыһына өҫтәмә көс, дәрт, илһам бирәлер, күрәһең.
[b]Эльвира Хәмзинаның тулы материалын гәзиттең 90-сы һанында (10.11.17) уҡығыҙ. /b]
Оставить комментарий