«Ҡар һындар» байрамында

«Ҡар һындар» байрамында
Яңы йыл байрамына арнап, ҡарҙан төрлө һындар эшләү конкурсы булыуын ишеткәс, Мөхәмәт ауылы халҡы ярышҡа беренселәрҙән булып дәррәү ҡушылды. Уларҙың хәленә ингән кеүек, көн йылытып ебәрҙе, ҡар еүешләнеп, һындар әүәләүе еңелләште.
Биш округҡа бүленеп, мөхәмәттәр дәртләнешеп төрлө һындар эшләй башланы. Конкурста олоһо ла, кесеһе лә әүҙем ҡатнашты. Бер төн эсендә ауылдың биш урынында төрлө-төрлө ҡар һындары пәйҙә булды. Быйыл Эт йылы булғанға күрә, уның һыны ярышыусыларҙың иғтибар үҙәгендә булды. Әлбиттә, Яңы йыл Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуһыҙ булмай, шуға ла матур итеп биҙәлгән шыршы янынан төп урынды улар биләгән. Төпкөл урмандан тѳрлѳ «йәнлектәр» ҙә шыршы байрамына «ҡунаҡҡа» килгән икән.
Абҙаҡ ауылынан килгән жюри ағзалары ысын Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән бергәләп, Йәҙгәр урамына йүнәлде. Урам халҡы ҡунаҡтарҙы үҙ Ҡыш бабайы, Ҡарһылыуы, бәләкәй генә Санта-Клаус менән йыл хужаһы эт һәм башҡа һындар, йәшел шыршы янында уйнап-бейеп ҡаршы алды. Балалар шиғыр һөйләһә, ололар йыр- бейеүҙә оҫталыҡтарын күрһәтте. Йомарт хужаларҙың өҫтәлдәре лә һый-хѳрмәт менән тулы ине. Ҡунаҡтарҙы былау һәм ҡайнар сәй, төрлө ҡамыр аштары, талҡан, сейәле һәм көртмәлеле һары май менән һыйлап, уйнап-көлөп оҙатты Йәҙгәр урамыныҡылар.
Әнисә Ғәзизованың тулы материалын гәзиттең 3-4 се һанында (12.01.17) уҡығыҙ.

Оставить комментарий