Бер ваҡыт ҡына…

Бер ваҡыт ҡына…
- Өйҙә юҡ икән, аҙағыраҡ килермен. Һауғынамы? Ялға ҡайттыңмы? - Шулай һөйләнә-һөйләнә килеп торҙо беҙҙең баҡса тәңгәленә бер апай.
- Һаубыҙ әле! Хәлимәне әйтәһеңме? Ял көндәрендә уны өйҙә тап итеүе ай- һай, - тим.
- Иртәнсаҡ уҡ йүгертә һалып һөтөн таратып сыҡты ла курсташтар осрашыуына Әбйәлилгә китте.
- Шулаймы?
- Йомошоң бар инеме?
- Йомош тип ни, зәйәвлинйәмде тултыртып алайым тигәйнем дә. Үҙем йә яңылыш яҙып ҡуйырмын.
- Ҡана ҡарайым әле? Ә-ә, бындайҙы мин дә тултырып ебәргәнем булды. Әйҙә, өйгә инәйек.
Ғариза тигәс, ҡылт итеп атайым иҫкә килеп төштө. Элек уға кәрәк- яраҡ яҙҙыртырға хатта күрше ауылдарҙан да киләләр ине. Хәҙергеләре күбеһе әҙер, өҫтәп мәғлүмәт тултыраһың да ҡуяһың.
Хәлимәне ялдарҙа һирәк осратаһың, тигәйнем. Былай көндәрҙә лә тик кенә ултыра торғандарҙан түгел ул.

Рысыҡай ауылы Хәлимә Мостафа ҡыҙы Әфләтунованың ҡунаҡсыл йортонан кеше өҙөлмәй. Үҙе лә әле ауыл мәҙәниәт йорто үткәргән берәй сарала, әле класташтары, курсташтары ме- нән осрашыуҙарға Бөрйән, Учалы, Әбйәлил тарафтарына китә. Ҡайһы арала өлгөрәлер. Ейәндәрен ҡараша, кәртә тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт. Баҡсаһын шау сәскә биҙәй, йәшелсә-емешен ултырта.
- Әлдә генә эргәмдә Хәлимәбеҙ бар, һөйөнөп бөтә алмайым, - ти Бөйөк Ватан һуғышының тыл хеҙмәте ветераны, 94 йәшлек Зарифа инәй. - Көнөнә әллә нисә тапҡыр инеп, уныһын-быныһын эшләшеп китә.
- Ҡырмыҫҡалыға килен булып төшөп, ҡырмыҫҡа һымаҡ егәрле булып ҡайтҡанмындыр, ахырыһы, - тип шаярта Хәлимә үҙе лә.
Туғандар, ут күршеләрбеҙ Хәлимә менән бала сағыбыҙ бергә үтте. Өй алдындағы йәшел үләндә ялан аяҡ йүгереп уйнауҙар, күрше генә сабынлыҡтарҙа бергәләп бесән эшләүҙәр, шау-гөр килеп емеш- еләк тиреүҙәр. Көтөү ҡайтҡанын көтөп ултырғанда төрлө уйындар уйнау күҙ алдынан китмәй. Үләнтау менән Бабай ҡойоһо араһынан иң элек һарыҡ-кәзә, унан эре мал күренеү менән түҙемһеҙләнеп, һәр кемебеҙ үҙ малына ҡаршы йүгерә. Улары баҡырышып, беҙҙе ҡамап ала. Ана шул саҡтар, бер ваҡыт ҡына, тип йырҙарҙа йырланғанса, ни арала үткән дә киткән. Хәлимә менән икәүләшеп тәүге тапҡыр шиғыр сығарыуҙар ҙа онотолмай.
“Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң
Исемдәре Хәлимә,
Хәлимәгә ҡарау менән
Йәндәремә хәл инә.”
Ошо юлдар хәтерҙә. Ҡыҙыҡ, үҙебеҙ шулай сығарҙыҡ микән? Мәгәр, ҡалғандары сатай- ботай, үҙебеҙ-ҙекенә оҡшаған.
Фәриха Вәлиуллинаның тулы материалын гәзиттең 12-се һанында (09.02.18) уҡығыҙ.

Оставить комментарий