Йәйең рәтле булһа, сәйең шәрбәтле булыр

Емеш-еләк быйыл, шөкөр, тәгәрәп уңды. Ҡала баҙарҙарында әлегә тиклем хуш еҫтәр бөркөлөп тора. Күрше райондарҙан да киләләр. Олоһонан алып кесеһенә тиклем ҡыҙыу мәлде файҙаланып ҡалырға тырыша. Еләк һатып алғанда ике уңған ҡатын менән әңгәмәләшеп киттем. Улар көн дә тигәндәй бер урында сауҙа итә.

- Бик тә ҡәнәғәт йылмаяһығыҙ, емешегеҙ тиҙ үтә, ахырыһы.
- Шөкөр, оҙаҡ тормайбыҙ былай. Күберәген ололар ала. Бына әле берәү 2 меңлек алды.
- Аллаға шөкөр, беҙҙең Урал буйы емеш-еләккә бай. Ул еләге, ул көртмәлеһе, ҡарағат-әберсәһе уңа. Бына бөгөн бәшмәген дә алып килдем, - тип һүҙ башлай күршеһе.
- Эйе шул, элек баҡсаларҙа әберсә, ҡарағат әллә ни ултыртмай торғайны әсәйҙәр. Уларҙы урмандан тирә торғайнылар. Хәтеремдә.
- Әле лә барсы.
- Сер булмаһа, ошо еләк миҙгеле һеҙгә күпме табыш килтерҙе?
Ҡатындар бер-береһенә ҡара- шып алды.
- Әйтәбеҙ, сер тип ни, урлап алмағанбыҙ, үҙ көсөбөҙ менән эшләп тапҡанбыҙ. Бына мин 80 меңдән ашыу эшләнем. Инде бәшмәк һата башлаясаҡмын. Ҡыҙҙарыма аҡса бирҙем, ейәндәремә мәктәп кәрәк-яраҡтарына етерлек булды, - тип ихлас йылмая еләксе.
- Минеке бер 30-ға еткәндер. Әйбергә лә алмаштырҙым.
- Шәп бит. Ололар әйтмешләй, аяғың тәп итмәһә, ауыҙың сәп итмәй. Көн дә урман, тау ҡыҙырып йөрөү еңелдән түгел шул. Һай уңғандар!
- Аҡса кәрәк булһа, йөрөйһөң инде. Нисек тә йәшәргә кәрәк. Ергә үҙең эйелмәһәң, ул һиңә үҙе эйелмәҫ.
- Дөп-дөрөҫ әйтәһең. Һай афариндар. Аяҡ-ҡулдарығыҙ һыҙлауһыҙ булһын.
- Рәхмәт, апай. Еңелдән түгел, әлбиттә. Шулай ҙа Аллаһы Тәғәлә биргән емеш-еләктең файҙаһын күреп ҡалырға тырышабыҙ. Илдәр генә имен, көндәр генә матур торһон! Аяҡтарыбыҙ йүгереп йөрөһөн, шул еткән, - тип ҡәнәғәт йылмаялар ҡатындар.
- Артабан да уңыштар һеҙгә, башҡалар ҙа һеҙҙән үрнәк алһын, киләһе йылда ла емеш-еләктең мул булыуын теләйек.
Фәриха ВӘЛИУЛЛИНА.
Оставить комментарий