Ғәбдѳктәр юғалып ҡалманы

Ил үҙенең батырҙарын белергә тейеш, тигәндәй, ғәбдѳктәр ҙә “Урал” гәзите мѳхәрририәтенә шылтыратып, кемдәрҙең һыуҙа ҡалған йорттарҙан резина кәмәләргә тейәп балаларҙы, ҡатын-ҡыҙҙарҙы, малды ҡотҡарып ҡалыуҙары хаҡында яҙыуҙы үтенделәр. Ғәбдѳктән Вәрә Шѳғәйепова һәм Лира Мәһәҙиева, Йѳйәк хакимиәтенең эштәр идарасыһы Ғәзимә Мырҙагилдина үҙ ғүмерҙәрен, һаулыҡтарын ҙур хәүеф аҫтына ҡуйып ярҙамға ташланған ауылдаштарының береһен дә онотоп ҡалдырмаҫҡа тырышты.

- Һыу сыҡҡанын кѳтѳп ултырмаһындар ине, ниңә белгәс, малды, кешеләрҙе ѳҫкә сығармағандар алдан? - тип әйтеүселәргә тағы ла бер тапҡыр аңлатып үтәйек. Йѳйәк һәм Ғәбдѳк ауылдарында боҙ китеүгә халыҡ әҙерләнгән, әммә ләкин ярты кѳн һәм кис буйы боҙ тығылмай-нитмәй район сиген үткәс, халыҡ тыныслана һәм ѳйҙәренә таралыша. Ә ҡаза тѳн еткәс, ауылдың аҫҡы яғынан шым ғына килеп баҫа. Мал, ҡош-ҡорт ҡурала бикле, хужалар ҙа уны-быны кѳтмәй. Бәлә кѳтмәгәндә килә, тигәне ошо була инде.

Иңләп килгән метр ярымлыҡ бейеклектәге һыу даръяһына ҡаршы ауылдың ир-егеттәре ҡалҡан булып ҡаршы сыға. Фәил Шѳғәйепов һыуҙа ҡалған күрше-күләнен ҡотҡарам тип, ҡаршыға шаулап килгән ҡалын боҙҙар араһына инеп китә. Ҡәҙир Шѳғәйепов та тиҙерәк кешеләрҙе, малды сығарырға ашыға. Һыуҙың иң кѳслѳ ағымына эләккән Фәүзиә һәм Рәис Йосоповтарҙың бер атын һәм ҡолоҡайын ҡотҡарыу ѳсѳн йәш егеттәр Анил Шѳғәйепов, Илфир Рәхмәтовтар бар кѳстәрен һала. Икәүләшеп атты, ҡолоҡайҙы ѳй башында тотоп торалар.

Йосоповтарҙың тиҫтәнән ашыу малы, бѳтә ҡош-ҡорто һәләк булған, ошо ике баш мал ғына иҫән ҡалған. Фәилә һәм Азат Ғариповтарға Вадим Баһауетдинов ярҙамлаша. Ләлә Мѳхәмәтшинаны һәм күршеләрен, малды ҡоро ергә сығарыуҙа депутаттар Ғаян Баязитов, Рифат Ғилманов, Сәүиә Закирова, Бакир Закировтар үҙҙәрен йәлләмәй, Ғәли Хѳсәйенов, Мәҡсүт, Мәхмүт Мәһәҙиевтәр, эш еренән йүгереп ҡайтып еткән Рәүф Закиров һәм Ғизетдин Шѳғәйеповтар, Ғилметдин Шѳғәйепов, Айнур, Илгиз Мѳхәмәтшиндар, Айгѳл, Флүр Шѳғәйеповтар туғандарына, күршеләренә, ауылдаштарына беренселәрҙән булып яр-ҙамға ташлана.

Ғилметдин Шѳғәйепов хатта ағын һыуҙан ѳс умартаны тотоп алып ҡала. Телефон аша ауылдаштары Айнур Ғималетдиновҡа, Ка-мил Йыһангировҡа, Даян, Данил Мѳхәмәтйәновтарға, Дамир Ғәл-ләмовҡа һәм уның ҡатынына, Шакир Баязитовҡа, Илшат Мәхмүтйәновҡа, Ил-дус Баязитовҡа, Рәфис Ғәлиәкбәровтарға, малды һа-рай башына мендереп алып ҡалған Нурил Йосоповҡа, Илмир Рәхмәтовҡа, Айрат Фәтҡуллинға һәм уның улы Илнурға, Раяз Мѳхәмәтдиновҡа, Ғарифйән, Шәрифйән, Ғә-линур Тәҡиуллиндарға, уларҙың малын ҡотҡарышҡан Филүс Әсмәндияровҡа, Ли-нур Баязитовҡа, Руслан Мырҙагилдинға, Фаил Ғәлиуллинға, Әҡлимә, Рәмил Айытбаевтарға, Фәнил Шѳғә-йеповҡа, Тимур Закировҡа, Нил Ғималетдиновҡа һәм кѳнѳ-тѳнѳ ауыл халҡы араһында ҡайнап йѳрѳгән хакимиәт башлығы Шәүҡәт Ғариф улы Салауатовҡа, уның улы Юлдаш Салауатовҡа ҙур рәхмәт белдерҙеләр. Шулай уҡ һалҡын һыуҙа ѳшѳп кеше ҡотҡарыусы ауылдаштарын ҡайнар сәйе, тәмле ашы менән һыйлаған уҡытыусы Рәфиға Ибраһимоваға һәм уның ғаиләһенә, ғүмерен ҙур хәүеф аҫтына ҡуйып, боҙло һыуҙа йѳҙѳп йѳрѳп ѳс балаһын юғарыға мендергән һәм ҡотҡарған Әлиә Ғәлләмоваға ла оло рәхмәт белдереп шылтыратты хакимиәттең эштәр идарасыһы Ғәзимә Мырҙагилдина. Йѳйәктән килеп ярҙам итешкән туғандарға, яҡындарына, таныштарына рәхмәтле бѳгѳн зыян күреүселәр.

Редакциянан: муниципаль район хакимиәте ғәбдѳктәргә ярҙам күрһәтеү һәм күпме зыян күреүҙе асыҡлау ѳсѳн комиссия ебәрҙе. Бынан тыш, ауыл халҡының хәлен иғтибарҙа тотоу ѳсѳн Йѳйәк хакимиәте менән бәйләнеш ѳҙѳлмәй. Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев урындағы гәзиттәргә һәм телевидениеға Ғәбдѳк халҡына аҡсалата, әйберләтә ярҙам ойоштороу буйынса мәғлүмәт бирергә ҡушты. Ярҙам Йѳйәк хакимиәте аша тапшырыласаҡ. Һуңынан был турала “Урал” гәзитендә отчет баҫыласаҡ. Зыян күреүселәр янына табиптар ҙа барасаҡ.

Ярҙам ойошторайыҡ
Аҙна һәм эш кѳнѳ аҙағында редакцияға ете ауыл малын ҡараусы зоотехник Фират Ҡунаҡбаев килеп инде. Ул, район ветеринария станцияһы мѳдире, ауыл хужалығы бүлеге хеҙмәткәрҙәре менән бергә, үлек малды күмеүҙә ҡатнашҡан. Бында ла тѳп эште, йѳрәктәренә ҡан һауҙырып, ауыл ирҙәре башҡарған. Видеотаҫманы, һүрәттәрҙе ҡарауы иҫ киткес ауыр. “Ярай ҙа мал урынында кешеләр шулай һәләк булмаған”, тигән уй ғына бер аҙ тынысландыра һымаҡ.
- Әйҙәгеҙ, ғәбдѳктәргә ярҙам ойошторайыҡ. Кем аҡсалата, кем әйберләтә, бәрәс, быҙаулата ла була инде, - тине Фират Ҡунаҡбаев.

Ярҙам итергә теләүселәр “Урал” гәзитенә 3-14-91 телефонына шылтырата, йә иһә килә ала, Инйәр тѳбәгендә йәшәүселәр Берешкә Фират Ҡунаҡбаевҡа, Йѳйәк ауыл хакимиәтенә, зыян күреүселәрҙең үҙҙәренә мѳрәжәғәт итә ала. Бәлә ағас башынан йѳрѳмәй, ти халыҡ мәҡәле. Һәр кем 100-әр һумдан ғына аҡса бирһә лә, бѳтә әйберҙәре тәләфләнгән, балаларҙың уҡыу кәрәк-яраҡтары, электр приборҙары юҡҡа сыҡҡан кешеләргә ялғанып китеү ѳсѳн ҙур ярҙам булыр ине.
З.Абзалова.
Оставить комментарий