Үҙәнбашта магазин асылды

Иҫке Үҙәнбаш ауылында, бәләкәй генә Әмбәр йылғаһы буйында урамға йәм ѳҫтәп, заман талаптарына яуап бирерлек матур йорт ҡалҡып сыҡты. Ул да булһа, шәхси эшҡыуарҙарыбыҙ, ирле-ҡатынлы Рәсүл Әнүәр улы менән Наилә Нурислам ҡыҙы Хѳснѳтдиновтар магазины.

Урта Үҙәнбаштағы тәүге магазиндары ла бик матур итеп тѳҙѳлгән. Йәйен-кѳҙѳн магазиндың тирә-яғын сәскәләр биҙәй. Эсенә инһәң дә, тәҙрә тѳптәрендә гѳлдәр береһенән-береһе уҙҙырып, тирә-яҡҡа йәм биреп, сәскә атып ултыра. Ә магазин кәштәләре тѳрлѳ тауарҙан һығылып тора. Кѳнкүрештә кәрәк булған бѳтә әйберҙе лә бынан алырға мѳмкин. Халыҡ әйтмешләй, тауарҙың ҡайһы берҙәре ҡала баҙарындағына ҡарағанда осһоҙораҡ. Элек совет заманында халыҡ аҡсалы булды, әммә һатып алам тиһәң, әйбере булманы.

Шундай матур магазиндар асыу, тотоу уның хужаларына еңел бирелмәне. Иҫке Үҙәнбаштағы магазинды асыу тантанаһында Рәсүл Әнүәр улы: “Был һеҙгә беҙҙең бүләк. Үҙегеҙ беләһегеҙ, ниндәй шарттарҙа йәшәгәнебеҙҙе: ауыл эсендә юл насар, заправка юҡ, район үҙәгенән алыҫбыҙ. Шәхси эшҡыуар булыу ѳсѳн беренсенән, - теләк кәрәк, икенсенән, маҡсатлы булыу. Маҡсатты тормошҡа ашырыу ѳсѳн тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ, эшеңде һѳйѳү, урыны-еренә еткереп башҡарыу, нервыларыңдың ныҡ булыуы, башыңдың эшләүе һәм аҡса ла кәрәк. Эш башлағанда кәртәләр килеп тыуған. Ләкин был ауырлыҡтарҙы һатып алыусыларыбыҙ менән еңеп сыҡтыҡ. Ауылдаштарым, һеҙгә рәхмәт. Артабан проблемалар булмаҫ, тип ышанам. Әлбиттә, һеҙҙең ярҙам менән”, - тип сығыш яһаны.

Эшҡыуар булыу һәләте һәр кемгә лә бирелмәгән. Башлап ташлаусылар ҙа күп. Ауырлыҡтарҙы еңеү ѳсѳн күптәрҙә Рәсүл менән Наиләлә булған сифаттар етешмәй. Уларҙың уңышында ғаиләләренең ныҡ булыуы мѳһим урын тота. Улдары Ринат водитель, килендәре һатыусы. Ҡалала эшләп йѳрѳгән ҡыҙҙары Әлиә лә ялға килгән арала ярҙам итеп китә.

Магазиндарына инһәң, йылмайып ҡаршы алалар. Йомшаҡ тауыш менән һәр бер һатып алыусының талабын үтәргә тырышып торалар. Халыҡ һораған тауарҙы алып киләләр.
Рәсүл Әнүәр улы Магнитогорск индустриаль техникумын тамамлаған. Ауыл мәктәбендә хеҙмәт, хәрби әҙерлек һәм рәсем дәрестәренән уҡытты, бокс түңәрәген алып барҙы. Уны уҡыусылар яратты, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашты, һәр эште урынына еткереп башҡарҙы.
Наилә Нурислам ҡыҙы ла Үҙәнбаштыҡы. Мәктәпте тамамлағас, һатыусы булып эшләне, унан һуң леспромхозда бухгалтер булды.

Икеһенең ике тѳрлѳ һѳнәр эйәһе булыуы эшҡыуарлыҡ менән шѳғѳлләнеүҙә ыңғай йоғонто яһай. Былтыр үҙҙәре “Ҡарға бутҡаһы” байрамын үткәреп ебәрҙе. Ауылда йәштәр ойошторған Яңы йыл, 8 Март байрамдарын үткәреүҙә лә ҙур ѳлѳш индерәләр. Һәр сарала ярҙам итергә әҙер торалар.
Ошондай ауыр ваҡытта бирешмәй, матур итеп эшләүҙәре ѳсѳн беҙ ҙә ҡыуанабыҙ, уңыштар теләйбеҙ.
Гѳлнур Ғүмәрова,
хеҙмәт ветераны.
Үҙәнбаш.
Оставить комментарий