Һаумы, һаумы, Әзекәйем!

Үткән шәмбелә әзекәйҙәр “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына яҡташтарын, ауылдаштарын йыйҙы.
Ҡунаҡтарҙы ауыл хакимиәте бинаһы алдында ҡаршы алдылар. Байрам Хәтер һәм ҡайғы кѳнѳнә тура килде. Ошо кѳнгә бәйле сара Бѳйѳк Ватан һуғышы яугирҙәренә ҡуйылған стелаға сәскә һалыу һәм уларҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алыу менән башланды.

Һаумы, һаумы, Әзекәйем!Һәр урам ҡунаҡтарҙы ҡаршылауға үҙенсә әҙерләнгән. Совет урамында Лапаяҡтар араһы йәшәй икән. Улар йыр-таҡмаҡ, милли аш-һыуҙарҙан торған бай ѳҫтәле менән тәбрикләне ҡунаҡтарҙы. Совет урамынан һуң ҡырандастар, автомобилдәрҙән торған коллона Урман урамына йүнәлде. Боғанаҡ йылғаһы буйында матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Урман урамы халҡы үтә лә яуаплы әҙерләнгән. “Килен тѳшѳрѳү” йолаһын күрһәттеләр. Ҙур итеп ѳҫтәл ҡуйып, тѳрлѳләндереп милли аш-һыу әҙерләгәндәр. Ауыл ағинәйе Мәрзиә Йәнғәзи ҡыҙы Сәйәхова ҡымыҙ бешә. Бер яҡ ситтә шәжәрәләрҙән торған стенд әҙерләнгән. Үҙәк урамында йәшәүселәр ауыл старостаһы Сәйфулла Ильяс улы Таһиров йорто алдында ҡунаҡтарҙы ҡаршы алды. Самауыр сәйе эсеп, милли аштарҙы ауыҙ иткәндән һуң, бѳтәһе лә Аҡмулла урамына йүнәлде. Был урамдыҡылар ҙа килеүселәрҙе гармун уйнап, Мәүлиҙә Мәһәҙей ҡыҙы Усманова башҡарыуында “Һағынам, шишмәм” йыры менән тәбрикләне.
Йәштәр урамында йәшәүселәр ауыл аҡһаҡалдары Фәғилә менән Мѳжәүир Мостафиндар йорто алдында бай табын йәйгән. Фәғилә инәй үҙенең тормош юлы тураһында һѳйләп үтте. Самауырҙан тәмле сәй эскәндән һуң бѳтәһе лә Түбә буйындағы яланға йүнәлде. Уны Стадион яланы ла тип йѳрѳтәләр.
Тѳп байрам үтәсәк урын матур итеп кәртәләнгән, сәхнә эшләгәндәр, милли уйындар ѳсѳн майҙансыҡтар әҙерләнгән, сауҙа нѳктәләре ҡуйылған.
Һаумы, һаумы, Әзекәйем!Байрам тантанаһын Фәнисә Шәрәфетдинова менән Наил Хәмзин алып барҙы. Тәүҙә ауыл тураһында йырҙар башҡарылды. Унан сәхнәгә ҡунаҡтарҙы саҡырҙылар. Улар араһында муниципаль район хакимиәтенең милеккә идара итеү комитеты рәйесе Азамат Марс улы Фәхретдинов, әзекәйҙәрҙең арҙаҡлы ауылдаштары - Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының баш табибы Хәбир Мѳжәүир улы Мостафин, Һуғыш ветерандарының Республика клиник дауаханаһының баш табибы Хәлил Мѳжәүир улы Мостафин, отставкалағы арбитраж судья Рәшит Мѳхәмәт улы Хәлилов, райондың мировой судьяһы Ринат Мидхәт улы Баймѳхәмәтов бар ине.
Әзекәй ауылы хакимиәте башлығы Русим Рәмил улы Баймѳхәмәтов байрамға килеүселәрҙе тәбрикләне һәм ауылды тѳҙѳкләндереүгә ѳлѳш индергән бағыусыларға, актив әзекәйҙәргә муниципаль район Советының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Артабан һүҙ ҡунаҡтарға бирелде. Сығыш яһаусыларҙың бѳтәһе лә ауылдың матурайып ҡалыуын билдәләне, киләсәктә лә осрашып торорға, иҫән-һау тормош кисерергә, ауылды яратырға саҡырҙы. “Беҙҙең ауыл ҡалаға яҡын урынлашҡан ауылдарҙың береһе, шуға ла ул райондың йѳҙѳк ҡашы булырға тейеш”, - тине улар.
Артабан Әзекәйҙең һәүәҫкәр артистары бай йѳкмәткеле концерт ҡуйҙы. Унда Фәнисә Шәрәфетдинова, Миләүшә Баймѳхәмәтова менән Хәлил Таһиров, Розалина Таһирова, Дилбәр һәм Рузанна Ғиззәтуллина матур йырҙар йырланы. Алһыу Әфләтунова башҡорт бейеүҙәрен оҫта башҡарҙы. Әхмәр һәүәҫкәрҙәре лә сығыш яһаны.
Ҡунаҡтарҙың ҡайһы берҙәре байрамға һуңлап килде. Улар араһында Башҡортостан Республикаһының архитекторҙар союзы ағзаһы, “АСБ” фирмаһы директоры Салауат Бикйән улы Бәхтиев тә бар ине. Уны күреү менән сәхнәгә саҡырҙылар.
- Ҡалала йәшәһәм дә ауылды онотмайым, йыш ҡайтып торам. Ауыл йәшәһен ѳсѳн рух кәрәк. Бѳгѳн Хәтер һәм ҡайғы кѳнѳ лә. Бѳйѳк Ватан һуғышы ветерандарына яңы обелиск проекты әҙерләгәйнем, шуны һеҙҙең ҡарамаҡҡа тапшырам, - тине Салауат Бикйән улы. Ул ауыл хакимиәте башлығына проектты бүләк итте һәм тыуған ауылына арнап яҙған “Байҙаш” шиғырын уҡып ишеттерҙе.
Силәбе Кѳньяҡ Урал дәүләт университетының филология кафедраһы мѳдире, филология фәндәре докторы, профессор Ғәҙел Камил улы Вәлиевте лә сәхнә түренә саҡырҙылар.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сермән музыка мәктәбе директоры Әлфиә Мидхәт ҡыҙы Идиәтуллина ла Әзекәй ауылы ҡыҙы. Ул да ауылдаштарын байрам менән ҡотлап бүләк тапшырҙы һәм йыр башҡарҙы.
Һаумы, һаумы, Әзекәйем!Концерт дауам итте. Таңһылыу Басариева йырланы, ә Мәүлит Таипов гармунда уйнаны. Алина Таһированың “Кѳнсығыш” бейеүе алҡыштарға күмелде. Рәмил Баймѳхәмәтов мѳхәббәт тураһында йыр йырлап, тормош иптәшенә сәскәләр бүләк итте. Мәүлиҙә Усманова, Йәмилә Әфләтунова башҡарыуындағы йырҙы ла тамашасы ихлас тыңланы. Мѳхәмәтдин Әбделкәримов, Таңһылыу Басариева, Мәүлит Таипов гармун-баянда дәртле кѳйҙәр һуҙғанда Белореттан килгән 83 йәшлек Зәкиә Мѳғәлим ҡыҙы Һиҙиәтова ултырып түҙмәне - тыпырлатып бейеп тә алды.
Башҡортса рэп стилендә йырҙар башҡарыусы яҡташыбыҙ Заһит Ҡунафиндың сығышы тирә-яҡҡа таралышҡан халыҡты тағы ла сәхнә янына тупланы.
Концерт менән йәнәшә спорт уйындары ла үткәрелде. Кемдер һырғауылға үрмәләй, кемдер кѳйәнтә менән һыу ташып уҙыша, кемдер тоҡ кейеп йүгерә. Кѳрәште ойоштороу Әзекәй ауылы кейәүе Айҙар Махияновҡа йѳкмәтелгәйне. Унда ҡатнашыу хоҡуғы ауыл кешеләре һәм ошо ауылдан сыҡҡандарға ғына бирелде. 18 йәшкә тиклемгеләр араһында 50 килограмм ауырлыҡ буйынса категорияла Илмир Сәлимов еңеүсе булды. II урынға Салауат Мѳхәмәтдинов, III урынға Алмаз Фәтхетдинов лайыҡ булды. Ауырлыҡтары 40 килограмдан артыҡ булғандар араһында I урынды Фидан Мостафин алды, II урынға Азамат Сәғәҙәтов сыҡты. Ололар араһында 50 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Рудик Махиянов үҙенең кѳслѳ булыуын иҫбатланы. II урынды Айнур Тѳхвәтуллин, III урынды Динислам Ҡәҙерғәлин алды. Кѳрәш буйынса ололар араһында еңеүсе титулына Рифат Шәйәхмәтов лайыҡ булды. Илшат Сәлимов - II, Илмир Фәйзуллин III урынды яуланы. Улар иҫтәлекле бүләктәр менән наградланды.
Байрам аҙағында ауыл хакимиәте башлығы Русим Рәмил улы конкурстарҙа еңеүселәргә бүләктәр тапшырҙы. Урамдар буйынса Йәштәр урамына - I, Үҙәк урамға - II, Аҡмулла урамына III урын бирелде. “Ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу” номинацияһында I урын Урман урамына бирелде, II урынға Йәштәр һәм Аҡмулла урамдары һәм III урынға Үҙәк, Совет урамдары лайыҡ булды.
Байрам алдынан ауыл буйлап йѳрѳп сыҡҡан комиссия ағзалары “Иң яҡшы баҡсасы” номинацияһында Вәсимә Хәйбулла ҡыҙы Камалованы һәм Йомабикә Әнәс ҡыҙы Сәйәхованы еңеүсе тип билдәләне. II урын - Флүрә Сәғәҙей ҡыҙы Ҡылысбаеваға һәм Зәлифә Борхан ҡыҙы Баймѳхәмәтоваға, III урын Мәрзиә Йәнғәзе ҡыҙы Сәйәховаға һәм Фәғилә Сәйфетдин ҡыҙы Ғәлинаға бирелде. “Иң яҡшы сәскә үҫтереүсе” номинацияһында I урынға Сара Һаҙый ҡыҙы Баймѳхәмәтова, II урынға Гѳлгѳнә Хафиз ҡыҙы Мѳлѳкова, III урынға Земфира Уйылдан ҡыҙы Гуляева лайыҡ булды. “Иң яҡшы йорт” номинацияһында I урын Нуретдин Хәлфетдин улы Таһировтың йортона, II урын Мостафа Абдулла улы Баймѳхәмәтовтың һәм Арсен Нәғим улы Ғиззәтуллиндың йорттарына бирелде. III урынға Клара Ишмырҙа ҡыҙы Мостафинаның һәм Радик Сәйфулла улы Таһировтарҙың ѳйҙәре лайыҡ булды. Шулай уҡ йорттарын матур тотҡан тағы ла 30 кешене билдәләп үттеләр.
Күтәренке кәйеф, рухи байлыҡ, осрашыуҙан ҡәнәғәтлек алып таралышты халыҡ. Ә киске сәғәт 10-да улар тағы ла бында йыйылып, рәхәтләнеп бейеп күңел асты.
Эйе, һәр ауылдың данлы тарихы һәм кешеләре бар. Һәр кем уны белергә, тамырҙарына тоғро ҡалырға тейеш.
Р. Мусина.
Автор фотолары.
Оставить комментарий