Туҡаныбыҙ гѳрләп сәскә атһын...

Туҡанға тиҙҙән 125 йыл тула. Бала сағым Туҡан руднигына бәйле. Йә тегендә, йә бында паровоздар ҡысҡырыуы, тау тоҡомдарын гѳрһѳлдәтеп шартлатыуҙары, руда менән ағас күмере тейәп, Белорет заводына ашыҡҡан поездарҙың ѳҙлѳкһѳҙ тыҡылдауы бѳгѳнгѳләй хәтеремдә.
Тик заманалар үҙгәрҙе. Туҡан рудаһына мохтажлыҡ бѳттѳ. Һуңғы поезд һуңғы руданы алып китте. Тимер юлы ябылды. Эш бѳттѳ.

Хәҙер мин ҡалала йәшәйем, шулай ҙа Туҡанды һағынып иҫкә алам. Нисек йәшәй икән ул бѳгѳн? Барып ҡайтырға булдым.
Тауҙан Туҡанға тѳшкәндә ғәҙәти булмаған тынлыҡ хѳкѳм һѳрә, ѳйѳмдәр теҙмәһе кешеләргә: “Күпме ял итергә була! Эшкә тотонорға ваҡыт!”, - тип ѳндәшкәндәй кеүек.
Ауыр бѳгѳн ҡасабаға. Тѳп ауырлыҡ - ҡасабаға нигеҙ һалған производствоның юҡлығы. Шуға ла ҡасаба бюджеты дотациялана, аҡса етмәй.
Әлеге ваҡытта бѳтә ѳмѳт - бәләкәй бизнесты үҫтереүҙә. Туҡандың бюджетында уның ѳлѳшѳ ҙур ҙа түгел, шулай ҙа 20 % тәшкил итә.

Туҡаныбыҙ гѳрләп сәскә атһын...Сәнәғәт тауарҙары һәм аҙыҡ-түлек менән сауҙа итеү, халыҡты хеҙмәтләндереү ѳлкәләре үҫешә.
Ярымфабрикаттар етештереү цехы асылды, ит халыҡтан һатып алына. Тиҙҙән мини-пекарня эшләй башлай. Унда Вадим Ҡотлобирҙин етәкселек итә. Уның билмән цехында булып киттем. Бер тѳркѳм ҡатын-ҡыҙ ап-аҡ кейемдә билмән бѳрә, йѳҙҙәре ҡәнәғәт, эш араһында минең менән шаярып һѳйләшергә лә ѳлгѳрә үҙҙәре. Цехта билмән, голубцы, кәтлит, фрикадельки һәм башҡаһын етештерәләр. Продукцияларын урындағы, Белорет һәм Егәҙеләге сауҙа селтәрҙәре ала. Бик һәйбәт алалар. Ҡай саҡ етмәй ҙә ҡала. Бригадир Венера Ғәлина ҡыҙҙарын маҡтап һѳйләй.
Күмер яндырыу цехы эше лә әкренләп алға бара. Тышта эшләйҙәр. Махсус биналары юҡ. Йәйгеһен мейес эргәһендә сыҙағыһыҙ эҫе, ҡышын да оҙаҡ торорлоҡ түгел - алдың яна, артың ѳшѳй. Андрей Урванцев етәкселек итә бында.

Крәҫтиән-фермер хужалығы бар. Ул халыҡты һѳттән әҙерләнгән ризыҡ, ит менән тәьмин итә. Һауын кәзәләр ҙә тоталар. Хужалыҡтың етәксеһе - Фәнил Абдуллин.
Эшҡыуарҙар отряды үҫә. Яңыраҡ армиянан Костя Селиверстов ҡайтты. Шунда уҡ эшкә тотондо - автомобиль ремонтлау оҫтаханаһы асып ебәрҙе. Туҡан мәктәбендә белем алғандан һуң, Костя металлургия колледжында электромеханикҡа уҡып сыҡҡан. Хеҙмәттән һуң эш юҡ тип торманы, тотто ла ташландыҡ тимерлекте рәтләне, уға тағы бер блок тѳкѳттѳ лә, гѳрләтеп эшләй башланы.

(Тик бына Туҡанда, берәйһе тураһында гәзиттә сыҡһа, шунда уҡ бер ѳйѳр тикшереүсе килеп тә етә, тигән хәбәр йѳрѳй. Ул саҡта эшләү түгел, тын алып булмай башлай...).
Туҡанға еңел түгел, ләкин ул проблемалары ѳҫтѳндә бер туҡтауһыҙ эшләй, ѳйрәнә, камиллаша һәм ойоштора.
Күптән түгел “Туҡан” идара итеүсе компанияһы булдырылды. Уның бурысы - муниципаль торлаҡ фондын тәртиптә тотоу, халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итеү. Компания һыу үткәргес селтәрҙәрен, колонкаларҙы ремонтлау йәһәтенән эш башланы ла. Компанияны Андрей Просолупов етәкләй. Яңыраҡ ҡарап тороуға хәл иткеһеҙ проблема ҡалҡып сыҡты - һыу алыу скважинаһына кисекмәҫтән ремонт талап ителә. 400 мең һум кәрәк. Туҡан бюджеты ѳсѳн был күтәргеһеҙ йѳк. Бәхеткә күрә, муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов был мәсьәләне ыңғай хәл итергә һүҙ биргән.
Шәхси йорт, кәртә-ҡаралты тѳҙѳү һәм ремонтлау эше Туҡанда нисек бара һуң әле? Был турала участка урмансыһы Радик Сәмиғуллин менән һѳйләштем. Баҡтиһәң, 2007 йылға тиклем ѳйҙѳ ремонтлар ѳсѳн ағас алырға лимит булған. Хәҙер ул бѳткән, шуға күрә ремонт эшләүе ҡыйын, ә тѳҙѳлѳшкә ағас алыу - унан да ауырыраҡ. Бына шунан үҫ инде, ауыл!!!

Нисек кенә булмаһын, туҡандар тормоштоң яҡшырыуына ышана. Ауылға тиҙҙән тәбиғи газ етәсәк, әлегә шыйығайтылған газ алып килеп торалар.
Янғын часы бик мѳһим эште башҡара. Былтыр ул ѳс тиҫтәгә яҡын янғын һүндергән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса ла йѳрѳргә тура килә уларға. Янғын һүндереүселәрҙең хеҙмәтләндергән зонаһы ҙур ғына. Был Туҡан, Әхмәр, Беҙәк, Йырматау, Тары, Мәйгәшле, Кѳнбайыш Мәйгәшле, Ҡомарау, хатта Туҡандан тиҫтәләрсә саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Егәҙе биләмәһе ауылдары.

Уйлап ҡараһаң, янғын часы кеүек хәрби берәмек иң шәп ҡорамал менән йыһазландырылырға те-йеш. Юҡ бит. Булғандары ла бѳгѳнгѳ мѳмкинлектәренә ярашлы ғына. Анау тиклем ауылдарҙы ни бары ике янғын машинаһы хеҙмәтләндерә. Уларына ла тиҙҙән утыҙар йыл була, ямау һалырлыҡ урыны ҡалмаған. Ремонт ѳсѳн персонал юҡ. Бѳтәһен дә үҙҙәре, ауыл Кулибиндары, эшләй.
Янғын часы 70 йыл элек тѳҙѳлгән ағас йортта урынлашҡан. Түбә таҡталары эйелгән, емерелеп тѳшѳргә генә тора. Утын менән йылытылыуы ла мәшәҡәт тыуҙыра. Янғын часы менән йәш, дәртле, оҫта ҡуллы Александр Аверьянов етәкселек итә.
Онотолмаҫ хәтирәләр һаҡлаған ауылдың мәҙәниәт усағын тағы бер күреп сығыу теләге тыуҙы. Ошонда ғүмеремдә беренсе тапҡыр тѳҫлѳ кино ҡараным. Ошонда беҙ, Беҙәк-Әхмәр ауылы уҡыусылары, шығырым тулы зал алдында шәп концерт ҡуйғайныҡ. Мин бейенем. Ул ваҡытта сәхнә кейемдәре булманы. Ә ул кѳндѳ минең аяҡта дуҫым Шәйзадин Миңлебай биреп торған ѳр-яңы ботинка, башымда - матур папаха. Уныһын Туҡан милиционеры Мирсаяпов сәхнәгә сығыр алдынан ғына кейҙереп ѳлгѳрҙѳ. Миңә кѳслѳ итеп ҡул саптылар. Илһамланып киттем, тамашасыларға яҡыныраҡ булырға теләп алға уҡ үтеп иҙәнгә еткергәнсә баш эйҙем дә оркестр соҡорона осоп тѳшә яҙҙым. Яңынан ҡул сабырға, рәхәтләнеп кѳлѳргә тотондолар. Ундай соҡор булыуын ҡайҙан ғына беләйем инде!

Элек клуб әллә ҡайҙан күренеп, ауылға йәм биреп тора торғайны. Уның алдында Ленин һәйкәле тора ине. Хәҙер клуб та, һәйкәл дә урынында юҡ. Бинаһы иҫкергәс, клубты емереп ташлағандар. Һәйкәлде лә юҡ иттеләрме икән, тигән уй килде башҡа. Бар икән! Һәйкәл хәҙер хакимиәт алдын биҙәп тора. Бында зыялы, ѳлкән быуындарҙың, революционерҙар рухын хѳрмәт иткән кешеләр йәшәүе күңелгә тыныслыҡ тойғоһо бирҙе.
Шулай ҙа, мәҙәниәт усағы хәҙер ҡайҙа икән? Клуб бар! Тик икенсе ерҙә урынлашҡан. Туҡан юғалып ҡалмаған, ҡасан икенсе бинаға аҡса биреүҙәрен дә кѳтѳп тормаған. Балалар, йәштәр бит тиҙ үҫә. Уларға тәрбиә биреүҙе күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Шуның ѳсѳн элекке мунсаның бер нисә тимер-бетон стенаһын емерә һалып, клуб итеп үҙгәрткән дә ебәргәндәр. Тора-бара бѳтә кәрәк-ярағын - сәхнә костюмдарын, кәрәкле аппаратура алалар. Бала-саға бында бик әүҙем йѳрѳй, сәхнәгә сығырға атлығып тора.
Клубта 12 рус һәм башҡорт коллективы. Күптәре - районда үткәрелгән мәҙәни сараларҙа еңеүселәр.
Клуб менән Светлана Петрова етәкселек итә. Әле ул декрет отпускыһында. Әлегә Александр Петров уның урынында.
Танышыуымдың тәүге минуттарынан алып клуб етәкселегенең нисек шундай юғары һѳҙѳмтәләргә ѳлгәшеүенә, мәҙәни эште оҙаҡ йылдар шул кимәлдә тотоп килеүенә аптыраным да, хайран да ҡалдым. Бында 4 кенә кеше эшләй! Улар бер ҡасан да, был минең эшем түгел, тип тормай, кәрәк икән, һә тигәнсә эшләп тә ҡуя. Светлана Петрова - директор, шул уҡ ваҡытта сәхнә кейемдәре дизайнеры ла, бесеп тегеүсе лә, йырсы ла. Александр Петров - хормейстер, баянда, гитарала, синтезаторҙа уйнай, фонограммалар яҙа. Марина Аверьянова - художество етәксеһе, театр колективы ағзаһы, хорҙа йырлай, костюмдар менән була. Ксения Акрамова - хореограф, йырсы. Ольга Захарова - йыйыштырыусы, кәрәк булһа, костюмдарын да үтекләп, һүтелгән ерҙәрен тегеп ҡуя, концерт ваҡытында балаларҙы кейендерергә ярҙамлаша.
Ѳр-яңы, матур һәм сағыу сәхнә костюмдарын күреп күҙем ҡыҙҙы. Клуб аҡсаһына япон теген машинаһы һатып алып, был тиклем матурлыҡты үҙ ҡулдары менән тегеүҙәрен белгәс, аптырауымдың сиге булманы.
Хеҙмәткәрҙәр менән һѳйләшкән ваҡытта мәҙәниәт бүлеге начальнигы Зәлифә Әғләмова менән ҡала Мәҙәниәт һарайы директоры Сергей Михайлов хаҡында яҡшы һүҙҙәрҙе йыш ишеттем.
Туҡан мәктәбе лә уңышлы ғына эшләп килә. Директоры Венера Ишбулдина. Һуңғы 5 йыл эсендә 15 уҡыусы мәктәпте алтын һәм кѳмѳш миҙалға тамамлаған. Уларҙың яртыһынан күбеһе вуздарға бюджет нигеҙендә уҡырға ингән. Балалар бигерәк һәләтле. Шиғыр яҙалар, йырлайҙар, бейейҙәр, район, ҡала, республика кимәлендә үткәрелгән конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашалар. Уҡытыусылар коллективы татыу, тәжрибәле, башлыса юғары белемле. Күптәре Рәсәй һәм Башҡортостан Мәғариф министрлыҡтарының тѳрлѳ грамоталары менән билдәләнгән. Мәктәп менән клуб тығыҙ бәйләнештә эшләй.
Мәктәбе булмаған ауылдарҙа балаларға белем биреү, ялдарын ойоштороу эше туҡтап ҡалмай. Беҙәк-Әхмәр ауылында, мәҫәлән, быйыл Яңы йыл байрамын үткәрҙеләр. Бөтә ауыл - йәше лә, ҡарты ла килде. Бала-саға йырланы, бейене, инсценировкалар ҡуйҙы. Бер кем дә бүләкһеҙ ҡалманы. Сараны үткәреүҙә староста Джамол Хатамов, эшҡыуар Даян Әхмәров, урмансы Радик Сәмиғуллин һәм хакимиәт башлығы Юрий Калугин үҙе матди ярҙам күрһәтте. Байрамды яңы һайланған депутат Әлфиә Сәмиғуллина ойошторҙо.
Туҡанға барып төшөү менән иң элек хакимиәт башлығы Юрий Калугинға барҙым. Эш көнө башланып ҡына тора, ә ул кисекмәҫтән етәксе ҡулы талап ителгән объектҡа ашығып сығып та бара. Әйтергә кәрәк, уның кабинетта рәхәтләнеп ултырғанын, оҙаҡлап кәңәшмәләр үткәргәнен күрергә тура килмәне. Ул, ғәҙәттә, хакимиәткә килә лә тура хеҙмәткәрҙәре эргәһенә барып эш буйынса һөйләшә башлай. Үҙ-ара ишетелер-ишетелмәҫ кенә әңгәмәләшәләр, эргәләрендә торһаң да, нимә тураһында һүҙ барыуын аңламаҫһың. “Телепатия менән файҙаланаларҙыр”, - тип уйлап та ҡуяһың.
Хакимиәт башлығын урынында тап итеүе ҡыйын. Ул бер минут та бер урында тормай, шулай ҙа әлеге мәлдә ҡайҙа икәнлеге билдәле - уны эҙләп йѳрѳү кәрәкмәй.
Яңы быуын үҫә, белем ала. Туҡан мәктәбен тамамлаған, әле Ѳфѳ дәүләт медицина университетының V курсында уҡып йѳрѳгән Алена Аверьянова Туҡан тураһында шиғыр яҙған. Уны тулҡынланмай, моңһоуланмай уҡыу мѳмкин түгел. Шулай ҙа ул йәштәргә хас оптимизм менән ѳмѳтлѳ, дәртле тамамлай.
Мѳхәррәм Сәлимов, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Оставить комментарий