Ауыл хужалығы эшсәндәренә ярҙамға

Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы «2013-2015 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы крәҫтиән-фермер хужалыҡтары базаһында ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү» һәм «2013-2015 йылдарҙа яңы эш башлаған фермерҙарға ярҙам итеү» программаларында ҡатнашыусыларҙы һайлап алыр ѳсѳн конкурс комиссияһына ғаризалар ҡабул итә.

Ауыл хужалығы эшсәндәренә ярҙамға«2013-2015 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы крәҫтиән-фермер хужалыҡтары базаһында ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү»программаһында ҡатнашыр ѳсѳн ғариза биргән фермер хужалығы етәксеһенең документтары түбәндәге талаптарға яуап бирергә тейеш:
- фермер хужалығы етәксеһе һәм ағзалары - үҙ-ара туған булған һәм бергәләп хужалыҡ алып барған Рәсәй граждандары (ике кешенән дә кәм булмаҫҡа тейеш);
- хужалыҡ теркәлгән ваҡытынан алып конкурсҡа ғариза биргәнгә тиклем 12 айҙан ашыу ваҡыт эшләй;
- фермер хужалығы Башҡортостан Республикаһы территорияһында теркәлгән;
- фермер хужалығы башлығы һәм ағзалары быға тиклем грант алмаған;
- фермер хужалығы микропредприятие критерийына тап килә;
- фермер хужалығы мал аҙығы базаһынбулдырыу шарттарын ҡарай, йәки шәхси һәм башҡа ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр менән аҙыҡты һатып алыу тураһында килешеү тѳҙѳү буйынса тәҡдимдәр әҙерләй;
- фермер хужалығы малсылыҡ тармағының бында элек алып барылмаған бер йүнәлеше буйынса малсылыҡ фермаһы тѳҙѳргә, йәки реконструкцияларға ниәтләй. Ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү буйынса базаһы булмаһа, йәки хужалыҡ ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы ағзаһы булып тормаһа, ғаилә фермаһын үҫтереү ваҡытына хужалыҡ планлаштырған эре мал һаны 100-ҙән, страус, кәзә (һарыҡ) 300-ҙән, сусҡа 600-ҙән артмаҫҡа тейеш.
- фермер хужалығы етәксеһенең ғаилә малсылыҡ фермаһын булдырыу һәм үҫтереү, малсылыҡ продукцияһын һатыу күләмен арттырыу, тѳҙѳлѳшкә, реконструкциялауға һәм модернизациялауға киткән сығымдарҙы 8 йыл эсендә ҡаплау планы бар.
- фермер сығымдар планын тапшыра.
Хужалыҡ етәксеһе грант аҡсаһын 18 ай эсендә ғаилә фермаһын үҫтереү маҡсатында ғына тотонорға бурыслы. Хужалыҡта ѳстән кәм булмаған даими эш урыны булдырылырға тейеш. Фермер хужалығы, ветеринария хеҙмәтенең рѳхсәте менән, үҙенең эшен күрһәтеү һәм тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында экскурсиялар уҙғарырға, грант алғандан һуң кәмендә биш йыл эшләргә тейеш.
Был программаларҙа ҡатнашырға теләүселәр ѳсѳн талаптар оҡшаш. «2013-2015 йылдарҙа яңы эш башлаған фермерҙарға ярҙам итеү» программаһында ҡатнашырға теләүселәр заявкаларҙы һуңғы 3 йыл эсендә шәхси эшҡыуарлыҡ менән шѳғѳлләнмәгән һәм коммерция ойошмаһы асмаған кешеләр ҡатнаша ала. Шулай уҡ ғариза биргән кеше бынан алда КФХ булдырыуға йәки үҫтереүгә, ғаилә малсылыҡ фермаһын үҫтереүгә, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенең башланғыс этабын ойоштороуға субсидия йәки грант, бер тапҡыр түләнә торған дәүләт ярҙамы алмаған булырға тейеш.

Фермер хужалығы башлығының теркәлгән кѳндән алып ғариза биргәнгә тиклемге эшмәкәрлегенә 24 айҙан ашыу ваҡыт үтмәҫкә тейеш. Мѳрәжәғәт итеүсе урта махсус йәки юғары ауыл хужалығы белеменә эйә булырға, йәки ауыл хужалығы һѳнәре буйынса ѳҫтәлмә белем алырға, йә булмаһа, ауыл хужалығында кәмендә 3 йыл эшләргә, йәки кәмендә 3 йыл шәхси йәки уртаҡ ярҙамсы хужалыҡ алып барырға тейеш.
Ғариза биргән етәксенең бизнес-планы, алынған милек, эшләнгән эштәр, күрһәтелгән хеҙмәт, уларҙың һаны, хаҡы һәм ҡайҙан финансланыуы тураһында сығымдар планы булырға тейеш. Етәксе иҫәбенә күсерелгән грантты һәм ярҙамды 12 ай эсендә хужалыҡты үҫтереүгә тотонорға яуаплылыҡ ала. Фермер хужалығы гранттың һәр 500 мең һумына кәмендә 1 кешелек даими эш урыны булдырырға тейеш. Ғариза биреүсе 30 мең һумдан ашыу ауыл хужалығы продукцияһын һатыуға килешеү тѳҙѳй. Грант алыусы 5 йыл дауамында фермер хужалығы эшмәкәрлеген туҡтатмау тураһында йѳкләмә ала.
Һорауҙар менән ҡаланың Косоротов урамында урынлашҡан Мәғлүмәт-консультация үҙәгенә йәки 4-03-91, 4-05-40, 4-08-42 телефондары буйынса мѳрәжәғәт итергә мѳмкин.
З. Сѳләймәнова әҙерләне.
Р Мусина фотолары.
Оставить комментарий