Һыулы ла, утлы ла булдыҡ!

Ошо кѳндәрҙә Сермән ауылы хакимиәте башлығы Айытбай Зәбир улы Әйүпов мѳхәрририәткә килеп, башҡарған эштәре һәм киләсәккә пландары менән уртаҡлашты.

- Айытбай Зәбир улы, Сермән ауылын һыу менән тәьмин итеүҙә яңы система индереү ѳҫтѳндә эш алып барыуығыҙ тураһында яҙғайныҡ. Был эш ниндәй стадияға етте?

- Проект һәм һыу запасын ѳйрәнеү тамамланды. Уның тәүге этабын Межгорье ҡалаһынан Олег Мулланур улы Фатхуллов етәкселегендәге «Каротаж» геофизик предприятиеһы баш-ҡарҙы. Артабанғы эштәрҙе «Управление малоэтажного строительства» предприятиеһы дауам итә. Сермәндә ике система айырым эшләй. Хәҙер уларҙы тоташтырыу ѳсѳн Мѳбәрәков, Ҡайынлы урамдарынан һыу үткәргес һуҙҙыҡ, ике колонка ѳҫтәнек. Йыл һайын хәлдән килгәнсә был эште дауам итәсәкбеҙ. Мѳбәрәков урамынан Нагорная урамы буйлап Калинин урамына тѳшѳрѳргә йыйынабыҙ. Циркуляция барлыҡҡа килһә, һыу туңмаясаҡ. Киләһе йыл тамамларға ѳмѳтләнәбеҙ.

- Урамдарҙы яҡтыртыу буйынса үҙ системағыҙҙы сафҡа индереү ѳҫтѳндә эшләй инегеҙ...

- Урамдарҙы яҡтыртыу программаһы буйынса былтыр Аҙнағолда эшләнек. Быйыл Сермәндә - Калинин, Урта ауылдағы - С. Юлаев, Ҡушыҡтағы Хоҙайбирҙин урамдарына яҡтыртыу ҡорамалдары урынлаштырҙыҡ, 40 фонарь, 8 идара итеү ҡумтаһы ҡуйҙыҡ. Уй-ниәттәребеҙ тормошҡа ашты. Был эштәрҙе Ѳфѳнән «Электросеть проект» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте башҡарҙы. Уларҙың эшенән ҡәнәғәт ҡалдым, бер аҙнала атҡарып сыҡтылар.
Яңы ҡуйылған яҡтылыҡ ҡорамалдары үҙе янып-һүнә. Экономиялау иҫәбенә яҡтыртыу майҙанын арттырабыҙ. Киләһе йылда ҡалған урамдарға һәм бәләкәй ауылдарға фонарҙар ҡуйырға йыйынабыҙ.

- Ауыл хакимиәтенә трактор алғанһығыҙ тип ишеткәйнек...

- Эйе, сентябрҙә тағы ла бер ҡыуаныс кисерҙек, ниһайәт, ауыл хакимиәтенә ѳр-яңы «Беларусь» тракторы һатып алдыҡ. «Ниндәй аҡсаға?» тигән һорау тыуыр. Элекке ауыл хакимиәтенең бинаһын, документтар эшләп, теркәп, аукцион аша һаттыҡ һәм шул аҡсаға яңы тракторлы булдыҡ. Трактор алыу күп мәсьәләләрҙе хәл итәсәк. Иң мѳһиме - ҡышын ауыл урамдарын ҡарҙан таҙартыу мѳмкинлеге тыуҙы. Ѳмәләр үткәргән саҡта сүп-сар ташып түгәсәкбеҙ.
Үткән һайлау алдынан ҡуйған маҡсаттар тормошҡа аша барыуына ҡыуанам.

- Айытбай Зәбир улы, әңгәмәгеҙ ѳсѳн рәхмәт. Киләсәктә лә һайлаусыларығыҙҙың ѳмѳтѳн аҡларһығыҙ, тип ышанабыҙ.
Р. МУСИНА
әңгәмәләште
Оставить комментарий