Һарыҡ үрсетеүгә - 1 500 000 һум!

«2013-2015 йылдарға Башҡортостан Республикаһы крәҫтиән-фермер хужалыҡтары базаһында ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү» конкурс программаһында ҡатнашыу ѳсѳн быйыл ауыл хужалығы эргәһендәге Мәғлүмәт-консультация үҙәгенә бѳтәһе 7 заявка бирелде. Шуларҙың ѳсәүһе һарыҡсылыҡ үрсетеүгә бизнес-план тѳҙѳгәйне. Миллион ярымлыҡ грант алыу бәхете быға тиклем «Урал» ПКС-ында малсы булып эшләгән Вәлит Сәләх улы Ҡорманғәлиевкә эләкте. Аҙнағолда йәшәгән ғаилә фермаһы етәксеһе тормош иптәше Динара Дамир ҡыҙы һәм ҡәйнеше менән был эште башлап ебәргән дә инде.

Күптәнән һарыҡсылыҡ менән шѳғѳлләнергә хыяллана инем, минең ниәтемде тормошҡа ашырырға ярҙам иткән Хѳкүмәтебеҙгә, Ауыл хужалығы министрлығына һәм үҙебеҙҙең Мәғлүмәт - консультация үҙәге хеҙмәткәрҙәренә сикһеҙ рәхмәтлемен. «Бүренән ҡурҡҡан – урманға йѳрѳмәй» тигәндәй, ҡурҡып ятырға кәрәкмәй. Хәҙер үҙең тырышһаң, ауылда йәшәү ѳсѳн Хѳкүмәтебеҙ бѳтә мѳмкинлектәр булдырырға тырыша. Әлегә 70 һарыҡ бар, уларҙы район буйлап йѳрѳп һатып алдым. Киләсәктә Романов тоҡомло һарыҡтар үрсетергә ниәтләнәбеҙ. Техника алырға аҡса күсерҙем инде. Эше күп булһа ла, һарыҡ үрсетеү күпкә уңайлыраҡ тип уйлайым, сѳнки уны тереләй һатыу ҙа, итен һатыу ҙа еңелерәк, халыҡ араһында һорау менән дә ҡулланыла.
Ауыл хужалығы эшен һәйбәт белгән Динара һәм Вәлит Ҡорманғәлиевтәр ѳлгѳлѳ ғаилә башлыҡтары ла, 3 балаға матур тәрбиә биреп, эшкә ѳйрәтеп үҫтерәләр. Беҙ уларға эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.

- Беҙ башлап торған фермерҙарға баштан алып аҙағына тиклем документтар әҙерләп тапшырырға ярҙам итәбеҙ,- тип һѳйләй Мәғлүмәт- консультация үҙәге хеҙмәткәре Лариса Ринат ҡыҙы Мѳхѳтдинова. - Вәлит Ҡорманғәлиев һарыҡтар ѳсѳн һарай тѳҙѳүгә, трактор һатып алыуға һәм 40 бәрән һатып алыуға документтарын мартта уҡ йыйып килтергәйне. Июлдә Ауыл хужалығы министрлығына заявка бирҙек. Үҙенең ныҡышмаллығы, маҡсатҡа ынтылышы арҡаһында конкурста еңеп сыҡты. Беҙ уға артабан да иҫәп-хисап эштәрендә ярҙам итеп торасаҡбыҙ. Фермер булып эшләргә теләүселәрҙе, 2014 йылға конкурс программаһында ҡатнашырға теләүселәрҙе мәғлүмәт-консультация үҙәгенә саҡырабыҙ. 4-05-40, 4-03-91 телефондары аша кәрәкле мәғлүмәтте алырға була.
З.Сѳләймәнова.
Һүрәттә: Вәлит Сәләх улы Ҡорманғәлиев һарыҡтары менән.
Э.Мѳхәмәҙиева фотоһы.
Оставить комментарий