Һарыҡ үрсетергә теләйҙәр

Ауыл кешеһенә кредит алыу еңелдән түгел. Банктар кредитҡа рѳхсәт ѳсѳн йә ҡала пропискаһы һорайҙар, йә ғаиләлә ике кеше эшләүенә ҡарайҙар, йә бюджет ѳлкәһе хеҙмәткәрҙәренә генә бирәләр. Ябай колхозсы ѳсѳн банк ишектәре ябыҡ тип әйтергә лә мѳмкин булыр ине, әгәр ҙә ауыл хужалығы бүлеге янындағы мәғлүмәт-консультация үҙәге аша «Россельхозбанк»тан кредит алыу мѳмкинлеге булмаһа.

Яңыраҡ Аҙнағол ауылынан Вәлит Сәләх улы Ҡорманғәлиев «Россельхозбанк»тан шәхси хужалығында һарыҡ үрсетеү маҡсатында кредит алып ҡыуанды.
Вәлит Сәләх улы «Урал» ПКС-ында кѳтѳүсе булып эшләй, тормош иптәше Динара Әхмәтйән ҡыҙы ошо уҡ хужалыҡта һауынсы булып эшләгән, әле бала ҡарап ѳйҙә ултыра. Ҡорманғәлиевтәр ғаиләһендә 3 бала тәрбиәләнә.

Ауыл хужалығында эш хаҡы ҙур түгел, шуға ла шәхси хужалыҡ тормош кѳткәндә тѳп ярҙамсы булып тора. Ҡорманғәлиевтәр 4 һыйыр, бейә кѳтә. «Һарыҡ үрсетеү теләге тыуҙы, шуға ла кредит алырға булдыҡ. Мәғлүмәт-консультация үҙәгенә мѳрәжәғәт иткәйнек, документтар юллауҙа ярҙам иттеләр. Шулай итеп, «Россельхозбанк» аша «Шәхси ярҙамсы хужалыҡты үҫтереү» программаһы буйынса кредит юлланыҡ. Кредитты 14 процент менән бирҙеләр, 3 ай ваҡыт эсендә һарыҡ алыуыбыҙ тураһында отчет бирһәк, Хѳкүмәт кредиттың 8 процентын кире ҡайтарып бирәсәк», - ти Вәлит Сәләх улы.
Ҡорманғәлиевтәр 1996 йылда ғаилә ҡорған. Әммә әле һаман атай йортонда торалар, шуға ла шәхси хужалыҡтарын нығытып, яңы йорт һалып сығыу ниәте менән йәшәйҙәр.

«Йорт тѳҙѳргә теләүселәр ѳсѳн дә махсус программа бар. Ярҙамға мохтаж ғаиләләр ошондай кредитты файҙаланып ҡалһын ине», - ти мәғлүмәт-консультация үҙәге етәксеһе Хәйҙәр Ким улы Иманғолов.

Кәртә тултырып мал тотоу, әлбиттә, үҙ емешен бирә: быйыл йәй буйы «Белорет май-сыр комбинаты» предприятиеһы һѳт ҡабул иткән һәм Ҡорбанғәлиевтәр кѳн һайын 38-40 килограмм һѳт тапшырған.

Беҙ килгән саҡта хужабикә ике биҙрәнән ашыу һѳт тапшырҙы. Һѳт ѳсѳн шунда уҡ иҫәпләшеүҙәре лә халыҡ ѳсѳн уңайлы, икмәк-тоҙлок аҡса кѳн һайын инеп тора. «Йәй буйы һѳт тапшырып рәхәтләндек, шул аҡсаға балаларҙы мәктәпкә әҙерләнек», - ти Динара Әхмәтйән ҡыҙы.
«Ауыл кешеһе ниңәлер ошондай махсус программалар менән файҙаланып ҡалырға ашыҡмай. Әлбиттә, документтар артынан йүгерергә тура килә, әммә тик ултырып ҡына уңышҡа ирешеү ҙә мѳмкин түгел. Ауыл хужалығына ярҙам итеү маҡсатында мәғлүмәт-консультация үҙәктәре булдырылды. Килһендәр, беҙ уларға мѳмкин тиклем ярҙам итербеҙ», - ти Хәйҙәр Иманғолов.

Әлеге ваҡытта «500 ферма», «Ғаилә һѳт фермаһы», «2012-2014 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының (фермер) хужалыҡтары базаһында ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү», «2012-2014 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының башлаусы фермаларына ярҙам», «Ауылды социаль үҫтереү» федераль программалары эшләй.
Быйыл мәғлүмәт-консультация үҙәгенә 18 кеше мѳрәжәғәт иткән, уларҙың 4-әүһе документтар йыя, әммә 2 хужалыҡҡа ғына грант тапшырыла. «Ҡағы» хужалығына эшкә ҡайтҡан юғары белемле белгес 100 мең һум күләмендә матди ярҙам алды, шулай уҡ уға 5 йыл буйы Хѳкүмәт программаһы буйынса эш хаҡына ѳҫтәмә рәүештә 7 мең һум түләнә.

Р. МУСИНА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий