Картуф - икенсе икмәк

Картуф сәсеү ваҡыты ла яҡынлаша. Шуға ла икенсе икмәгебеҙҙе сәсеү серҙәре тураһында һѳйләп үтмәксемен.
Тәү башлап ерҙе - тупраҡты әҙерләйҙәр. Әгәр ҙә ерҙе күк сәскәле сырмалсыҡ үлән баҫа икән, тупраҡ артыҡ кислоталы һәм унда ҙур уңыш алыуы икеле. Тупраҡтың әселеген бик ябай ысул менән белергә була. Баҡсағыҙҙа биш нѳктәнән берәр аш ҡалағы тупраҡ алып, һыуҙа иҙәһең, шуға лакмус ҡағыҙы тѳшѳрәһең. Әгәр ҡағыҙҙың тѳҫѳ үҙгәрһә, тупраҡ әсе була. Тупраҡтың әселеген бѳтѳрѳү ѳсѳн ергә ағас, торф кѳлѳ, йәки известь оно (пушонка) һибәләр. Пушонканы Пугачев карьерынан алырға була. Бер стакан кѳл 1 квадрат метрға, ә пушонканың 50 килограмы 1 гектарға етә.
Тиреҫ серетмәһен индереү ҡәҙимге эш. Ҡайһы берәүҙәр күп итеп тиреҫ һалһаң, уңыш яҡшы була, тиҙәр, был хаталы ҡараш. Ундай ерҙә картуф теләһә ниндәй формала үҫә. 3-4 йылға яҡшы итеп бер ашлау ҙа етә. Бер гектар ергә 4-5 тонна серетмә һалырға була. Әгәр ҙә ундай мѳмкинлек булмаһа, баҡсағыҙҙы 3 ѳлѳшкә бүлеп, 1 ѳлѳшѳнә тѳрлѳ тамыр аҙыҡтары йәки борсаҡ сәсеү хәйерле, ул азот ашламаһы бирә. Шулай итеп, йыл һайын алмашлап сәсеп барырға кәрәк. Бындай эш уңышты арттырыуға булышлыҡ итер.

Ерҙе һәр саҡ уртанан башлап һѳрѳү ул ике яҡтағы ерҙе уртаға ташыу була. Картуф баҡсаһындағы ерҙе һѳрә торғас, уртала тау барлыҡҡа килә, ә баҡсаның сите балсыҡҡа әйләнә. Шуның ѳсѳн бер йыл уртанан, ә икенсе йыл ситтән һѳрѳү яҡшы. Таулы ерҙәрҙә картуфты тау итәгенә ҡарай арҡыры ултырталар, сѳнки күмгәндә бураҙналар барлыҡҡа килә. Ул бураҙналар ямғыр һыуҙарын тотоуға булышлыҡ итә. Әгәр ҙә буйына сәсһәң, бураҙналар буйлап кѳслѳ ямғырҙа йырғанаҡтар аға, тупраҡтың уңдырышлы ѳлѳшѳ - гумус йыуыла, һыу эрозияһы барлыҡҡа килә.
Беҙҙең районда “Невский” сортлы картуф яҡшы уңа. Кѳҙ кѳнѳ картуфты йыйғанда орлоҡҡа 30-70 грамлы бүлбеләрҙе ҡалдырыу яҡшы. Ундай орлоҡ яҡшы уңыш бирә, ерҙә тиҙ сереүсән була. Ҙур орлоҡло бүлбеләр күп урынды ала һәм күп осраҡта серемәй ята.
Картуфты ултыртыр алдынан, йәғни баҙҙан сығарғас, 20-25 кѳн ҡояш нурҙары аҫтында тотаһың. Ҡояштың ультрофиолет нурҙары орлоҡтағы бар булған ауырыуҙарҙы үлтерә, ә орлоҡ фотосинтезлана. Бүлбелә 9-13-ләп күҙ була, улар сәскәнгә тиклем матур итеп морон тѳртә. Эре картуфты ярғылап сәсеү яҡшыраҡ, уны буйына ҡырҡалар, бүлбеләр ике яҡта ла тигеҙ ҡалырға тейеш. Арҡырыһына ярһаң, тѳп яғында күҙҙәре ҡалмай.
Мин йыл һайын картуфты 25-30 майға тиклем сәсергә тырышам, сѳнки был ваҡытҡа ер 10-12 градусҡа тиклем йылына. Беренсе япраҡтары 20 кѳндән һуң күренә башлай, ә был ваҡытта һуңғы ҡырауҙар бѳтә. Ай календарына ҡарағанда, 10-12 июнгә тура килә.
Әгәр йыл ҡоро килһә, орлоҡто тәрәнгә ултыртыу хәйерле, сѳнки тәрәндә дым кѳслѳ. Картуф үҫеп сыҡҡас, ҡый үләндәрен утайһың, ләкин картуфты күмергә ярамай. Күмһәң, тупраҡтың аҫҡы яғы ѳҫкә ҡалҡа һәм дым юғала. Шуның ѳсѳн картуф күмгәндә уның тѳптәрен мѳмкин тиклем тапап нығытырға кәрәк. Картуф үҙе 85 процент һыуҙан торһа ла, артыҡ дымды яратмай. Уға ултыртҡан һәм сәскә атҡан сығында кѳслѳ ямғыр кәрәк. Ер дымлы булған ваҡытта беҙ картуфты күмәбеҙ, был артыҡ дымды парға әйләндереүгә булышлыҡ итә.
Картуф ҡаҙғанда кѳрәк ҡулланырға тәҡдим итәм. Кѳрәк картуфты ярып һала, ҡырҡылған урындары елгә кибә һәм һаҡлауға бара. Һәнәк менән ҡаҙғанда картуфта тишек тороп ҡала, ә тишек кибә һалып бармай, шуға ла ул серей.
Яуынлы йылда үҫкән картуф бешергәндә ҡарая. Бындай осраҡта ҡабығынан таҙартып бешергәндә кәстрүлгә бер аш ҡалағы аш һеркәһе һалырға кәрәк. Ул картуфтың тѳҫѳн юғалтмаҫҡа ярҙам итә.
Картуфығыҙ тәмле булһын!
Ғаяз Сафуанов.
Үткәл.
Оставить комментарий