Эштән биҙмәгәнгә уңыш үҙе килер

Үткәл ауылында йәшәгән Хажиндар ғаиләһе эшһөйәрлеге, татыулығы менән билдәле
Ҙур йорттоң ихатаһында ауыл хужалығы техникаһына ла урын етерлек, 40 сутыйлап ерҙә йәшелсә-емеште, картуфты мул итеп сәсәләр, яҡында ғына һауын һыйыр фермалары урынлашҡан. «Хажин» крәҫтиән-фермер хужалығына был ғаиләнең йәш быуын ағзаһы - Байрас Байгилде улы Хажин етәкселек итә.
Дөрөҫөрәге, етәкселек итмәй, ә көндө төнгә ялғап мал ҡарай, хәҙер ҡул аҫтына ныҡлап ингән, хеҙмәттең татлы емешен татып өйрәнгән өлкән улын - ун дүрт йәшлек Азаматын үҙенән бер тотам ҡалдырмай. Һауынсылар Зифа Сөнәғәтова, Нәзифә Мөхәмәтғәлина эш шарттарынан ҡәнәғәттәр. Ауылдарҙа ҙур хужалыҡтарҙың ябылыуын, эш урындарының етешмәүен иҫәпкә алғанда, был да матур күрһәткес. Байрас Хажиндың ҡатыны Рәмзилә йыл әйләнәһенә етештерелгән продукцияны ҡалаға алып барып һата. Шәхси фермаға нигеҙ һалған Байгилде Хажин ауыл ветеринары, балаларының ныҡлы терәге. Зәйтүнә апай Хажина элекке колхоз һыйырҙарын һауып, мең ярым һум пенсия менән хаҡлы ялға сыҡҡан. Март айында ғына 62 йәшен тултырған уңған хужабикә ергә, фермаға, ағасын-башҡаһын юллау буйынса документтар артынан Белоретҡа тик үҙе йөрөй, киленен, улын, уларҙың дүрт балаһын да йөрәк-бауырына алып хәстәрләй.
Ҡайныһы һәм ҡәйнәһе, ғаиләһе, йәш фермерҙарҙың уңыш нигеҙе ҡайҙан, кемдән баш алыуы тураһында Рәмзиләнән дә матурыраҡ, тулыраҡ итеп һөйләп булмаҫ.
- Үҙем күрше генә Рысыҡай ауылында дүрт балалы Нәфисә һәм Рәйес Ғимрановтар ғаиләһендә тыуып үҫтем. Йәшләй генә, педагогия колледжында уҡып йөрөгәндә өйләнештек Байрас менән. Оҫта ҡуллы, хәстәрлекле, гелән матур уйлы әсәйем дә матур тәрбиә бирҙе. Шулай ҙа ҡәйнәм менән ҡайныма күпме генә рәхмәттәр әйтһәм дә, аҙ һымаҡ тойола, сөнки улар кеүек оло йөрәкле, тиң ҡарашлы, сабыр, аҡыллы, иҫ китмәле эшһөйәр кешеләр донъяла бик һирәктер. Ятһам да, торһам да, ғаиләмә именлек, ҡайныма, ҡәйнәмә һаулыҡ теләйем. Үҙҙәренең үрнәгендә улар мине ныҡышмал булырға, бер эштән дә ҡурҡмаҫҡа өйрәтте. Ҡәйнәм балаларымды ҡулымдан алып ҡарашты һәм ҡараша, аш-һыу бешереү, ысын хужабикәлек серҙәренә лә сабыр ғына өйрәттеләр. Шуға ла бер-бер артлы өс балаға ғүмер бирҙек. Хәҙер, Аллаға шөкөр, улыбыҙ Азамат атаһының ише булып бара: утын да яра, фермала мал тәрбиәләй, ҡар көрәй, мәктәптә лә тырышып уҡый, Интернет селтәрен дә өйрәнә, бер минут эшһеҙ тормай. Алтынсыла уҡыған ҡыҙыбыҙ Айзиләбеҙ бик нескә күңелле, күп нәмә менән ҡыҙыҡһына, өйҙә миңә эш ҡалдырмай, уға туғаны Айзирәк ярҙам итә, бәләкәсебеҙ - 4 йәшлек Розалинаны ҡараша.
Был ферманы ҡайным төҙөп, малды ла ҡәйнәм менән бергә үҙҙәре үрсетеп, әҙерләп бирҙе. Ошо иркен йортто ла улар һатып алды. Уларҙың шулай эскерһеҙ ярҙамына беҙ ҙә тырышлыҡ, хеҙмәт менән яуапларға атлығып торабыҙ. Ҡәйнәмдәр үҙҙәренә иркен, заманса матур итеп йорт һалды, йәштәргә биргеһеҙ матур донъя көтәләр. Бына бит, әле лә, ҡәйнәм иртә таңдан килә һалып, тәмле бишбармаҡ бешерҙе. Ҡул эштәре менән булыша, ҡулынан бәйләм төшмәй, йорто гөл кеүек. Үҙе нимә белә, миңә лә өйрәтә, аҡыллы кәңәштәр бирә, Аллаһы Тәғәләнең барлығына күндерә. Ҡәйнәм был тормошта күпте кисергән кеше, шуға ла ул кешеләрҙе аңлай, хәлдәренә инә белә, ҡоҙағый-ҡоҙалары менән дә матур мөнәсәбәттә. Беҙ уларҙы тәрән ихтирам итәбеҙ. Байрасым дәртләнеп эшләп йөрөй, ҡайным-ҡәйнәм өҙөлөп тора, балаларым эшкә өйрәнеп, ер кешеһе булып үҫеп килә, донъябыҙ теүәл, миңә яратҡан шөғөлөм - ырғаҡ менән бәйләүгә лә, оригами менән аҡҡоштар яһап ултырырға ла мөмкинлек бирәләр - ошонан да ҙурыраҡ бәхет булмайҙыр ул!
Өс бала әсәһе, ә ҡарап тороуға йәп-йәш Рәмзиләнең, ҡәйнәһе кеүек тыныс ҡына йылмайып, күңел иретерлек йомшаҡ тауыш менән үҙ тормошо хаҡында бәйән итеүен тыңла ла тыңла инде...
... Кеше яҙмыштары ҡатмарлы, тип йырҙа ғына йырланһа ине лә һуң. Байгилде ағай менән Зәйтүнә апайҙың яҙмыштарында ла төрлө һынауҙары, ҡырҡа бөгөлдәре лә, ғүмерлек юғалтыуҙары ла булған. Яҙмыштары бер аҙ аҙашыбыраҡ йөрөп, һуңлабыраҡ табышһалар ҙа, бала саҡтары бер һуҡмаҡта, бер мәктәптә үткән ике тырыш, ике сәмсел бынамын тигән тормош ҡоралар, дәртләнеп колхозда эшләйҙәр, ике ул, ике ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Ҡыҙҙары ла ғаиләле, матур тормош ҡороп, ауылдан ситтә йәшәйҙәр.
Бынан өс йыл элгәре ауылға етәрәк урында автомобиль аварияһына осрап, биш кеше бер юлы һәләк булғайны. Бәхетһеҙлеккә күрә, унда Хажиндарҙың өлкән улдары Инсаф, килендәре Әлфиә лә була...
«Нишләйһең, Аллаһы Тәғәләнең биргән һынауҙарын үтмәйенсә инеп булмай гүрҙәргә, тиҙәр бит. Ҡалған балаларҙы уйлап түҙҙек, һәр хәлдә тереләргә ауырлыҡ килмәһен тип, әсе йәш аша йәшәргә тырыштыҡ. Ошо балаларға бауыр баҫабыҙ, тик улар тип йәшәйбеҙ хәҙер. Аллам үҙе һаҡлаһын инде балаларҙы», - ти Зәйтүнә апай. Уның төпһөҙ, һағышлы күҙҙәре тик бер мәлгә йәшкәҙәп ала ла, болот артынан сыҡҡан ҡояштай, тағы йәнләнеп, балҡып китә.
Башын эйеп йәшәй торған заттан түгел Зәйтүнә апай. Ауыр ҡайғыны кисереү уға еңелдән булмай, ҡаты итеп ауырып та китә. Ирҙәрсә генә бала ҡайғыһын йөрәгенә йомһа ла, Байгилде ағайҙың да һаулығы ныҡ ҡаҡшай. Ә шулай ҙа бер нәмәгә ҡарамай йәшәргә кәрәк. Ана лаһа, атаһын, әсәһен бер юлы юғалтыуҙы ауыр кисергән ейәнсәрҙәре Айзирәккә 9 йәш тә тулып килә. Уны ла аяҡҡа баҫтырышырға, Байрасының балаларына ла, ҡыҙҙарына ла арҡа булырға кәрәк. Айзирәктәре атай урынына ҡалған Байрас ағаһын, әсәй итеп күргән Рәмзиләне ярты һүҙҙән аңлап тора, мәктәптә лә тырышып уҡый.
Ут күршеләре Олеся Бадалова Хажиндар тураһында фекерен яҙыуыбыҙҙы үтенеп һораны. «Килен булып төшөүемә 12 йыл, Рәмзилә һәм Байрас Хажиндар менән күрше булып йәшәүебеҙгә 4 йыл. Күрше хаҡының тәңре хаҡылай булыуын оло быуын һәм йәш быуын Хажиндар үрнәгендә күрәм һәм инанам. Улар кеүек ихлас кешеләр башҡаса юҡтыр, тип уйлайым. Ҡәйнәле-киленле икеһе лә аш-һыуға оҫта, әсәһе Нәфисә апайға оҡшап, Рәмзилә ҡул эшенә маһир, Байрастың ҡулында бөтә төр техника уйнап ҡына тора, Байгилде ағай тырыш, ярҙамсыл. Беҙҙе тәүге көндән шефҡа алғандай булдылар: аш-һыулы өҫтәлдәре лә һәр саҡ уртаҡ, көнкүрештә хужалыҡ ярҙамынан да ҡалдырмайҙар, матур кәңәш бирәләр. Сабырлыҡтарына хайран ҡалам, балаларына тыныс ҡына, йомшаҡ ҡына тәрбиә биреүҙәренә иҫ китә. Беҙҙең сер ҙә, йомош та, хәсрәт тә һыя уларҙың киң күңеленә, шуға рәхмәтлемен яҙмышыма. Йәш Хажиндарҙың тормош көтөүенә ҡарап атай-әсәй һабағының ни ҡәҙәр көслө булыуына инанам».
Шатлыҡта ла, уңышта ла, тормош һынауҙарын үткәндә лә уҡмашып, бер-береһен тартып-күтәрмәләп, хеҙмәттең тәмен белеп йәшәй белгәндәр генә матур тормошобоҙҙоң йәмен күрә, уға үҙҙәренсә генә буяуҙар өҫтәп, тағы ла байытып-сағыуландырып ебәрә ала. Үткәл ауылында йәшәгән Хажиндар ғаиләһе бына шундайҙарҙан.
Зилә Абзалова.
Һүрәттә: Хажиндар ғаиләһе.
Оставить комментарий