Алыштырғыһыҙ тракторсы

Фәрит Фәйзулла улын гаражда осратыуы ауыр, сѳнки уның эштәге күп ваҡыты командировкаларҙа үтә. Был юлы барғанда ла ул тракторын йыуып, кѳйләп, Бѳрйән районына оҙайлы командировкаға йыйына ине...
Белоретта ситтән килеп, ерегеп йәшәгәндәр байтаҡ. Фәрит Фәйзулла улы Усмановты ла яҙмыш еле 1975 йылда Иҙел башына алып килә. Ул бында күңеленә яратҡан эшен дә, икенсе яртыһын да осрата.
Фәрит Фәйзулла улы 1954 йылда Бѳрйән районы Әтек ауылында тыуа. Урта мәктәпте Ишембай районы Йәнырыҫ ауылында тамамлай. Петровскиҙа 12-се һѳнәрселек училищеһында электрикка уҡый. 1971-73 йылдарҙа “Сибай механизацияланған коллонаһы - 100” (СМК-100) предприятиеһында электрик булып эш башлай. 1973-75 йылдарҙа хәрби бурысын үтәй. Армиянан ҡайтҡас та ул “СМК - 100” предприятиеһында эшләүен дауам итә. Әзекәй ауылынан Мәүлидә Мәһәҙей ҡыҙы менән ғаилә ҡоралар.
Фәрит Фәйзулла улы комбинаттың торлаҡ-коммуналь бүлегенә эшкә урынлаша. Ѳйләнгәндән һуң бер аҙ Әзекәй ауылында йәшәп китәләр, был саҡта Фәрит Фәйзулла улы Калинин исемендәге колхозда эшләй. Ә инде бер йылдан йәш ғаилә ҡалаға килеп тѳпләнә. Ғаилә башлығы Ремонт-тѳҙѳлѳш идаралығында хеҙмәт юлын дауам итә. Шул саҡта киң профилле водитель, тракторсы, крансы һѳнәрҙәрен үҙләштерә. Ит комбинатында ун йыл шофер, тракторсы булып эшләй.
2000 йылда иһә уны район-ара элемтә узелына эшкә саҡыралар. Шулай итеп, бѳгѳнгѳ кѳнгә тиклем Фәрит Фәйзулла улы предприятиеның алыштырғыһыҙ тракторсыһы булып ҡала. Эш һайлап, иҫәпләшеп тормаған хеҙмәткәр ҡайҙа ҡушалар, шунда бара, кәрәк икән, автомобиль руле артына ла ултыра. Йәй кѳндәрен иһә ул командировканан ҡайтмай, тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Белорет, Бѳрйән, Әбйәлил райондарында телефон бәйләнеше булдырыуҙа уның ѳлѳшѳ ҙур, сѳнки ер аҫтынан кабель үткәрер ѳсѳн соҡор ҡаҙыу уның иңендә. Техникаһын да һәр саҡ ҡарап, тәртиптә тота. Фиҙаҡәр хеҙмәте ѳсѳн Маҡтау ҡағыҙҙары менән дә бүләкләп торалар.
- Бер ваҡытта ла эшһеҙ ултырғаным булманы. Йәштәрҙең эше етәкселектең ҡарашынан тора. Әгәр ҙә етәкселәр эшсеһенә ҡарата яҡшы мѳнәсәбәттә булһа, ваҡытында аҡса түләһә, кешелә ҡыҙыҡһыныу тыуа. Ә беҙҙең предприятиела эшселәргә мѳнәсәбәт яҡшы. Техника ѳсѳн запас частарға ҡытлыҡ юҡ. Беҙҙә техника һәр саҡ сафта булыуы мѳһим, кабель ѳҙѳлһә, шунда уҡ тѳҙәтергә кәрәк, сѳнки бәйләнештә ѳҙѳклѳктәр булырға тейеш түгел. Предприятиела бының ѳсѳн барыһын да эшләйҙәр. Клиенттарҙың талаптарын һәр саҡ үтәп торабыҙ, - ти Фәрит Фәйзулла улы.
Ошо кѳндәрҙә 60 йәшен тултырған Фәрит Усманов юбилейын лайыҡлы ҡаршылай. Бѳгѳн уның эргәһендә ныҡлы терәге - тормош иптәше, “атай”, ”олатай” тип ѳҙѳлѳп торған балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре, яратҡан эше бар. Ир-ат ѳсѳн ошонан да ҙур бәхет юҡтыр.
Р. Мусина.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий