Быҙауҙы тана, тананы һыйыр иткәнсе эшләргә лә эшләргә 15-07-2015, 11:21 / Ауыл тормошо

Быҙауҙы тана, тананы һыйыр иткәнсе эшләргә лә эшләргә

Бѳгѳн кешелекте туйындырыу, сифатлы тормош булдырыу ѳсѳн ауыл хужалығының ни тиклем кәрәкле, мѳһим тармаҡ икәнен танымаған кеше ҡалмағандыр. Әлбиттә, был иң мәшәҡәтле һәм ҡайһы бер осраҡтарҙа үҙен аҡламаған ҡатмарлы тармаҡ. Иртә таңдан ҡара кискәсә баш күтәрмәй эшләп тә, ѳмѳт иткәнеңдән буш тороп ҡалыуың бар. Әммә халыҡты аҙыҡ- түлек менән тәьмин итеү ѳсѳн иҫәптең хисапҡа тура килеүен уйлап торорға ваҡыт юҡ. Ямғырына-ҡарына, һыуығына-эҫеһенә ҡарамай сәсергә, сәскәнеңде тәрбиәләп үҫтерергә кәрәк....
Бал ҡортоноң балы бар, балға хәтлем наҙы бар 4-07-2015, 06:56 / Ауыл тормошо

Бал ҡортоноң балы бар, балға хәтлем наҙы бар

Бөгөн бал ҡортоноң наҙы, улар йыйған балдың файҙаһы тураһында белмәгән кеше юҡтыр. Ҡортсолоҡ ауыл хужалығының мөһим тармағы ғына булып тормай, ә эшҡыуарлыҡ өлкәһендә лә ҙур үҫеш кисерә. Бал ҡортоноң файҙаһы хаҡында сит илдә лә яҡшы беләләр, мәҫәлән АҠШ, Канада, Австралияла юғары механизацияланған махсуслаштырылған умартасылыҡ өҫтөнлөк ала. Үзбәкстан Республикаһының иһә күптәнән инде апитерапия продукцияларын эшкәртеү буйынса Башҡортостан умартасыларының тәжрибәһен ѳйрәнгеһе килә....
30-06-2015, 04:15 / Ауыл тормошо

"ЙѲРӘГЕ ҺӘР САҠ АУЫЛЫНА ЫНТЫЛДЫ"

Быйыл Әҙәбиәт йылы республика халҡына иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар күп бүләк итә. Исмаҡай ауылын да уның шауҡымы урап үтмәне - үткән шәмбелә улар күренекле ауылдаштары Яныбай Хамматовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға бағышлап, ҙур байрам ойошторҙо....
Кемдер эшләй, икенселәр емерә 9-06-2015, 15:43 / Ауыл тормошо

Кемдер эшләй, икенселәр емерә

Инде бына нисә йыл рәттән Башҡортостан Республикаһы Башлығы ауыл биләмәләренә квартал һайын аҡса бүлә. Йыл һайын алынған 500 мең һум аҡса күп эштәр башҡарырға ярҙам итә. Урамдар тѳҙѳкләндерелә, юлдар төҙәтелә һәм таҙартыла, урамдарға яҡтыртҡыстар ҡуйыла һ.б. Биш йыл эшләп килгән “Ауылдарға ярҙам итеү” программаһының уңышлы тормошҡа ашырылыуына бәйле күп кенә хакимиәттәр үҙ биләмәһен төҙөкләндереү буйынса матур һөҙөмтәләргә ирешә....
ЕРЕ БАРҘЫҢ - ЕМЕ БАР 25-05-2015, 15:57 / Ауыл тормошо

ЕРЕ БАРҘЫҢ - ЕМЕ БАР

Ҡасандыр тракторҙар гѳрѳлдәп йѳрѳгән киң баҫыуҙарҙы яҡшы иҫләгәндәр бөгөн уларҙың ташландыҡ хәлдә ятыуына тыныс ҡына ҡарай алмайҙыр. Ә инде булмаған баҫыуҙарҙы булдырып, иртәнән ҡара кискәсә шунда ең һыҙғанып тир түккәндәр өсөн был тағы ла аяныслыраҡтыр. Ирекһеҙҙән, элегерәк ауылды тирә-яҡлап уратып алған көнбағыш, тос башаҡлы иген, йәм-йәшел япраҡлы сөгөлдөр баҫыуҙарын күҙ уңынан үткәрәһең. Үкенескә ҡаршы, бөгөн быларҙың береһе лә юҡ... Ҡасандыр миллиардтар түгеп үткәрелгән сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү кампанияһының һөҙөмтәләре ниңә юҡҡа сыҡты, ни өсөн бөгөн миллионлап гектар еребеҙ...
Уңышҡа нигеҙ һалына 25-05-2015, 15:00 / Ауыл тормошо

Уңышҡа нигеҙ һалына

Яҙҙың ямғырҙар менән килеүе сәсеү эштәрен һуңлатһа ла, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары һәр аяҙ кѳндѳ файҙаланып ҡалырға тырыша....
Малды kайза hуябыз? 6-04-2015, 11:46 / Ауыл тормошо

Малды kайза hуябыз?

Башҡортостан Республикаһында Таможня союзының ит һәм ит продукцияһына, бигерәк тә мал һуйыу, ташыуға ҡағылышлы техрегламенттың талаптары 2015 йылдың 1 ғинуарынан (Рәсәйҙә 2014 йылдың 1 майынан) үҙ кѳсѳнә инде....
Ауылдың файҙаһын күреп йәшәй Илзирә 1-12-2014, 13:56 / Ауыл тормошо

Ауылдың файҙаһын күреп йәшәй Илзирә

Халҡыбыҙҙың мәҡәл-әйтемдәренең тәрән мәғәнәһенә, ундағы тормош фәлсәфәһенең дѳрѳҫлѳгѳнә хайран ҡалырлыҡ. Ысынбарлыҡты шулай ҡыҫҡа һәм тос итеп әйтеп биреү, уларҙы быуындан-быуынға еткереү ѳсѳн ни тиклем аҡыл, фекер тупларға кәрәк икән, тип ғәжәп итәһең. Кешеләр менән осрашып аралашҡанда ла: ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, йә иһә, атанан күргән уҡ юнған, әсәнән күргән тун бескән; аяғың тәп итмәй, ауыҙың сәп итмәй; эшләгән ашаған, эшләмәгән ҡаҡшаған кеүек мәҡәлдәрҙең бушҡа ғына килеп сыҡмауына инанаһың. Бѳгѳнгѳ һүҙебеҙ ҙә ошо мәҡәлдәрҙәге хәҡиҡәтте асыҡ дәлилләүселәрҙең береһе - Абҙаҡ...
Ергә ереккән - уңышҡа ѳлгәшкән 27-11-2014, 11:08 / Ауыл тормошо

Ергә ереккән - уңышҡа ѳлгәшкән

Ҡала-райондың агросәнәғәт комплексы эшсәндәре һѳнәри байрамдарын - Ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт эшсәндәре кѳнѳн билдәләне 21 ноябрҙә һѳнәри байрамдары уңайынан ҡала- райондың ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт эшсәндәренә оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәттәре ѳсѳн юғары наградалар тапшырылды....
Мѳхәмәттәр башлыҡ менән осрашты 19-11-2014, 15:10 / Ауыл тормошо

Мѳхәмәттәр башлыҡ менән осрашты

Сентябрҙәге һайлауҙан һуң Абҙаҡ ауыл Советы биләмәһенә яңы хакимиәт башлығы һайланды һәм был вазифаға Хәмзә Салауат улы Мѳхәмәҙиев тәғәйенләнде. Хәмзә Салауат улы хеҙмәт юлын тимер юлында башлай һәм 35 йыл ошо ѳлкәлә, иң ауыры тип һаналған Белорет участкаһында эшләй. 20 йыл тимер юл мастеры вазифаһын башҡара....