“ЯҢЫ ТѲҘѲЛѲШ” ТАМАМЛАНДЫ 22-10-2014, 16:41 / Ауыл тормошо

“ЯҢЫ ТѲҘѲЛѲШ” ТАМАМЛАНДЫ

Яңыраҡ Сермән ауыл хакимиәте башлығы Айытбай Зәбир улы Әйүпов редакцияға шылтыратып, Сермән ауылын һыу менән тәьмин итеү буйынса бер планының осона сығыуы тураһындағы ҡыуанысы менән уртаҡлашты. Хәл торошо менән яҡындан танышыу ниәтендә Сермәнгә юлландыҡ. Зәбир улы кабинетында ине....
Ҡырҡҡа ярылыр саҡ 20-08-2014, 14:12 / Ауыл тормошо

Ҡырҡҡа ярылыр саҡ

Кешелек менән булған боларыштар, әйтерһең дә, тәбиғәткә лә тәьҫир итә - йә үтә эҫе, йә үтә һыуыҡ, йәйҙең иң матур айҙарында туҡтауһыҙ ямғыр яуа. Ысынлап та, ауыл хужалығы эшсәндәре ѳсѳн ҡырҡҡа ярылыр мәл. Аяҙ торған кѳндѳң һәр сәғәтен, минутын файҙаланып ҡалырға тырыша улар....
Яңы электр линиялары үткәрелә 20-08-2014, 14:10 / Ауыл тормошо

Яңы электр линиялары үткәрелә

Һуңғы йылдарҙа участка, ағас алыу мәсьәләһен хәл итеү ҡыйынғараҡ тѳшһә лә, әленән-әле яңы йорттар ҡалҡып сығыуы, йәштәрҙең үҙ торлағын булдырырға тырышыуы ҡыуаныс уята. Яңы ѳйҙәр тѳҙѳлѳүе иһә йорт хужаларын ваҡытында электр энергияһы менән тәьмин итеү ихтыяжын да тыуҙыра. Ошо йәһәттән «БашкирЭнерго» акционерҙар йәмғиәтенең «Белорет электр селтәрҙәре» филиалы Магнитогорск ҡалаһының “Энергостройсервис” подрядсылар ойошмаһы менән килешеү тѳҙѳп, ҡала-районда яңы электр линиялары үткәреү, трансформаторҙар ҡуйыу эшенә тотондо....
Алыштырғыһыҙ   тракторсы 30-07-2014, 09:06 / Ауыл тормошо

Алыштырғыһыҙ тракторсы

Фәрит Фәйзулла улын гаражда осратыуы ауыр, сѳнки уның эштәге күп ваҡыты командировкаларҙа үтә. Был юлы барғанда ла ул тракторын йыуып, кѳйләп, Бѳрйән районына оҙайлы командировкаға йыйына ине... Белоретта ситтән килеп, ерегеп йәшәгәндәр байтаҡ. Фәрит Фәйзулла улы Усмановты ла яҙмыш еле 1975 йылда Иҙел башына алып килә. Ул бында күңеленә яратҡан эшен дә, икенсе яртыһын да осрата....
Эштән биҙмәгәнгә уңыш үҙе килер 28-07-2014, 09:03 / Ауыл тормошо

Эштән биҙмәгәнгә уңыш үҙе килер

Үткәл ауылында йәшәгән Хажиндар ғаиләһе эшһөйәрлеге, татыулығы менән билдәле Ҙур йорттоң ихатаһында ауыл хужалығы техникаһына ла урын етерлек, 40 сутыйлап ерҙә йәшелсә-емеште, картуфты мул итеп сәсәләр, яҡында ғына һауын һыйыр фермалары урынлашҡан. «Хажин» крәҫтиән-фермер хужалығына был ғаиләнең йәш быуын ағзаһы - Байрас Байгилде улы Хажин етәкселек итә....
Оло  йыйын  йыйҙы  Хосәйен, йәлләмәгән  йыр-моң  һәм  сәйен! 14-07-2014, 12:22 / Ауыл тормошо

Оло йыйын йыйҙы Хосәйен, йәлләмәгән йыр-моң һәм сәйен!

«Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы үткән Һуған туғайы гѳрләп торҙо Хѳсәйенгә килеп ингән ерҙәге тәүге йортта уҡ хѳрмәтле ҡунаҡтарҙы икмәк-тоҙ, ҡурай моңо һәм бейеү менән ҡаршы алдылар. Әлмира Мәүлит ҡыҙы һәм Ғәлләм Алсынбай улы Муллағәлләмовтар аш-һыуҙан һығылып торған ѳҫтәл әҙерләгәндәр, ҡул эштәрен сығарып элгәндәр. Ҡустыбай Муллағәлләмов ѳҙҙѳрѳп гар-мунда уйнаһа, Азамат дәртле башҡорт бейеүен бүләк итте. Әйткәндәй, ауылдаштарҙың тәүге байрамында Мулла-ғәлләмовтар йорто быҙау менән бүләкләнгәйне. Улар дәртле, дарманлы, зыялы, берҙәм булыуҙары менән айырылып тора. Әле лә Белореттан,...
Иҫкә тошто йәшлек, үткәндәр, Шау-гор килде богон үткәлдәр! 14-07-2014, 12:08 / Ауыл тормошо

Иҫкә тошто йәшлек, үткәндәр, Шау-гор килде богон үткәлдәр!

Үткәлдә уҙған «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы олоһон да, кесеһен дә, ҙур шәхестәрҙе лә, ябай кешеләрҙе лә берләштерҙе, бергә тупланы, үткәндәр һәм киләсәк тураһында уйланырға мәжбүр итте. Тап ошондай сараларҙа кемдең кемлеге беленә лә инде. Был йәһәттән Үткәлде бәхетле ауылдар рәтенә индерергә була, сѳнки уны һағынып йыраҡтан тѳрлѳ һѳнәр эйәләре, билдәле кешеләр ҡайтҡан. Ә инде танылған журналист, публицист Марсель Ҡотлоғәлләмовтың килеүе үҙе бер дәрәжә ѳҫтәне....
Эскесегә иман да, оят та юҡ 9-07-2014, 09:56 / Ауыл тормошо

Эскесегә иман да, оят та юҡ

Һуңғы йылдарҙа халыҡтың сәләмәт йәшәү рәүешенә, айыҡ тормошҡа нығыраҡ ылыға барыуы, был йәһәттән ҙур эштәр башҡарыуы ҡыуандыра. Изге эшкә етәкселек, ауыл хакимиәттәре генә түгел, матур тормошҡа битараф булмағандарҙың барыһы ла тиерлек үҙ ѳлѳшѳн индерергә тырыша. Ошо урында республикала “Айыҡ ауыл” акцияһын башлап ебәргән йәмәғәт хәрәкәтенең тырышлығын баһалап китмәйенсә булмай. Йәштәр инициативаһы менән башланып киткән был акцияла беҙҙең райондың Абҙаҡ, Рысыҡай ауылдары ҡатнашты һәм матур һѳҙѳмтәләргә иреште....
Вәт, исмаһам, бүләк! 9-06-2014, 11:09 / Ауыл тормошо

Вәт, исмаһам, бүләк!

Был эшкә етәкселәр генә түгел, ауыл депутаттары, старосталары, әүҙем йәмәғәтселәр һәм ауыл халҡы ла теләп ҡушыла. Ғәҙәттә, әҙер майҙансыҡ Таганрог ҡалаһынан һатып алына. Киләсәк быуындың бәхетле бала сағы, үҙ ауылының тѳҙѳклѳгѳ ѳсѳн битараф булмағандар уны ҡороп, тирә-яғын кәртәләп, буяп ҡуя....
Оҫта йәшәй ауылымда 4-06-2014, 13:52 / Ауыл тормошо

Оҫта йәшәй ауылымда

Сермән ауылында йәшәгән Ришат Хәмзә улы Әхмәтовҡа шулай тип белеп әйткәндәр икән. Үҙемдең дә йомошом тѳшкәс, яңы ишек эшләтеп алайым әле тип, оҫтаға киттем....