Яҡташыбыҙға таҡтаташ ҡуяйыҡ 2-06-2014, 11:48 / Ауыл тормошо

Яҡташыбыҙға таҡтаташ ҡуяйыҡ

Мѳхѳтдин Язар улы Тажетдинов 1906 йылдың яҙында урмансы ғаиләһендә донъяға килә. Инйәр йылғаһы сыҡҡан ерҙә, түбәләре аҡ болоттарға олғашҡан теҙмә тауҙар, осо-ҡырыйы күренмәгән ҡалын урмандар менән кәртәләнеп алынған Кәртәле тигән бәләкәй генә ауылда тыуып үҫкән шағирҙың тормош юлы һәм шиғриәте лә тыуған яғына оҡшап, матур ҙа, ҡабатланмаҫ та була. Ул йәшләй етем ҡалып, Сермән балалар йортонда тәрбиәләнә. Бала сағы кѳтѳү кѳтѳп, ауыл мәҙрәсәһендә һабаҡ алыу менән үтә....
Картуф - икенсе икмәк 21-04-2014, 14:16 / Ауыл тормошо

Картуф - икенсе икмәк

Картуф сәсеү ваҡыты ла яҡынлаша. Шуға ла икенсе икмәгебеҙҙе сәсеү серҙәре тураһында һѳйләп үтмәксемен. Тәү башлап ерҙе - тупраҡты әҙерләйҙәр. Әгәр ҙә ерҙе күк сәскәле сырмалсыҡ үлән баҫа икән, тупраҡ артыҡ кислоталы һәм унда ҙур уңыш алыуы икеле. Тупраҡтың әселеген бик ябай ысул менән белергә була. Баҡсағыҙҙа биш нѳктәнән берәр аш ҡалағы тупраҡ алып, һыуҙа иҙәһең, шуға лакмус ҡағыҙы тѳшѳрәһең. Әгәр ҡағыҙҙың тѳҫѳ үҙгәрһә, тупраҡ әсе була. Тупраҡтың әселеген бѳтѳрѳү ѳсѳн ергә ағас, торф кѳлѳ, йәки известь оно (пушонка) һибәләр. Пушонканы Пугачев карьерынан алырға була. Бер стакан кѳл 1...
Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 7-04-2014, 09:34 / Ауыл тормошо

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Муниципаль район хакимиәтенең Шығайҙа үткән отчет йыйылышына халыҡ менән осрашыуға муниципаль район Советы секретары К.Й.Хѳбѳтдинов, мәғариф идаралығы начальнигы М.В.Саранцева, «Ерҙе файҙаланыу» предприятиеһы директоры Х.М.Иҙрисов, муниципаль район хакимиәтенең муниципаль ер контроле хеҙмәтенең баш белгесе В.Г.Васючков, «Белорет лесхозы» предприятиеһы директоры урынбаҫары Э.С.Әхтәмов, Мәғлүмәт консультация үҙәгенең баш белгесе Л.Р.Мѳхѳтдинова килде....
Матур донъяны йәмһеҙләмәйек 1-04-2014, 15:21 / Ауыл тормошо

Матур донъяны йәмһеҙләмәйек

Донъя матур, ләкин ауыр. Ошо ауырлыҡҡа бирешмәйсә, донъяның матурлығын, тѳҙѳклѳгѳн күрер ѳсѳн дә күп тир түгергә, үҙ кѳсѳңә таянырға тура килә. Киләсәк тормошобоҙҙо күҙ алдына килтереп, балаларыбыҙҙың киләсәгенә йоғонто яһарға, дѳрѳҫ йүнәлеш бирергә, тормош тәжрибәһе менән уртаҡлашырға кәрәк беҙгә. Әлеге ваҡытта күптәр, телевизор, Интернет, компьютер, телефон ярҙамында бер ниндәй яңылыҡты ла күҙ уңынан ысҡындымайбыҙ, тигән булып, гәзит-журналға ла яҙылмай....
Мәсьәләләрҙе уртаҡ хәл итеп 1-04-2014, 15:19 / Ауыл тормошо

Мәсьәләләрҙе уртаҡ хәл итеп

Үткән аҙнала Әзекәй ауыл хакимиәте башлығы Русим Рәмил улы Баймѳхәмәтов халыҡ алдында үҙ биләмәһендә башҡарылған эштәр тураһында отчет бирҙе, кѳнүҙәк проблемалар, киләсәккә пландар менән таныштырҙы. Йыйылышта муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары И. С. Теләүбаев, районының милек менән идара итеү комитеты рәйесе А.М. Фәхретдинов, район депутаты А.В. Левичев, райондың мәғлүмәт һәм консультация үҙәге белгесе, агроном В. Ә. Яҡупов ҡатнашты....
Айыҡ йәшәһәк, донъя түңәрәк булыр 17-03-2014, 08:37 / Ауыл тормошо

Айыҡ йәшәһәк, донъя түңәрәк булыр

Белорет районының Рысыҡай ауылы ѳсѳн 2013 йыл һѳҙѳмтәле булды. “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашып, уларға призлы урын бирелмәһә лә, улар үҙҙәре ѳсѳн ҙур уңышҡа иреште: айыҡ тормошҡа ынтылыу һѳҙѳмтәһендә былтыр ауылда бер кеше лә үлмәгән, 17 бала тыуған....
Уңғандың эше лә уң 6-03-2014, 12:50 / Ауыл тормошо

Уңғандың эше лә уң

2000 йылдан бирле уңышлы эшләп килгән крәҫтиән-фермер хужалығы быйыл ҡышты нисек уҙғара икән. Ошоно асыҡлар ѳсѳн беҙ Биктимер Тѳлкѳбай улы Ғәлин етәкселегендәге крәҫтиән-фермер хужалығы менән таныштыҡ. Бѳгѳнгѳ кѳнгә бында бѳтәһе 190 эре мал, 70 һауын һыйыр, 43 йылҡы малы иҫәпләнә. Хужалыҡта 8 берәмек техника бар....
Яҡшылыҡ ерҙә ятып ҡалмай 12-02-2014, 09:59 / Ауыл тормошо

Яҡшылыҡ ерҙә ятып ҡалмай

Ауыл Советы депутаттары һайлауҙарынан һуң бер нисә ауыл хакимиәтендә йәштәр башлыҡ итеп һайланды. Йәш булһалар ҙа, улар һынатмай, бар күңелдәрен һалып, дәртләнеп эшкә тотондо. Уларҙың халыҡты борсоған мәсьәләрҙе тормошҡа ашырырға тырышыуы ошо хаҡта һѳйләй. Яңыраҡ Аҙналы ауылынан Динар Ғариповтың мѳхәрририәткә килеп, ауылдарындағы яңылыҡтар менән уртаҡлашыуы ла дәлилләй....
Ҡылған эшең – кешегә, килгән сауабы – үҙеңә! 15-01-2014, 15:08 / Ауыл тормошо

Ҡылған эшең – кешегә, килгән сауабы – үҙеңә!

Йыш ҡына, рухи мѳхиттән ситләшеп, үҙ донъяһына ғына бикләнеп йәшәүселәр күбәйҙе тип зарланырға яратабыҙ. Кешеләр матди байлыҡты рухиһынан ѳҫтѳнѳрәк күрә, гәзит алдырмай, театрға йѳрѳмәй, эргә-тирәһендәге хәл-ваҡиғаларға илтифатһыҙ ҡала тиебеҙ. Бының шулай булыуын иһә тормошобоҙҙоң уғата ҡырыҫ, ауыр булыуына япһарырға тырышабыҙ. Әйтерһең дә тормош элек еңел булған, олораҡ быуын бер хәсрәтһеҙ йәшәгән. Шулай ҙа кемдең кемлеге ауыр саҡта нығыраҡ беленәлер. Бының нәҡ шулай булыуын тормош үҙе үк раҫлап тора. Баҡһаң, кешеләрҙе вайымһыҙлыҡта ғәйепләһәк тә, арабыҙҙа шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы ғына...
Абҙаҡтар 40 мең һумға лайыҡ булды 9-01-2014, 09:31 / Ауыл тормошо

Абҙаҡтар 40 мең һумға лайыҡ булды

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте йортонда “Айыҡ ауыл – 2013” конкурсына йомғаҡ яһалды. Еңеүселәрҙе Иглин районында тәбрикләнеләр. Эскелеккә ҡаршы кѳрәш акцияһы март айында башланып, был проектҡа республикабыҙҙың 40 районынан 85 ауыл ҡушылғайны. Гәзитебеҙҙең 26 ноябрендәге һанында Әбйәлил, Иглин, Бүздәк райондарының Рәхмәт, Үктәй һәм Ҡараерек ауылдары «Айыҡ ауыл» акцияһында еңеп сығып, 200 мең һум, бынан тыш тѳрлѳ номинацияларҙа еңгән 10 ауылдың 40 мең һум аҡсаға лайыҡ булыуын яҙып сыҡҡайныҡ инде. Комиссия ағзалары проектта ҡатнашҡан һәр бер ауылға тиерлек барып, эш барышы менән...