Ҡылған эшең – кешегә, килгән сауабы – үҙеңә! 15-01-2014, 15:08 / Ауыл тормошо

Ҡылған эшең – кешегә, килгән сауабы – үҙеңә!

Йыш ҡына, рухи мѳхиттән ситләшеп, үҙ донъяһына ғына бикләнеп йәшәүселәр күбәйҙе тип зарланырға яратабыҙ. Кешеләр матди байлыҡты рухиһынан ѳҫтѳнѳрәк күрә, гәзит алдырмай, театрға йѳрѳмәй, эргә-тирәһендәге хәл-ваҡиғаларға илтифатһыҙ ҡала тиебеҙ. Бының шулай булыуын иһә тормошобоҙҙоң уғата ҡырыҫ, ауыр булыуына япһарырға тырышабыҙ. Әйтерһең дә тормош элек еңел булған, олораҡ быуын бер хәсрәтһеҙ йәшәгән. Шулай ҙа кемдең кемлеге ауыр саҡта нығыраҡ беленәлер. Бының нәҡ шулай булыуын тормош үҙе үк раҫлап тора. Баҡһаң, кешеләрҙе вайымһыҙлыҡта ғәйепләһәк тә, арабыҙҙа шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы ғына...
Абҙаҡтар 40 мең һумға лайыҡ булды 9-01-2014, 09:31 / Ауыл тормошо

Абҙаҡтар 40 мең һумға лайыҡ булды

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте йортонда “Айыҡ ауыл – 2013” конкурсына йомғаҡ яһалды. Еңеүселәрҙе Иглин районында тәбрикләнеләр. Эскелеккә ҡаршы кѳрәш акцияһы март айында башланып, был проектҡа республикабыҙҙың 40 районынан 85 ауыл ҡушылғайны. Гәзитебеҙҙең 26 ноябрендәге һанында Әбйәлил, Иглин, Бүздәк райондарының Рәхмәт, Үктәй һәм Ҡараерек ауылдары «Айыҡ ауыл» акцияһында еңеп сығып, 200 мең һум, бынан тыш тѳрлѳ номинацияларҙа еңгән 10 ауылдың 40 мең һум аҡсаға лайыҡ булыуын яҙып сыҡҡайныҡ инде. Комиссия ағзалары проектта ҡатнашҡан һәр бер ауылға тиерлек барып, эш барышы менән...
Кәңәшләшеп эшләй һәм йәшәй нуралар 16-12-2013, 09:32 / Ауыл тормошо

Кәңәшләшеп эшләй һәм йәшәй нуралар

Гәзитебеҙ битендә тѳрлѳ хакимиәткә ҡараған ауылдар тормошон, шул биләмәлә йәшәгән халыҡтың йәшәйешен йыш яҡтыртып барабыҙ. Был бер яҡтан, эшләгән, сәмләнеп донъя кѳткән кешеләрҙе ѳлгѳ итеп күрһәтеү булһа, икенсе яҡтан, башҡаларҙы ла ниндәйҙер яңы башланғысҡа, эшкә әйҙәү ҙә булып тора. Һуңғы йылдарҙа муниципаль районға ҡараған ауыл хакимиәттәрендә яңы башлыҡтар һайланды. Сәмләнеп эшкә тотонған йәш етәкселәрҙең һәр эше тиерлек гәзит уҡыусылар иғтибарына еткерелеп барҙы тиһәк тә хата булмаҫ. Үҙҙәре ышаныс белдереп, һайлап ҡуйған етәксенең эше менән ҡәнәғәт булған ауылдаштар ҙа рәхмәт...
Һарыҡ үрсетеүгә - 1 500 000 һум! 5-11-2013, 15:18 / Ауыл тормошо

Һарыҡ үрсетеүгә - 1 500 000 һум!

«2013-2015 йылдарға Башҡортостан Республикаһы крәҫтиән-фермер хужалыҡтары базаһында ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү» конкурс программаһында ҡатнашыу ѳсѳн быйыл ауыл хужалығы эргәһендәге Мәғлүмәт-консультация үҙәгенә бѳтәһе 7 заявка бирелде. Шуларҙың ѳсәүһе һарыҡсылыҡ үрсетеүгә бизнес-план тѳҙѳгәйне. Миллион ярымлыҡ грант алыу бәхете быға тиклем «Урал» ПКС-ында малсы булып эшләгән Вәлит Сәләх улы Ҡорманғәлиевкә эләкте. Аҙнағолда йәшәгән ғаилә фермаһы етәксеһе тормош иптәше Динара Дамир ҡыҙы һәм ҡәйнеше менән был эште башлап ебәргән дә инде....
Хеҙмәттәшлек һәм ырыу ептәрен нығытып 22-10-2013, 12:08 / Ауыл тормошо

Хеҙмәттәшлек һәм ырыу ептәрен нығытып

Майҙа Әбйәлил районының Буранғол ауыл хакимиәте Сермәнгә дүҫлыҡ визиты яһап, сермәндәрҙең йәшәйеше, уңыштары һәм ҡаҙаныштары менән танышып ҡайтҡайны. Артабанғы дуҫлыҡты нығытыу, хеҙмәттәшлекте көсәйтеү йәһәтенән улар сермәндәрҙе үҙҙәренә ҡунаҡҡа ла саҡырғайны. Үткән аҙнала Сермән ауылы биләмәһе башлығы Зәбир Айытбай улы Әйүпов, ветерандар советы ойошмаһы рәйесе Солтан Мосауир улы Сиражетдинов, ауыл депутаты Лилиә Вил ҡыҙы Сибәғәтова һәм ауылдың актив йәмәғәт эшмәкәре Әсҡәт Ваһап улы Хәйернуров ут күршеләренә ҡунаҡҡа барҙы....
Юлдар  яныра 22-10-2013, 11:15 / Ауыл тормошо

Юлдар яныра

Һуңғы йылдарҙа Ѳфѳ - Белорет - Магнитогорск юлының торошо күптәрҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Быйыл, ниһайәт, боҙ урынан ҡуҙғалды: Ѳфѳ - Инйәр - Белорет юлына ла капиталь ремонт башланды. Ошо хаҡта Белорет юл ремонтлау - тѳҙѳү идаралығының прорабы Евгений Александрович Никитин менән әңгәмәләштек....
Ауыл хужалығы эшсәндәренә ярҙамға 28-06-2013, 14:29 / Ауыл тормошо

Ауыл хужалығы эшсәндәренә ярҙамға

Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы «2013-2015 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы крәҫтиән-фермер хужалыҡтары базаһында ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү» һәм «2013-2015 йылдарҙа яңы эш башлаған фермерҙарға ярҙам итеү» программаларында ҡатнашыусыларҙы һайлап алыр ѳсѳн конкурс комиссияһына ғаризалар ҡабул итә....
Туҡаныбыҙ гѳрләп сәскә атһын... 28-06-2013, 14:27 / Ауыл тормошо

Туҡаныбыҙ гѳрләп сәскә атһын...

Туҡанға тиҙҙән 125 йыл тула. Бала сағым Туҡан руднигына бәйле. Йә тегендә, йә бында паровоздар ҡысҡырыуы, тау тоҡомдарын гѳрһѳлдәтеп шартлатыуҙары, руда менән ағас күмере тейәп, Белорет заводына ашыҡҡан поездарҙың ѳҙлѳкһѳҙ тыҡылдауы бѳгѳнгѳләй хәтеремдә. Тик заманалар үҙгәрҙе. Туҡан рудаһына мохтажлыҡ бѳттѳ. Һуңғы поезд һуңғы руданы алып китте. Тимер юлы ябылды. Эш бѳттѳ....
Һаумы, һаумы, Әзекәйем! 28-06-2013, 14:25 / Ауыл тормошо

Һаумы, һаумы, Әзекәйем!

Үткән шәмбелә әзекәйҙәр “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына яҡташтарын, ауылдаштарын йыйҙы. Ҡунаҡтарҙы ауыл хакимиәте бинаһы алдында ҡаршы алдылар. Байрам Хәтер һәм ҡайғы кѳнѳнә тура килде. Ошо кѳнгә бәйле сара Бѳйѳк Ватан һуғышы яугирҙәренә ҡуйылған стелаға сәскә һалыу һәм уларҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алыу менән башланды....
Икеләтә шатлыҡ 14-06-2013, 14:08 / Ауыл тормошо

Икеләтә шатлыҡ

Сермән ауылының “Урал” производство-крәҫтиән союзы яҙғы сәсеү эштәрен тамамлауҙы, быйыл ѳсѳнсѳ йыл рәттән ҡорбан салдырып, ҙурлап билдәләй. Быйылғы байрам хужалыҡ эшселәре ѳсѳн икеләтә шатлыҡлы булды - “Урал” ПКС-ы 500 ферма республика маҡсатлы програмаһында ҡатнашыуға хоҡуҡ алды. ПКС рәйесе Хәлитов Рәүеф Тайфур улы әйтеүенсә, Республика бюджетынан бүленгән аҡса Сермән фермаһын яңыртыуға, яңы ҡорамалдар, йыһаздар алыуға тотоноласаҡ....