Үҙәнбашта магазин асылды 15-04-2013, 13:21 / Ауыл тормошо

Үҙәнбашта магазин асылды

Иҫке Үҙәнбаш ауылында, бәләкәй генә Әмбәр йылғаһы буйында урамға йәм ѳҫтәп, заман талаптарына яуап бирерлек матур йорт ҡалҡып сыҡты. Ул да булһа, шәхси эшҡыуарҙарыбыҙ, ирле-ҡатынлы Рәсүл Әнүәр улы менән Наилә Нурислам ҡыҙы Хѳснѳтдиновтар магазины....
Ғәбдѳктәр юғалып ҡалманы 15-04-2013, 13:13 / Ауыл тормошо

Ғәбдѳктәр юғалып ҡалманы

Ил үҙенең батырҙарын белергә тейеш, тигәндәй, ғәбдѳктәр ҙә “Урал” гәзите мѳхәрририәтенә шылтыратып, кемдәрҙең һыуҙа ҡалған йорттарҙан резина кәмәләргә тейәп балаларҙы, ҡатын-ҡыҙҙарҙы, малды ҡотҡарып ҡалыуҙары хаҡында яҙыуҙы үтенделәр. Ғәбдѳктән Вәрә Шѳғәйепова һәм Лира Мәһәҙиева, Йѳйәк хакимиәтенең эштәр идарасыһы Ғәзимә Мырҙагилдина үҙ ғүмерҙәрен, һаулыҡтарын ҙур хәүеф аҫтына ҡуйып ярҙамға ташланған ауылдаштарының береһен дә онотоп ҡалдырмаҫҡа тырышты....
Фермерҙарға - асыҡ юл 15-04-2013, 09:07 / Ауыл тормошо

Фермерҙарға - асыҡ юл

Уҙған йома ҡалабыҙҙа «Башҡортостан Республикаһында бәләкәй хужалыҡтарҙы үҫтереү буйынса Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының субсидияланған программаларын аңлатыу» тип аталған зона семинар-кәңәшмәһе уҙҙы....
Тракторҙарға техник күҙәтеү башланды 5-04-2013, 15:40 / Ауыл тормошо

Тракторҙарға техник күҙәтеү башланды

Тракторҙарға, юл-тѳҙѳлѳшѳ машиналарына һәм уларҙың тағылмаларына техник күҙәтеү башланды. Техник күҙәтеү ҡағиҙәләре тураһында Белорет районы муниципаль район һәм ҡалаһы буйынса дәүләт техник күҙәтеү начальнигы З.М. Казин менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ....
Абҙаҡта сессия булды 15-03-2013, 16:22 / Ауыл тормошо

Абҙаҡта сессия булды

Абҙаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте һәм урындағы депутаттар эшмәкәрлегенә арналған сираттағы сессияла БР Белорет районы муниципаль район хакимиәте башлығы В.Г.Миронов ҡатнашты һәм сығыш яһаны....
Малҡайҙар имен   булһын 11-03-2013, 16:46 / Ауыл тормошо

Малҡайҙар имен булһын

- Олег Владимирович, бѳгѳн ветеринария хеҙмәте атҡарған бурыстар нимәгә ҡайтып ҡала? - Ветеринария станцияһы халыҡ менән килешеү нигеҙендә эшләй. Йорт хайуандарынан кешегә йоға торған һәм айырыуса хәүеф тыуҙырған түләмә (сибирская язва), ҡотороу ауырыуы, бруцеллез, аттарға САП һәм ИНАН кеүек ауырыуҙарға ҡаршы бушлай профилактик саралар үткәрә....
Уңған  булһаң -  уңырһың 4-03-2013, 14:38 / Ауыл тормошо

Уңған булһаң - уңырһың

Шуныһы ҡыуаныслы, ауылда йәшәүселәрҙең күбеһе бѳгѳнгѳ кѳндә ғаиләләре менән мал, ҡош-ҡорт аҫрап, умарта тотоп, үҙ йүндәрен үҙҙәре күрә. Ҡайһы берҙәре крәҫтиән-фермер хужалыҡтары булдырып, эшләп йѳрѳй. Шығайҙан Сәкинә Ғаззал ҡыҙы менән Рәхмәтулла Тәфтизан улы Мәғәфүровтар ҙа 2003 йылдан бирле крәҫтиән-фермер хужалығын алып баралар....
Йәйең тынғыһыҙ үтһә, ҡышың тыныс булыр 1-02-2013, 14:24 / Ауыл тормошо

Йәйең тынғыһыҙ үтһә, ҡышың тыныс булыр

Мал ҡышлатыу нисек бара? Ошо һорау менән беҙ бер нисә крәҫтиән-фермер хужалығы ғына мѳрәжәғәт иттек. Ҡаһармандан Таштимер Тѳлкѳбай улы Ғәлин: - Бѳгѳнгѳ кѳндә беҙҙең 60 һыйырыбыҙ, 30 атыбыҙ, 80-ләп сусҡабыҙ бар. Ҡышты имен-аман сығып киләбеҙ, әммә иген юҡ. Элек килтереп һатып йѳрѳй торғайнылар. Былай үҙем Бѳрйән яғынан алып килергә һѳйләштем. Фермерҙарға еңелдән түгел. Хѳкүмәттән дә ярҙам юҡ тиерлек. Яҙлы-кѳҙлѳ яғыулыҡ-майлау материалдарына әҙерәк хаҡты тѳшѳргән булалар. Яғыулыҡҡа ла ...
Балҡыр ауыл урамдары 15-01-2013, 16:23 / Ауыл тормошо

Балҡыр ауыл урамдары

Декабрҙең һуңғы кѳнѳ Рысыҡай ауылы халҡы ѳсѳн ҡыуаныслы булды. Ниһайәт, күптән кѳткән «Ильич уттары» ауыл урамдарын балҡытты. Сосновка ауылы хакимиәте башлығы Айгиз Мусин ең һыҙғанып эшкә тотондо. Әле сосновкаларҙы хоккей ҡабы менән ҡыуандырһа, Яңы йылда Республика Хѳкүмәтенең квартал һайын ауылдарҙы тѳҙѳкләндереүгә бүлгән 100 мең һум аҡсаға Рысыҡай ауылына электр лампалары ҡуйҙыртты....
Ҡаҙаныңа ни һалһаң, ҡалағыңда шул булыр 19-12-2012, 14:58 / Ауыл тормошо

Ҡаҙаныңа ни һалһаң, ҡалағыңда шул булыр

Ғәҙәттә, ауылда йәшәп тә мал тотмай, ҡош-ҡорт үрсетмәй йә иһә баҡса үҫтермәй йәшәгән ғаиләләргә элек-электән ҡырын ҡараш ташлап, ғәйеп итеп ҡарайҙар. Рәхәтләнеп үҙ итеңде, май-ҡаймағыңды, йәшелсәңде ашап ғүмер итмәгәс, ауылда тороуҙың бер ҡыҙығы ла, файҙаһы ла юҡ, тип һанай ундайҙар. Шуға күрә, ҡасандыр һәр ғаиләгә бер баштан да артыҡ һыйыр тотоуҙы тыйған закон үҙ көсөн юғалтҡас, йүнселдәр, етеш йәшәргә тырышҡандар күпләп мал үрсетеп тормошон яйға һалырға тырыша. Кәртәһендә бер түгел буралай ике һыйыры, тиҫтәләгән ҡош-ҡорто булғанда, кешенең иртәгәһе көнгә ышанысы ла, өмөтө лә ҙурая...