Ҡаҙаныңа ни һалһаң, ҡалағыңда шул булыр 19-12-2012, 14:58 / Ауыл тормошо

Ҡаҙаныңа ни һалһаң, ҡалағыңда шул булыр

Ғәҙәттә, ауылда йәшәп тә мал тотмай, ҡош-ҡорт үрсетмәй йә иһә баҡса үҫтермәй йәшәгән ғаиләләргә элек-электән ҡырын ҡараш ташлап, ғәйеп итеп ҡарайҙар. Рәхәтләнеп үҙ итеңде, май-ҡаймағыңды, йәшелсәңде ашап ғүмер итмәгәс, ауылда тороуҙың бер ҡыҙығы ла, файҙаһы ла юҡ, тип һанай ундайҙар. Шуға күрә, ҡасандыр һәр ғаиләгә бер баштан да артыҡ һыйыр тотоуҙы тыйған закон үҙ көсөн юғалтҡас, йүнселдәр, етеш йәшәргә тырышҡандар күпләп мал үрсетеп тормошон яйға һалырға тырыша. Кәртәһендә бер түгел буралай ике һыйыры, тиҫтәләгән ҡош-ҡорто булғанда, кешенең иртәгәһе көнгә ышанысы ла, өмөтө лә ҙурая...
Һәйбәт ужым - уңыш  нигеҙе 19-12-2012, 14:56 / Ауыл тормошо

Һәйбәт ужым - уңыш нигеҙе

Декабрь тамамлана. Ҡыш һауа температураһының йыш алмашыныуы менән башланды - тәүлек эсендә ямғыр яуҙы, ҡарҙы иретте, тѳндәрен һалҡынайтты. Ошондай ҡатмарлы һауа шарттарында баҫыуҙарҙа ужым культуралары нисек һаҡланды икән? БР Ауыл хужалығы министрлығының үҫемлекселек һәм мелиорация бүлеге начальнигы Артур Ноғоманов был турала үҙ фекерен белдерҙе....
Абҙаҡтағы матур эштәр 21-11-2012, 16:27 / Ауыл тормошо

Абҙаҡтағы матур эштәр

Йыл һайын кварталдар эсендә береһенән-береһе сағыуыраҡ балалар майҙансығы асыу матур традицияға әйләнгән. 2008 йылдан алып хәҙерге ваҡытҡа ҡалала бѳтәһе ун алты майҙансыҡ асылған. Бындай төҙөлөш ѳсѳн бѳтәһе 12800 мең һум самаһы аҡса тотонолған....
Ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре һѳнәри байрамдарын билдәләне 19-11-2012, 15:32 / Ауыл тормошо

Ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре һѳнәри байрамдарын билдәләне

Республикабыҙҙа ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре кѳнѳ уңайынан тантаналы йыйылыш үтте. Унда алдынғы хужалыҡтар, етәкселәр, игенселәр, малсылар, механизаторҙар, һауынсылар, эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре Рәсәй, республика һәм Ауыл хужалығы министрлығының юғары наградалары менән бүләкләнде. Һѳнәри байрамдары уңайынан беҙ муниципаль район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге етәксеһе В.В.Красавинға мѳрәжәғәт иттек....
Хеҙмәт һѳйгәнде ил һѳйә 19-11-2012, 15:28 / Ауыл тормошо

Хеҙмәт һѳйгәнде ил һѳйә

«Белорет һѳт, май-сыр комбинаты” йәмғиәте директоры Н.С. Фәйзуллин йылдан-йыл предприятиеның үҫешен, продукция тѳрлѳлѳгѳн һәм сифатын яҡшыртыуға ѳлгәшкән, оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр һәм намыҫлы хеҙмәте ѳсѳн «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған аҙыҡ-түлек индустрияһы хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем алды....
Ауылға ҡоторған  тѳлкѳ килгән 14-11-2012, 14:04 / Ауыл тормошо

Ауылға ҡоторған тѳлкѳ килгән

Ҡоҙғон-Әхмәргә тѳлкѳ килеүе тураһында ауыл халҡы хәбәрҙар булһа ла, районда ҙур ғауға булманы. Яңыраҡ тѳлкѳнѳң ҡоторған булыуы диагнозы дѳрѳҫләнде. Республикабыҙ Президенты Рѳстәм Хәмитовтың «Башҡортостандың айырым ауыл биләмәләрендә хайуандарҙың ҡотороуына бәйле сикләү саралары индереү тураһында»ғы бойороғона ярашлы, карантин иғлан ителде. Карантин индерелгән ауылдар иҫәбенә Белорет районының Ҡоҙғон-Әхмәр ауылы ла эләкте. Беҙ ҙә, был хәл менән яҡындан танышыу маҡсатында, юлға сыҡтыҡ....
Һарыҡ үрсетергә теләйҙәр 7-11-2012, 15:21 / Ауыл тормошо

Һарыҡ үрсетергә теләйҙәр

Ауыл кешеһенә кредит алыу еңелдән түгел. Банктар кредитҡа рѳхсәт ѳсѳн йә ҡала пропискаһы һорайҙар, йә ғаиләлә ике кеше эшләүенә ҡарайҙар, йә бюджет ѳлкәһе хеҙмәткәрҙәренә генә бирәләр. Ябай колхозсы ѳсѳн банк ишектәре ябыҡ тип әйтергә лә мѳмкин булыр ине, әгәр ҙә ауыл хужалығы бүлеге янындағы мәғлүмәт-консультация үҙәге аша «Россельхозбанк»тан кредит алыу мѳмкинлеге булмаһа....
Һыулы ла, утлы ла булдыҡ! 31-10-2012, 15:51 / Ауыл тормошо

Һыулы ла, утлы ла булдыҡ!

Ошо кѳндәрҙә Сермән ауылы хакимиәте башлығы Айытбай Зәбир улы Әйүпов мѳхәрририәткә килеп, башҡарған эштәре һәм киләсәккә пландары менән уртаҡлашты. - Айытбай Зәбир улы, Сермән ауылын һыу менән тәьмин итеүҙә яңы система индереү ѳҫтѳндә эш алып барыуығыҙ тураһында яҙғайныҡ. Был эш ниндәй стадияға етте? - Проект һәм һыу запасын ѳйрәнеү тамамланды. Уның тәүге этабын Межгорье ҡалаһынан Олег Мулланур улы Фатхуллов етәкселегендәге «Каротаж» геофизик предприятиеһы баш-ҡарҙы. Артабанғы эштәрҙе «Управление малоэтажного строительства» предприятиеһы дауам итә. Сермәндә ике система айырым эшләй. Хәҙер...