Күңел ятҡан эш 14-09-2015, 10:32 / Үрнәк

Күңел ятҡан эш

Һәр кешенең дә тиерлек күңел һалып, яратып башҡарған бер шѳғѳлѳ була. Күп осраҡта донъя мәшәҡәте, эш, балалар тәрбиәләү арҡаһында кемдәрҙеңдер был шѳғѳлгә ҡулы етеңкерәмәй ҙә тора. Ә бына хаҡлы ялдағыларға йәш саҡта тормошҡа ашыра алмаған шѳғѳлдәренә ихласлап тотоноу мѳмкинселеге бар. Кемдер гѳрләтеп баҡса үҫтерә, икенсеһе сигеү сигә, бәйләм бәйләй. Шуныһы ҡыҙыҡ, һуңғы йылдарҙа ҡул эштәре менән булышҡан ир-аттар ҙа күбәйҙе. Берәүҙәр үҙ шѳғѳлѳнән килем алыу ѳсѳн тырышһа, икенселәре, күңеле матурлыҡҡа тартылғандан, тѳрлѳ ҡул эштәрен үҙ итә....
Яҡшы финанс - уңышлы иҡтисад нигеҙе 9-09-2015, 09:49 / Үрнәк

Яҡшы финанс - уңышлы иҡтисад нигеҙе

Был байрам Рәсәй Федерацияһы Президентының Финансист көнө тураһындағы Указына ярашлы, 2011 йылдан үткәрелә. Уның 8 сентябргә тура килеүе лә осраҡлы түгел. 1802 йылдың 8 сентябрендә император Александр I үҙенең манифесы менән Рәсәйҙә Финанстар министрлығы төҙөй. Финансты һаҡлау - дәүләттең йәшәү көсөн һаҡлау ул. Ә финанс туплау һәм уның менән идара итеү бөгөн финансистар ҡулында. Иҫтәлекле көн алдынан ҡаланың “ТеплоТрейд” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең коммерция директоры Рәил Сәғит улы ИШМѲХӘМӘТОВ менән әңгәмәләштек....
Хеҙмәт һөйгәнде ил хөрмәтләй 26-08-2015, 10:21 / Үрнәк

Хеҙмәт һөйгәнде ил хөрмәтләй

Күптән түгел “Белорет металлургия комбинаты” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 6 эшсеһенә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең юғары наградалары тапшырылды. Улар араһында Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән Рамил Мөхәмәҙиә улы МӨХӘМӘТЙӘРОВ та бар. Беҙ уның баш ҡалабыҙға сәфәренән алған тәьҫораттары менән уртаҡлашыуын үтендек. - Күңелдәге кисерештәрҙе һөйләп кенә бөтөрөрлөк түгел....
«Ҙур ѳмѳттәр бағлайбыҙ» 12-08-2015, 13:49 / Үрнәк

«Ҙур ѳмѳттәр бағлайбыҙ»

Инйәрҙең 1-се урта мәктәбе директорының тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары Элина Рәлиф ҡыҙы ҒАФАРОВА үҙен эшлекле, эҙләнеүсән, юғары кимәлдәге педагог һәм ойоштороусы итеп танытҡан....
Бал ҡортондай уңған ул 12-07-2015, 11:10 / Үрнәк

Бал ҡортондай уңған ул

Белорет почтамтында оҙаҡ йылдар үҙ эшен яратып башҡарған хеҙмәткәрҙәр бар. Шулар иҫәбенә Белорет почта бүлексәһендә оператор булып эшләгән Тәслимә Нотфулла ҡыҙы Ғайфуллинаны индерергә мѳмкин. Уның почтала эшләүенә быйыл 34 йыл тула. Тәслимә Нотфулла ҡыҙы Ҡаһарман ауылында күп балалы ғаиләлә үҫә....
Хеҙмәт юлы лайыҡлы! 18-05-2015, 14:09 / Үрнәк

Хеҙмәт юлы лайыҡлы!

«Уҡытыусы» һүҙе ябай ғына яңғыраһа ла, был исемде йѳрѳткән кеше иңенә ҙур һәм изге бурыс йѳкмәтелгән. Ул бала күңеленә юл таба, аң-белем бирә, юғары әхлаҡлылыҡ тәрбиәләй, кеше һәм шәхес итә. Уҡытыусы - тормош ҡуйған мѳһим һорауҙарға яуап тоторға ярҙам итеүсе остаз да. Һүҙем ошо яуаплы һѳнәр эйәһе, 36 йыл буйы уҡытыусы исемен лайыҡлы йѳрѳткән Инйәрҙең 2-се мәктәбенең тарих уҡытыусыһы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Зәкиә Сабит ҡыҙы ДИНИСЛАМОВА хаҡында булыр....
Бәхет тәме 13-04-2015, 11:02 / Үрнәк

Бәхет тәме

Ғаиләһен, тыуып үҫкән ауылы - Үткәлен, ауылдаштарын ярата Фәрзәнә. Бала сағы, үҫмерлек осоро тормоштоң сөсөһөнә ҡарағанда әсеһен күберәк татыған әсәкәйенә - Сафия инәй мәрхүмәгә донъя көтөшөргә ярҙамлашып үтһә лә, хәҙер ул нәҡ шул мәлдәрҙе һағынып иҫләй....
Мәрхәмәтле Лариса 10-03-2015, 10:12 / Үрнәк

Мәрхәмәтле Лариса

Һалҡын ҡышты артҡа сигендереп, ниһайәт, яҙ ҡояшы нурҙарын һибә башланы. Тормоштоң мәңгелеген, изгелеген, яҡтылығын дәлилләп, тәбиғәт яңырыу кисерә. Ошо мәлдә гүзәл заттарыбыҙ матур байрамын - 8 Март - Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар кѳнѳн билдәләй. Киләсәгем, халҡым, балаларым, тип йән атҡан, ныҡлы рухлы, сабыр йәнле, яратҡан эшенә, шѳғѳлѳнә тоғро ҡалған гүзәл заттарыбыҙ арабыҙҙа күп....
ДОНЪЯ ТОТҠАҺЫ -ҠАТЫН-ҠЫҘ 10-03-2015, 10:00 / Үрнәк

ДОНЪЯ ТОТҠАҺЫ -ҠАТЫН-ҠЫҘ

Ҡатын-ҡыҙ донъя тотҡаһы, тип бушҡа ғына әйтмәгәндәр. Хоҙай ҡатын-ҡыҙ иңенә яуаплылыҡты күп һалған: балалар үҫтереү, донъяны матур итеп тотоу, аш-һыуға маһир булыу, ғаилә ныҡлығын тәьмин итеү, барыһы ла ҡатын-ҡыҙ иңендә....
БАЛА ТӘРБИӘЛӘҮ МӘКТӘП ЭШЕ ГЕНӘ ТҮГЕЛ... 24-02-2015, 14:27 / Үрнәк

БАЛА ТӘРБИӘЛӘҮ МӘКТӘП ЭШЕ ГЕНӘ ТҮГЕЛ...

Рәсәй үҙ тарихында ниндәй генә тетрәндергес хәл-ваҡиғалар, һуғыштар кисерһә лә, һәр саҡ еңеп сығыуға ирешкән. Еңеүҙең сере лә ябай — бында үҙ ерен, илен яратҡан халыҡ йәшәй. Бѳгѳн, цивилизация үҫешкән заманда, һуғыш кеүек афәттәр бѳтѳнләй булмаҫҡа тейеш кеүек булһа ла, илдәр, милләттәр, диндәр араһында беренселеккә ынтылыу тѳрлѳ болалар сығыуға сәбәп булып тора. Иҡтисади яҡтан ҡарағанда, кѳслѳләр иһә донъялағы нефть, газ ѳсѳн һуғыш алып бара. Сәғүд Ғәрәбстаны, Иран, Ираҡ, Египет, Сүриә кеүек нефткә бай илдәрҙә юҡ-барҙан бола сығарырға һәм тотороҡһоҙлоҡто үҙ файҙаһына борорға теләгән...