ЙӘШЛЕК АРТЫНАН -УРМАНҒА

Белоретта тыуып үҫкән Алевтина Ивановна БЛИНАЧЕВА оҙаҡ йылдар уҡытыусы, халыҡты социаль яҡлау идаралығында эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Ҡасандыр урыҫ телендә сыҡҡан «Урал» гәзитендә лә эшләп алған. Актив йәмәғәтсе, йѳрәге һәм күңеле менән сәнғәткә, әҙәбиәткә ғашиҡ ханым оҙаҡ йылдар Мәҙәниәт һарайының рус халыҡ хоры коллективында йырлай. Уның хикәйәләре, новеллалары урындағы гәзиттәрҙә баҫылып тора. Быйыл Алевтина Ивановна үҙенең тәүге китабын ҡулына алып ҡыуанды. Беҙ һеҙгә уның бер хикәйәһен тәҡдим итәбеҙ.

Бына йәй уртаһы - еләкле мәл етте. Тыуған кѳнѳмдә мин ҡунаҡтарҙы һәр ваҡыт ҡайын еләгенән ҡайнатма менән һыйлайым. Әммә был аномаль эҫелектә бѳтә урман һәм баҡса еләге ғәҙәттәгенән иртә ѳлгѳрҙѳ. Уларҙы йыйыуҙы тиҙләтергә тура килде. Кистән үк ниәт ҡылдым, әгәр ҙә үҙемде һәйбәт тойһам, иртәнге етенән дә ҡалмай, ҡайын еләге йыйырға барам. Минең бер ваҡытта ла буш һауыт менән ҡайтмай торған, үҙем генә белгән еләкле урыным бар.

Ниәтләгән уйҙарым постелдә иркәләнеп ятырға ирек бирмәне, комбинаттың гудогы мине юлда сәләмләне. Тиҙ-тиҙ аҙымдар менән машиналар шыжлап торған юл ситенән барам. Үҙ-үҙемә ҡолаҡ һалам: башым шауламай, тубыҡтар шығырҙамай, йѳрәк талпына. Әммә һәр осраҡҡа минең менән ѳс «дуҫым» - энап, валидол һәм кеҫә телефоны йѳрѳй. Ҡоштар берәмләп тә, хор менән дә йыр һуҙа. Йәл, мин уларҙы тауыштары буйынса айыра алмайым. Элегерәк урманға күпләп еләк йыйыусылар менән йѳрѳргә тура килһә, әле нисектер кеше әҫәре күренмәй. Бары ҡайҙандыр бала тауышы ишетелеп ҡалды: «Әсәй, әсәй, ҡарале, ниндәй эреләр!» Уға яуап итеп әсәй кешенең наҙлы тауышы ғына ишетелде. Урманда мине «ҡанатлы дуҫтарым» ҡаршылай, был ниндәйҙер себендәр, баш осонда ѳйѳрѳлгән тѳрлѳ йән эйәләре түгел. Эйе, мин уларҙың иртәнге ауыҙ итеү церемонияһына тап булдым. Был «сәскә» генә, ә «еләктәр» алда әле. Һәр тешләүҙәренән тәнең шешенеп сығыр ләпәктәр әлегә уянып ѳлгѳрмәгән.

Әммә был ҡыйынлыҡтарға ла тѳрлѳсә ҡарарға була. Ҡайһы берәүҙәр күләүеккә баҫып та унда бысраҡ һыу, ә ҡайһылары йондоҙҙар сағылышын күрә. Мин һуңғыларына ҡайтып ҡалам. Бына йәшел үләнлектән тегендә-бында ѳлгѳргән еләктәр ҡыңғырауҙар кеүек аҫылынып ултыра. Улар ерҙән әллә ни бейек түгел һәм кеше ҡулына инеп ятҡансы үҙҙәренә табан эйелгәнде яраталар. Еләктәр ҙә кеше кеүек, үҙ үҫеш осорон кисерә: йәш саҡта йәшел, әҙерәк ѳлгѳргәс, йәш ҡыҙҙар кеүек алһыулана, ә инде бешеп еткәс, кѳс йыя, ҡатын-ҡыҙ кеүек һутлана, үҙенә ылыҡтыра. Ә инде ваҡытында ѳҙмәһәң, тѳҫѳ үҙгәрә, һыуланып әсей башлай. Тәбиғәттә лә тормоштағы кеүек - бѳтәһенең дә үҙ мәле бар. Мин еләкте эстәрәк - ҡояш тѳшмәгән урында йыйырға яратам. Бындай урында ул эрерәк тә. Еләктәр йәшел келәм ѳҫтѳнә һибелгән яҡут кеүек.

Ҡул сираттағы еләкте һауытҡа һалған арала күҙҙәр икенсеһенә тѳбәлә. Кеше аяғы баҫмаған урынға эләкһәң, бер ҡыуаҡтан 5-6 еләк йыйып алаһың. Еләк ҡыуаҡлығы, үҙенең матурлығын күрә белгән ѳсѳн рәхмәт әйткәндәй, улар менән ҡаршылашмай ғына айырылыша. Ә бына ер еләген кѳс менән айырып алырға кәрәк. Шура ѳләсәйем сауҡалыҡ тирәләй үҫкән ҡайын еләген бигерәк ярата ине. Бындай урында еләктәр бигерәк тә хуш еҫле һәм һутлы була. Әсәйем менән ҡайын еләгенә биҙрәләр менән барған ваҡыттар ҙа була торғайны. Еләк йыйыуҙа уға тиңләшеүсе булмағандыр. Миңә лә зарланыу яҙыҡ булыр, ѳс литрлыҡ һауытым тулды ла инде. Ҡарт әсәйемдең нисек шатланғанын, ейәндәремдең ҡыҙылға буялған бит-ҡулдарын күҙ алдына килтереп, йылмайып ҡуйҙым. Әммә ҡайтыр алдынан ял итеп, тамаҡ ялғап алырға кәрәк. Юл ыңғайы дарыу үләндәре йыйырмын…

Аяҡтарым үҙҙәренән-үҙҙәре күҙ күреме ерҙә үҫкән ҡара кѳртмәле янына алып килде. Ә йыйырға һауыт юҡ. Целлофан пакетта иҙеләсәк. Бер ус, ике ус йыйҙым… Ах, ошондай ҡәнәғәтлек һәм ләззәттән нисек айырылмаҡ кәрәк! Ҡайын еләгенән айырмалы, ҡара кѳртмәлене бер урында ултырып та йыйып була. Ҡыуаҡлыҡ үҙенең еләктәрен ҡулсатыр кеүек ѳҫкә күтәреп, мә, кеше, ал, йыйырға иренмә генә, был бѳтәһе лә һинең һаулығың ѳсѳн, тип әйткәндәй ултыра… Ѳйгә еләк ауырлығынан ғына түгел, хис-тойғолар тәьҫиренән, кинәнестән һәм эҫенән иҙерәп ҡайтып индем.Тѳндә миңә урманда ҡалған ҡара кѳртмәленең ҡараһыу-шәмәхә күҙҙәре тѳшѳмә инде.

Иртә менән уяндым да: «Был ҡара еләктәр миңә ҡышын да тѳшкә инеп йѳҙәтерме икән?» - тип уйлап ҡуйҙым. Үҙ-үҙемә ҡолаҡ һалам. Ғәжәп: баш ауыртмай, тубыҡтар шығырҙамай. Ул- был осраҡҡа үҙемдең «дуҫтарымды» алайым да, тағы ла урманға еләккә сығып китәйем әле. Еләк артынан түгел, йәшлек артынан!
З. СѲЛӘЙМӘНОВА
тәржемәһе.
Оставить комментарий