Ир ҡеүәте абруйҙа

Данлы хеҙмәт юлы үтеп, күптәргә ѳлгѳ булған һәм ҡартлығында ла тормоштан йәм, тәм табып йәшәй белгән кешеләр һәр саҡта ла һоҡланыу уята. Ундайҙар ҡасандыр йәш, дәртле саҡтарында һайлаған тормош позицияһынан саҡ ҡына булһа ла тайпылмай, ҡартлығында ла эргә-тирәләрендәгеләргә үрнәк күрһәтеп, ихтирам яулап йәшәй белә.

Тимер юл ауылында йәшәгән, бѳгѳн 84 йәше менән барған Хәмитйән Байғунды улы ҒӘЛИНде лә, һис икеләнеүһеҙ, ошо исемлеккә индерергә булыр ине. Исмаҡай ауылында тыуған егет бала сағынан хеҙмәт һѳйѳп, эшкә ѳйрәнеп үҫә. Балалыҡ осоро дәһшәтле һуғыш йылына тура килгән Хәмитйән тормоштоң бар ауырлығын да үҙ иңендә күтәреп, һынауҙарға кесе йәштән үк сынығып, уларға бирешмәҫкә ѳйрәнә. Ауыр заман булыуға ҡарамаҫтан, Исмаҡай мәктәбендә, IV класс булһа ла, белем ала. 1956 йылда егет ҡорона ингән Хәмитйән Ғәлин Үҙән ауылынан арыраҡ урынлашҡан Нура леспромхозының Ҡатарыш участкаһында ағас ҡырҡыу эшенә тотона. Унда бер аҙ эшләгәс, уны ошо уҡ леспромхоздың Тимер юл ауылы участкаһына эшкә күсерәләр.

Эшенә яуаплы ҡараған, бурысын еренә еткереп башҡарған егеткә бригадир вазифаһын йѳкмәтәләр. Етәкселәрҙең ышанысын аҡлай,
һынатмай егет. Уның бригадаһы һәр саҡта ла алдынғы һанала, планын арттырып үтәй һәм Нура леспромхозы администрацияһының, профсоюз, партия ойошмаһының бик күп Маҡтау ҡағыҙҙарына, бүләктәренә лайыҡбула. Ә инде Хәмитйән Байғунды улы үҙе бер нисә йыл рәттән Социалистик ярышта еңеп сыға. Юғары хеҙмәт күрһәткестәре, намыҫлы, фиҙаҡәр хеҙмәте ѳсѳн Рәхмәт хаттары, Маҡтау ҡағыҙҙары, шифаханаларға юлламалар менән йыш бүләкләнә. Тырыш хеҙмәткәрҙе кѳньяҡ ҡалалары буйлап экскурсияларға ла йыш алып йѳрѳйҙәр.

Хәмитйән Ғәлиндең тырышлығы етәкселек
тарафынан юғары баһалана, уға «Хеҙмәт ветераны» тигән маҡтаулы исем бирелә. 32 йыл ғүмерен ағас етештереү эшенә арнаған абруйлы хеҙмәткәрҙе 1986 йылда хѳрмәтләп хаҡлы ялға оҙаталар. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бѳгѳн дә йәштәрҙән ҡалышмай гѳрләтеп донъя кѳтә Хәмитйән бабай. Баҡсаһында сѳгѳлдѳр, кишер, картуф үҫтерә. Ҡышҡылыҡҡа үҙе тәрбиәләп үҫтергән помидор, ҡыярҙарын маринадлап, компоттарын да әҙерләп ҡуйырға иренмәй ул. Донъя мәшәҡәттәренән айырылып, гәзит-журналдар уҡырға ла ваҡыт таба.
- “Урал” гәзитен хәреф таный башлағандан алып уҡыйым һәм бѳгѳнгѳ кѳнгә тиклем унан айырылғаным юҡ, - ти Хәмитйән Байғунды улы.
Эльза МѲХӘМӘҘИЕВА.
Оставить комментарий