Ҡартлыҡты эш менән ҡыуа

Ҡартлыҡ ялҡауҙарҙы һәм ғәмһеҙҙәрҙе ярата, тигәндәре дѳрѳҫтѳр. 80-де үтһә лә, йүгереп йѳрѳгән Рәйсә (мулла ҡушҡан исеме Мѳьминә) Фәтҡулла ҡыҙы Ғарифуллина менән аралашҡандан һуң бының айышына тѳшѳнәһең. Бѳтә уңайлыҡтары булған фатирҙа йәшәһә лә, ул һаман ҡыҙы Фәйрүзә менән баҡсаға йѳрѳй, йәшелсә-емеш, еләк үҫтереп мул уңыш алалар.

- Эшһеҙ ултырһам, ауырый башлайым бит, ҡыҙым, нисек шундай йәмле кѳндә ѳйҙә ултырып сыҙамаҡ кәрәк, - ти ул йылмайып. - Үҙемде белгәндән бирле эштән айырылғаным юҡ. Аллаға шѳкѳр, мин күргән ауырлыҡтарҙан һуң да ошо йәшкә етеү үҙе бер мѳғжизәлер, тип уйлайым. Шуға кѳнѳ-тѳнѳ Хоҙайыма рәхмәттәр уҡып йәшәйем. Ейәнсура районында тыуып үҫкән ҡыҙ бәләкәйҙән тегергә, бәйләргә, сигергә ѳйрәнә. Был һѳнәре уны аслыҡтан, яланғаслыҡтан йолоп ҡала. Үҫеп еткәс, бәлки, еңелерәк булыр, тип, Белореттан ялға ҡайтҡан ауылдашына эйәреп сығып китә. Шулай итеп, 1950 йылдан бирле тәүҙә «Магнитстрой»ҙа эшләй, һуңынан заводтың тимер юлына грузчик булып эшкә урынлаша. Бына ошонда эшләгән йылдарында уны, ысынлап та, ниндәйҙер кѳс бер нисә тапҡыр үлемдән алып ҡала. Күпме ауырлыҡтар, ҡаршылыҡтар кисерһә лә, бер ҙә генә тормошона зарланмай. 9-сы цехта ла эшләп ала.

- Бәләкәйҙән үлән, тамыр ашап үҫкәнгә ныҡ булғанбыҙҙыр, тим. Аллаға шѳкѳр, бер ҙә ауырып түшәктә ятҡанымды хәтерләмәйем. Эш тә кешене сыныҡтыралыр. Ауылда ла бәләкәйҙән колхоз эшенә йѳрѳнѳк. Һуғыш йылдарының ауырлыҡтарын һѳйләп тә тораһы түгел инде…
Рәйсә Фәтҡулла ҡыҙы Белоретта домна цехында эшләп йѳрѳгән Дүртѳйлѳ районы егете Зѳлфәт Ғарифулла улы менән танышып, ғаилә ҡороп ебәрәләр. Уңған, егәрле, оҫта ҡуллы ғаилә башлыҡтары үҙҙәре кеүек береһенән-береһе матур, аҡыллы, әҙәпле 3 ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. - Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош иптәшем менән 30 йылғына бергә йәшәп ҡалдыҡ, хәҙер инде уның баҡыйлыҡҡа күсеүенә 30 йыл, - тип һүҙен дауам итә Рәйсә апай. - Элгәре бигерәк ауыр тормошта йәшәгәнбеҙ. Кѳндѳҙ заводта эшләп ҡайтам да, кистәрен бәйләү, тегеү эшенә тотонам. Таңға тиклем ултырған саҡтар ҙа булды. Кеше араһында кәм-хур булмай йәшәргә тырыштыҡ. Хәҙер тормош ысын мәғәнәһендә ожмахҡа тиң. Әммә күптәр шуның ҡәҙерен белмәй, үҙҙәрен- үҙҙәре һаҙлыҡҡа ба-тыра.

Тырышҡанға Хоҙай Тәғәлә ярҙам итергә генә тора. Аллаға шѳкѳр, Зѳлфиә, Рәсүлә, Фәйрүзә ҡыҙҙарыбыҙ бына тигән балалар үҫтереп, матур донъя кѳтәләр. Бер ҙә йѳҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәнеләр. Электән үк күңелем менән Хоҙай Тәғәләгә мѳрәжәғәт итеп йѳрѳһәм дә, хаҡлы ялға
сыҡҡас, намаҙға баҫтым, мәсеткә йѳрѳйѳм. Әлегә тиклем ураҙаны ҡалдырғаным булманы.
Ағинәйҙең нур бѳркѳлѳп торған бүлмәһен үҙ ҡулдары менән сиккән һәм бәйләгән әйберҙәр биҙәй. Оло йәштә лә һѳйкѳмлѳ һәм һѳймәлекле булып ҡалған ағинәй бѳгѳн алты ейәнгә, бер ейәнсәргә, дүрт бүләсәргә һәм 3 бүләгә әҙәп һәм иман нуры бѳркѳп, хәйер-фатихаларын биреп йәшәй.
- Һәр кемгә лә минең кеүек бәхетле ҡартлыҡ кисерергә яҙһын, - ти ул ихлас күңелдән.
З. СѲЛӘЙМӘНОВА.
Н.ВӘЛИУЛЛИНА фотоһы.
Оставить комментарий