Ѳс ҡыҙ бала тыуҙы

Ҡалала йәшәгән Елена Петровна менән Руслан Рәниф улы ЯҠУПОВТАР ғаиләһе ошо кѳндәрҙә ҙур ҡыуаныс кисерҙе - ѳс игеҙәк ҡыҙҙары тыуҙы.

- Беренсе тапҡыр УЗИ үткәндә ике игеҙәк буласағы тураһында әйткәйнеләр, ѳсѳнсѳһѳндә ѳс сабый икәнлеге беленде. Ҡыҙҙарҙың ѳсѳһѳ лә имен-һау тыуҙы, үҙҙәрен яҡшы тоя. Беҙҙе һәр саҡ хәстәрләп торған врачтарға

- Галина Николаевна Виденееваға, Илнур Ғәлләү улы Мырҙабаевҡа, Зилә Фәһим ҡыҙы Ғайнановаға һәм бала табыу йортоноң бѳтә хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, - ти Елена Петровна. Ғаиләлә ѳс игеҙәк бала тыуыуы осраҡлы түгел икән: Еленаның үҙенең игеҙәге - ағаһы бар, Русландың да нәҫелендә игеҙәктәр осрай. Руслан Рәниф улы: “Ѳс бала буласағы тураһында хәбәр иткәстәр, үҙемде рухи яҡтан әҙерләнем. Тәүге ҡыҙыбыҙ Валерияға йәш ярым, игеҙәктәргә Вера, Надежда, Любовь тип исем ҡушырға йыйынабыҙ. Олатай, ѳләсәйҙәребеҙ юҡ, шуға ла балалар тәрбиәләгәндә үҙебеҙгә генә ышанырға ҡала. 48 квадрат метр майҙанлы ике бүлмәле фатирҙы ипотекаға алғайныҡ, шуға ла матди яҡтан еңел булмаҫ. Әммә бар ауырлыҡтарҙы күмәкләп еңеп сығырбыҙ, тип ышанам”, - ти “Белорет” муниципаль-ара бүлек хеҙмәткәре Руслан Яҡупов. Йыл башынан Белорет бала табыу йортонда 20 игеҙәк бала тыуған, ѳс игеҙәк бала тыуыу осрағы быйылға беренсе тапҡыр теркәлә.
Р. ХѲСНУЛЛИНА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий