Булмышы менән ПЕДАГОГ

Ихласлығы, тәртибе, холоҡ-фиғеле, башҡарған эштәре менән башҡорт ҡатын-ҡыҙын һынландырған кешеләр була. Аҙналыла йәшәгән Фатима Сәйетғәле ҡыҙы ФӘЙЗУЛЛИНА (Абдрахманова) - шундайҙарҙың береһе.

Уның тормош юлы ла башҡа ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡынан әллә ни айырылмай. Аҙналыла — VII класты, Сермәндә урта мәктәпте тамамлағандан һуң ситтән тороп педучилищела уҡый. 1961 йылда хеҙмәт юлын Ҡаҙыш мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башлай. 8 йылдан һуң Аҙналы мәктәбенә эшкә күсә һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы ошонда балаларға белем бирә. 40 йылға яҡын хеҙмәт стажы булған педагогтың уҡыусылары араһында ниндәй генә һѳнәр эйәләре юҡ! Улар әле лә килеп йә телефондан шылтыратып, тәүге уҡытыусыларының хәлен белешә, байрам менән ҡотлай. Фатима Сәйетғәле ҡыҙы һәр баланы үҙенеке кеүек итеп ҡабул итә һәм кескәйҙәр йѳрәгенә юл табыу ѳсѳн кѳсѳн дә, ваҡытын да йәлләмәй. Фиҙаҡәр хеҙмәте ѳсѳн ул күп кенә Рәхмәт хаттары һәм Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән.

- Бала күңеленә иң мѳһиме - кешелеклелек орлоҡтарын һалыу, - ти мѳғәллимә. - Бѳтә балалар ҙа юғары уҡыу йортона инә, йәки ҙур кеше булып китә алмай, әммә һәр бала яҡшылыҡтың һәм яманлыҡтың нимә икәнен белеп, был донъяла изге эштәр ҡылып ҡына йәшәргә кәрәклеген белеп үҫергә тейеш. Белемле һәм юғары ҡаҙаныштарға ѳлгәшкәндәрҙең дә ҡаты бәғерле, кешелекһеҙ булыуы бар. Аллаға шѳкѳр, балаларым да, уҡыусыларым да йѳҙѳмә ҡыҙыллыҡ килтергәне булманы. Донъяла ошонан да ҙур бәхет юҡтыр инде. Эйе, ветеран-педагог балалары һәм уҡыусылары менән ғо-
рурлана ала. Тормош иптәше Вил Лут улы менән бына тигән Лилиә Сермән дауаханаһында ѳлкән медсестра, тормош иптәше менән ике ул үҫтерә, бѳгѳнгѳ кѳндә улар Мәскәүҙә уҡый.

- Әсәйем менән атайым икеһе лә йыр-моң яратты. - Лилиә Вил ҡыҙы үҙенең бала сағын хәтерләй. - Әсәйем моңло итеп йырлай, атайым матур бейей, мандолинала уйнай ине. Атайым клуб мѳдире лә,
ауыл Советы рәйесе лә булды. Клубта эшләп йѳрѳгән мәлендә бейеү ансамбле ойошторҙо, концерт, спектаклдәр ҡуйҙылар. Әйткәндәй, Риф Ғәбитов та әсәйемдең уҡыусыһы. Беҙ — 4 бала кис һайын ѳйҙә концерт ҡуя торғайныҡ. Бер ваҡытта ла әсәйем менән атайымдың һүҙгә килгәнен, ауыр ҡараш
ташлағанын хәтерләмәйем. Икеһе лә тыныс холоҡло, изге күңелле, үтә тырыш булдылар. Ѳләсәйем дә әсәйебеҙҙе үҙ ҡыҙы кеүек яратты. Бәхетле бала саҡ ѳсѳн уларға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Икенсе ҡыҙы Розалия Белорет дауаханаһының реанимация бүлегендә медсестра булып эшләй. Уның янғын һүндереүсе һѳнәрен һайлаған улы Мәскәүҙә ситтән тороп белем ала, ә ҡыҙы VIII класта уҡый.

6 йәшенән атаһы янына килгән врачтар менән аралашып, уларҙың сумкаларын үҙенә аҫып ҡараған Арслан Ѳфѳ медицина университетын тамамлай, хәҙерге ваҡытта Учалы дауаханаһының баш врач
урынбаҫары, ошонда уҡ педиатр булып эшләгән тормош иптәше Лира Зѳфәр ҡыҙы менән 1 ҡыҙ үҫтерәләр. Әсәһенең терәк-таянысы булып ауылда тѳпләнгән Альберт та тормош иптәше, уҡытыусы Әлфира Абдулхай ҡыҙы менән 4 бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Уларҙың ҡыҙҙары Алина медуниверситеттан һуң Абҙаҡ дауаханаһында педиатр булып эшләй. Юлиә МГТУ-
ла, Азамат Мәскәүҙә белем алһа, Айҙар VII класта уҡый.

- Балаларыма, ейән-ейәнсәрҙәремә шул тиклем рәхмәтлемен, минең ѳсѳн ѳҙѳлѳп, ҡулыма эш тейҙермәҫкә тырышып ҡына торалар. Сирләп китһәм, хатта тѳндә лә килеп етәләр. Электән мал, ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса үҫтереп йәшәгәс, бер ҙә буш ултырғы килмәй. Тормош иптәшем ныҡ егәрле,
тырыш булды. Шуға балалар ҙа кескәйҙән эшкә ѳйрәнеп, эш яратып үҫте. Хәҙер килеп ейән-ейәнсәрҙәремдең ауылға тартылып тороуына, мал, ҡош- ҡорт яратыуына һѳйѳнѳп бѳтә алмайым. Хатта шуларҙың ат яратҡанлығы арҡаһында йылҡы малын да бѳтѳрмәйем. Бесәнде
үҙҙәре әҙерләй. Коллегалары һәм ауылдаштары Фатима Сәйетғәле ҡыҙын итәғәтле, сабыр холоҡло,
кешелекле, уңғанлығы ѳсѳн ихтирам итә. Аҙналының ѳлгѳлѳ ғаиләләренең береһе булған Фатима Сәйетғәле ҡыҙының йорто әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып, ауылға йәм биреп ултыра. Ә инде ошо йортта тыуып һәм уйнап үҫкән балаларҙы, ейән-ейәнсәрҙәрҙе башҡорт халҡының ышаныслы
ул һәм ҡыҙҙары тиһәң дә хата булмаҫ, сѳнки уларҙы алдынғы ҡарашлы әсәй, ѳләсәй һәм педагог Фатима Сәйетғәле ҡыҙы Фәйзуллина тәрбиәләгән, белем биргән, эшкә ѳйрәткән. Ошо кѳндәрҙә үҙенең мәртәбәле юбилейын билдәләгән ханымға киләсәктә лә иҫәнлектә-һаулыҡта йорт усағын һаҡлап, ҡот-бәрәкәт, һѳйѳү-наҙ ѳләшеп йәшәүен теләйбеҙ.
З. СѲЛӘЙМӘНОВА.
Оставить комментарий