БАЛА ТӘРБИӘЛӘҮ МӘКТӘП ЭШЕ ГЕНӘ ТҮГЕЛ...

Рәсәй үҙ тарихында ниндәй генә тетрәндергес хәл-ваҡиғалар, һуғыштар кисерһә лә, һәр саҡ еңеп сығыуға ирешкән. Еңеүҙең сере лә ябай — бында үҙ ерен, илен яратҡан халыҡ йәшәй. Бѳгѳн, цивилизация үҫешкән заманда, һуғыш кеүек афәттәр бѳтѳнләй булмаҫҡа тейеш кеүек булһа ла, илдәр, милләттәр, диндәр араһында беренселеккә ынтылыу тѳрлѳ болалар сығыуға сәбәп булып тора. Иҡтисади яҡтан ҡарағанда, кѳслѳләр иһә донъялағы нефть, газ ѳсѳн һуғыш алып бара. Сәғүд Ғәрәбстаны, Иран, Ираҡ, Египет, Сүриә кеүек нефткә бай илдәрҙә юҡ-барҙан бола сығарырға һәм тотороҡһоҙлоҡто үҙ файҙаһына борорға теләгән тѳркѳмдәр, кландар, башҡа дәүләттәр бар.

Донъяла иң ҙур майҙан биләгән һәм бай ҡаҙылма ятҡылыҡтары, нефть һәм газы булған Рәсәй ѳсѳн бѳгѳн дә еңел түгел. Ә инде ил ныҡ булһын ѳсѳн киләсәк быуында кѳслѳ рух, маҡсат, илһѳйәрлек сифаттарын тәрбиәләү мѳһим. Булыр бала биләүҙән, ти халыҡ мәҡәле. Баланы тәрбиәләү ҙә әсәнең ҡарынында уҡ башланыуына ишара итә был мәҡәл. Бала тыуыуы үҙе үк бәхет, илгә ҡот килтерә. Шуға ла халҡыбыҙ бала бағыуға айырыуса иғтибарлы ҡараған. Күптәр (һәр әсә тип әйтә алмайым, сѳнки балаһын ташлап киткән әсәйҙәр ҙә бар) балаһын ҙур түҙемһеҙлек менән кѳтѳп ала, аҡ биләүгә һалғас та, уға бәхет, оҙон ғүмер теләй. Әммә ҙур ѳмѳт баҡҡан балаларҙың ҡайһы берәүҙәре, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был тормошта юғалып ҡала, яҙыҡ юлға баҫа, эскесегә, наркоманға әйләнә. Иғтибар иткәнһегеҙҙер, һуңғы йылдарҙа ҡала урамдарында асарбаҡтар артҡандан- арта. Уларҙы осратҡан һайын эстән генә:

“Ул да бит кемдеңдер ғәзиз балаһы, ул тыуғанға ата-әсәһе, туғандары ҡыуанған, бәхетле булыуын теләгән, ә бѳгѳн ул ниндәй ҡот осҡос хәлгә тѳшкән”, - тип уйланам. Илебеҙҙә ошондай ассоциаль тормош алып барған ҡатламдың артыуы ҙур хәүеф тыуҙыра, сѳнки улар ѳсѳн изге нәмә, ҡиммәттәр юҡ, бар осраҡта ла улар һине лә, илеңде лә һатып ебәрер. Тыныс тормошта йәшәһәк тә, атай-әсәйҙәре булған социаль етемдәрҙең артыуы, бала ташлау, ҡайһы бер ҡартайған кешеләрҙең яңғыҙлыҡтан интегеүе кеүек кире күренештәр - 90-сы йылдарҙа идеологияның тарҡалыуы һѳҙѳмтәһе ул. Ил Президенты Владимир Путин ошо арауыҡ эсендәге рухи юғалтыуҙы тергеҙеү ѳсѳн тѳрлѳ саралар күрә. ГТО нормаларының кире индерелеүе лә ошо хаҡта һѳйләй. Дѳрѳҫѳн генә әйткәндә, әлеге ваҡытта илдә олигархтар аҡса артынан ҡыуа, урта хәллеләр ҙә тормошон бѳтәйтеү менән мәшғүл, ә инде ябай халыҡ кѳндѳ-кѳнгә ялғап, башҡаларҙан кәм-хур булмаҫҡа тырышып ятҡан була. Ололар тормош артынан йүгергән саҡта, балалар күп осраҡта үҙҙәре генә, йә уҡытыусы, йә тәрбиәсе ҡарамағында ғына тороп ҡала. Баланы матди яҡтан тәьмин итһәк, ул яҡшы уҡый, шәп кеше булып үҫәсәк, тигән фекер ѳҫтѳнлѳк итә күпселек атай-әсәйҙәрҙә.

Бѳгѳн беҙ баланы тәрбиәләүҙә тѳп тәрбиәсе - хеҙмәт булыуын да оноттоҡ. Эш яратҡан кеше бер ваҡытта ла юғалып ҡалмағаны быуаттар тѳпкѳлѳнән иҫбат ителгән хаҡлыҡ. Хәҙер балаға мәктәптә иҙән йыуырға, баҡсала эшләргә ярамай, ә кѳнѳ буйы компьютер, телевизор алдында ултырырға мѳмкин. Хатта үҙ балаңа тауыш күтәрергә лә рѳхсәт ителмәй. Бындай тыйыуҙар булған саҡта кем баланың ҡырын эштәрен ваҡытында туҡтатыр һуң?! Бѳгѳн Рәсәйҙә монстрҙар тәрбиәләү ѳсѳн бар шарттар тыуҙырылған, тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Был осраҡта илһѳйәрлек кеүек юғары тѳшѳнсәләр тураһында һѳйләүе лә урынһыҙ кеүек. Әммә хәл итеп булмаған мәсьәләләр юҡ тигәндәй, был йәһәттән ата-әсәләргә дилбегәне үҙ ҡулына ныҡлап алырға кәрәк. Биш бала тәрбиәләгән Дилбәр һәм Айҙар Махияновтарҙың ғаиләһен был йәһәттән үрнәк итеп ҡуйырға мѳмкин. Айҙар Әнғәм улы күптән фермерлыҡ менән шѳғѳлләнә, бер ҡарауға бик мәшғүл кеше, әммә балаларына ла ваҡыт таба. Ошо хаҡта ғаилә башлығы менән әңгәмәләштек.

► Айҙар Әнғәмович, бала тәрбиәләүҙә ниндәй алымдар ҡулланаһығыҙ?
- Беҙ, балаларҙы бына ошолай тәрбиәләргә, тигән аныҡ маҡсат ҡуймайбыҙ, бѳтәһе лә үҙ яйы менән бара. Балаларҙың бѳтәһе лә атай-әсәйгә ярҙам итергә тейеш һәм минекеләр мәктәптә лә, ѳйҙә лә ѳлгѳрә. Әгәр ҙә мәктәптә берәй уҡытыусы: “Уҡыуға ҙур иғтибар бирергә кәрәк”, - тип әйтә икән, мин уға яңылыш фекер йѳрѳтѳүен аңлатырға тырышам. Беҙҙә уҡыу программаһы дѳрѳҫ тѳҙѳлмәгән. Мәҫәлән, Урта Азияла ауылдарҙа балалар 15 ноябрҙә генә уҡырға килә башлай, сѳнки улар кѳҙгѳ уңышты йыйыуҙа ҡатнаша, бәләкәйҙән эшкә ѳйрәнеп үҫә. Мин дә эште белһендәр, эштән ҡурҡмаһындар, тигән маҡсатты алға ҡуям. Балаларыбыҙҙың бѳтәһе лә спорт менән шѳғѳлләнә, күнекмәләрҙе ҡалдырмай. Әгәр тѳштән һуң уҡыһалар, иртәнсәк тороп биш саҡрым йүгерәләр,
кәртәләге эште бѳтѳрѳп, һарайҙарҙы таҙалап ҡуялар. Иртәнсәк уҡыһалар, был эштәрҙе тѳштән һуң башҡаралар. Балам ауырып китһә, үҙем уны табипҡа алып барам, тулыһынса медицина тикшереүе үткәртәм. Анализ тапшырыу һәм башҡа күҙәтеүҙәрҙән үтеү ѳсѳн аҡса түләргә икән, тимәк, түләйбеҙ. Мәктәптә проблемалары булһа, шунда уҡ уны хәл итеү ѳсѳн барыһын да эшләйбеҙ. Ваҡыт барма- юҡмы - уға ҡарамайбыҙ, мәктәптәге ата-әсәләр йыйылышын ҡалдырмаҫҡа тырышабыҙ. Бала тәрбиәләү мәктәп эше генә түгел, һәр атай-әсәй иң беренсе яуаплылыҡты үҙ ѳҫтѳндә тойорға тейеш. Әгәр ҙә балабыҙ икенсе секцияла шѳғѳлләнһә, беҙ тренер менән ныҡлы бәйләнеш тотабыҙ. Бала күнекмәнән ҡайтҡас та, нисек үтеүе, ниндәй алымдар ѳйрәнгәне тураһында ҡыҙыҡһынам. Әгәр ҙә тренерҙың ниндәйҙер хатаһы булһа, беҙ үҙебеҙ тѳҙәтмә индерәбеҙ. Тренерға ла ошо хаҡта әйтәм, күнекмәләренә барам. Мәҫәлән, бала кѳрәшә икән, уларҙың ярыштарын да ҡалдырмайбыҙ. Ҡыҙҙар дзюдоға йѳрѳй, беҙ уларҙың нисек шѳғѳлләнгәнен контролдә тотабыҙ. Тренер күрмәгән етешһеҙлектәрҙе үҙебеҙ аңғарып, тѳҙәтмәләр индерәбеҙ. Үҙемдең секцияға саҡырып, мин был алымды урынына еткергәнсе башҡарырға ѳйрәтәм, йә бала матур итеп үтәй алғансы итеп үҙгәртәм.

► Кѳрәштә һеҙ нимәгә айырыуса иғтибар итәһегеҙ?
- Кѳрәштә шѳғѳлләнгән һәр баланың матур итеп күнегеүҙе үтәүенә иғтибар итәм. Ошо эш һѳҙѳмтәһендә тәрбиәләнеүселәребеҙ Заһит Фәйзуллин - 2013 йылда, Рудольф Махиянов 2014 йылда кѳрәш буйынса “Башҡортостандың иң матур ташлауы” кубогын алды. Бындай ҡарарҙы Башҡортостан Республикаһының 33 тренеры сығара. Ә бит беҙҙә кѳрәш секцияһының асылыуына бары биш йыл ғына. Һәр бер алымды видеоға тѳшѳрәбеҙ, аҙаҡ уны ҡарап, етешһеҙлектәр ѳҫтѳндә эшләйбеҙ, күнегеүҙе камиллаштырабыҙ. Яңыраҡ Баймаҡҡа спартакиадаға барып килдек. Унда беҙҙең спортсылар I-II урындарҙы яуланы. Бѳтәһе лә Стәрлетамаҡта үтәсәк спартакиадала ҡатнашасаҡ. Унда республика уҡыусылары араһында иң кѳслѳ спортсылар асыҡлана. Унан һуң Дәүләкәндә үтәсәк билбау кѳрәше буйынса ярышта ҡатнашырға йыйынабыҙ, ул да кѳрәшкә оҡшаған спорт тѳрѳ. Дәүләкәндән һуң Ѳфѳгә кѳрәш буйынса ярышҡа барасаҡбыҙ: Рәсәй беренселегенә кѳрәшселәр һайлау буйынса ярыш үтә. Ә инде ил беренселегендә еңгәндәргә кѳрәш буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры исеме бирелә.

► Һеҙҙеңсә, илһѳйәрлек тойғолары барлыҡҡа килеүгә нимә булышлыҡ итә?
- Илһѳйәрлек буйынса әйткәндә, миндә тәрбиәләнгән малайҙар уҡыуҙы тамамлағандан һуң Эске эштәр һәм Ҡораллы Кѳстәр, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтарына ҡараған уҡыу йорттарына уҡырға инергә әҙерләнә. Улар уҡыуҙа ла һынатмай, тырышып кѳрәш менән дә шѳғѳлләнә. Был спорт тѳрѳ таһыллыҡты, кѳстѳ, тиҙлекте, реакцияны үҫтерә.

► Һеҙ кѳрәшкә нисек килдегеҙ?
- Элек беҙ улым менән кѳн һайын эштән һуң Учалыға йѳрѳп, “Батыр” клубында кѳрәш менән шѳғѳлләндек. Кѳн дә 100 саҡрым араны үтеү еңелдән түгел, киске сәғәт 10-11-ҙә генә ҡайтып инәбеҙ, яғыулыҡҡа ла аҡса күп китә. Шуға ла Белоретта федерация астыҡ. Ул “Алыш - кѳрәштә, алыш — билбау кѳрәшендә” тип атала. Мин был йәмәғәт ойошмаһы берләшмәһенең рәйесе булып торам. Үҙем Стәрлетамаҡ физкультура һәм спорт академияһының V курсында уҡыйым. Кѳрәш бик матур алыш, уны бер нисек тә баһалап бѳтѳп булмайҙыр. Ул һәр башҡорттоң ҡанында булырға тейеш. Кѳрәште юҡҡа ғына уҡыусылар спартакиадаһына индермәгәндәр. Хәҙер бѳтә мәктәптәр ҙә шѳғѳлләнә башлаясаҡ. Мин бик шатмын, сѳнки кѳрәш Рәсәй спорты тѳрѳнә әйләнде.
Секциялар Белорет, Абҙаҡ, Шығай, Инйәр мәктәптәрендә алып барыла. Башҡа мәктәптәрҙә лә таратыу ѳсѳн физкультура уҡытыусыһының теләге булыуы мѳһим. Ғәҙәттә, физкультура уҡытыусыһы ниндәй спортты ярата, шул тѳрҙѳ генә үҫтереүе сер түгел бит.

► Эшҡыуарлыҡта ла, спортта ла бер юлы нисек ѳлгѳрәһегеҙ?
- Спорт күп ваҡыт ала тип әйтмәҫ инем, кѳнѳнә 2-3 сәғәт сарыф ителә.

► Киләсәккә ниндәй пландар ҡораһығыҙ?
- Спортсылар ярышҡа килгәндә ҡунаҡханаларға ҙур аҡса сарыф итмәһендәр ѳсѳн кѳрәш базаһын тѳҙѳү маҡсаты менән йәшәйем. Спортзал эргәһендә ҡунаҡхана тѳҙѳү тураһында хыялланам. Әле шул документтарҙы юллап йѳрѳйѳм. Ер алһам, үҙ иҫәбемә тѳҙѳйәсәкмен. Был социаль проект, уның менән килем алыу мѳмкин түгел, тик күптәр быны аңлап етмәй. Әгәр ҙә үҙебеҙҙең база булһа, беҙгә тағы ла ҡолас йәйеп шѳғѳлләнеү мѳмкинлеге тыуасаҡ. Махияновтар ғаиләһендәге биш бала ла спорт менән ныҡлап шѳғѳлләнә. Оло ҡыҙҙары Ләйсән ауыр атлетика буйынса Халыҡ-ара спорт мастеры, Рәсәйҙең йыйылма командаһы составында донъя чемпионаттарында ил намыҫын яҡлай. Ауыр атлетика менән шѳғѳлләнгән Сәжидә лә ошо тѳр буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры. Сандра менән Олимпия билбау кѳрәше һәм дзюдоны, ә Рудольф кѳрәште һайлаған. Уларҙың һәр береһе үҙ йәшенә ҡарата уңыштарға ирешкән һәм ҡуйған маҡсаттарын тормошҡа ашырыу ѳҫтѳндә эҙмә-эҙлекле эшләүҙәрен дауам итә. Ҡышҡы Олимпиада уйындары тамамланыуға бер йыл үтһә лә, спортсыларыбыҙ күрһәткән һѳҙѳмтә әле лә илен яратҡан һәр кемдә ғорурлыҡ хисе уята. Был еңеүҙәр йәш быуында уңыштарға ирешеүгә илһам, ынтылыш ѳҫтәне. Ошондай ыңғай күренештәр, еңеүҙәр ѳлгѳһѳндә балаларҙа яҡшыға, камиллыҡҡа ынтылыш тәрбиәләү үҙе үк уларҙа илһѳйәрлек тойғоларын тыуҙыра. Балалар үҫешһен, уңыштарға ирешһен ѳсѳн шарттар булдырырға тырышып торған Айҙар Махиянов кеүек илһѳйәрҙәрҙе етәкселек тә күтәреп алһын, ярҙам итһен ине. Шул саҡта ғына яҡшы һѳҙѳмтәләргә ирешергә мѳмкин.
Рәмилә МУСИНА.
Оставить комментарий