ДОНЪЯ ТОТҠАҺЫ -ҠАТЫН-ҠЫҘ

Ҡатын-ҡыҙ донъя тотҡаһы, тип бушҡа ғына әйтмәгәндәр. Хоҙай ҡатын-ҡыҙ иңенә яуаплылыҡты күп һалған: балалар үҫтереү, донъяны матур итеп тотоу, аш-һыуға маһир булыу, ғаилә ныҡлығын тәьмин итеү, барыһы ла ҡатын-ҡыҙ иңендә.

Бына әле, 17 йыл элек хозур тәбиғәтле Мәхмүт ауылына килен булып тѳшкән Учалы ҡыҙы Гѳлнур Рәүф ҡыҙы, иртән уянды ла, тѳпһѳҙ-ҡырыйһыҙ уйҙарына ирек бирҙе, эштәре лә күбәйеп киткән. Балаларын - Нәргизә, Айрат, Гүзәл һәм Радмилды уятып, ашатып уҡырға ебәрергә кәрәк, тормош иптәше, Мәхмүт мәктәбе директоры Сәлим Нурмѳхәмәт улы ла эшкә йыйына. Ә ситтә, Силәбеләге йән киҫәккәйҙәре - Руслан, Данил, Диана нисек кенә уҡып, эшләп йѳрѳйҙәр икән, уларҙың да хәлдәрен белешергә кәрәк, тип уйланы ла, эшкә тотоноп китте. Йорт мәшәҡәттәрен атҡарғас, Гѳлнур Асҡарова тѳп эше - Мәхмүт мәҙәниәт йортона ашыҡты. Байрамға әҙерләнәһе лә бар бит әле. Мәҙәниәт йорто директоры булып эшләүенә 10 йыл да булып киткән. Ошо арала ниндәй генә конкурс- фестивалдәрҙә ҡатнашманы Мәхмүт ауылы халҡы. Әйткәндәй, Асҡаровтар ҙа музыкаль ғаилә.

Бер генә мәҙәни сара ла уларһыҙ үтмәй. Сәлим Нурмѳхәмәт улы һыҙҙырып гармунда уйнаһа, ҡыҙҙар бейей, малайҙарҙың да үҙ һѳнәре бар. Улар 2010 йылда патронат ғаиләләр араһында үткәрелгән республика конкурсында еңеп сыҡты һәм “Иң яҡшы патронат ғаилә” исеменә лайыҡ булып, Президент премияһы алды. Бер нисә йыл элек Белорет телевидениеһы үткәргән “Быуындар бәйләнеше” конкурсында Асҡаровтар ғаиләһе гран-при яуланы.
- Әлбиттә, киләсәккә тѳбәлгән яҡты уй-ниәттәр менән йәшәргә тырышабыҙ. Иң мѳһиме - ғаилә нигеҙе ныҡлы булһын. Ғаилә - иғтибар, аңлау, йѳрәк кѳсѳ талап иткән мәңгелек ҡиммәт. Барыһы ла һәйбәт тип, бер генә кѳн менән туҡталып ҡалырға ярамай. Иртәгәһен яҡынса күҙаллап, алға пландар ҡуйып, тормошто мәғәнәлерәк, күркәмерәк итергә тырышырға кәрәк. Яҙмыш һәр ваҡыт һынау алдына ҡуя, ҡатмарлыҡтар килеп сығып тора.

Шуға ла дѳрѳҫ йүнәлеш алыр ѳсѳн яҡын кешеләреңдең һине аңлауы, терәк-таяныс булыуы оло әһәмиәткә эйә. Минең дә янымда терәк-таяныстарым, арҡаланыр яҡындарым күп. Тормош иптәшем менән бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлайбыҙ, донъяға икебеҙҙең да ҡарашыбыҙ бер. Ғаиләлә бер-береңде аңлау, хѳрмәт итеү тигән тѳшѳнсә булмаһа, тормош сиселмәҫтәй бер мәсьәлә булыр ине. Балаларға ла бәләкәйҙән ошо тѳшѳнсәләрҙе һеңдереп үҫтерәбеҙ. Дүрт бала тәрбиәләп кенә ҡалмай, патронатҡа ѳс бала алдыҡ. Диана, Гүзәл һәм Радмилды 5 йыл инде үҙ балаларыбыҙ кеүек тәрбиәләйбеҙ. Хәҙер Диана Силәбе педагогия университетының II курс студенты, Гүзәл сығарылыш класы уҡыусыһы, Радмил VIII класты тамамлай. Ҡыҙыбыҙ Нәргизә (IX класс уҡыусыһы), улдарыбыҙ Руслан, Данил, Айрат, туғандарыбыҙ уларҙы бер туғандай итеп ҡабул итте. Балаларыбыҙ бәләкәйҙән эш рәтен белеп үҫә, ҡул эштәренә, йыр-бейеүгә маһир. Ҡатын-ҡыҙ бәхете - ғаиләлә терәк, бер һүҙҙән булған яҡын кешеңдең барлығы, балаларың булыуында. Бәхетлемен! Ғаиләм ҙур, ҡыҙҙарым, улдарым бар. Тормош иптәшем менән икебеҙ ҙә ғаиләбеҙҙең ҙур булыуын теләнек. Әсә кешегә шунан башҡа ни кәрәк, - ти Гѳлнур Рәүф ҡыҙы.

Эйе, хаҡ һүҙҙәр. Ҡатын-ҡыҙға шунан башҡа нимә кәрәк... Балаларыңдың, яҡындарыңдың сәләмәт булыуы, тормош иптәшеңдең “һин” тип ѳҙѳлѳп тороуы, яратҡан эшең булыуы бер нәмәгә лә алыштырырлыҡ түгел.
Э. ХӘМЗИНА.
Оставить комментарий