Мәрхәмәтле Лариса

Һалҡын ҡышты артҡа сигендереп, ниһайәт, яҙ ҡояшы нурҙарын һибә башланы. Тормоштоң мәңгелеген, изгелеген, яҡтылығын дәлилләп, тәбиғәт яңырыу кисерә. Ошо мәлдә гүзәл заттарыбыҙ матур байрамын - 8 Март - Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар кѳнѳн билдәләй. Киләсәгем, халҡым, балаларым, тип йән атҡан, ныҡлы рухлы, сабыр йәнле, яратҡан эшенә, шѳғѳлѳнә тоғро ҡалған гүзәл заттарыбыҙ арабыҙҙа күп.

Улар ниндәй генә ѳлкәлә эшләмәһен, ниндәй генә һѳнәр эйәләре булмаһын, һәр ваҡыт ҡатын-ҡыҙ булып ҡала. Бѳгѳнгѳ геройыбыҙ ҙа тѳп эшенән башҡа, ул район- ара һалым инспекцияһында эшләй, хәҙерге заманға хас булған шѳғѳл һайлаған: Лариса Шумейко — ирекмән. Ә ирекмәндәр инде үҙ ирке менән, эскерһеҙ рәүештә файҙалы эш башҡарыусы. Үҙен аямай, һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер торған, йәмғиәтебеҙҙе сәләмәт итергә тырышҡан Лариса Леонидовна «Ѳмѳт» хайуандарҙы яҡлау йәмғиәте» тѳбәк ойошмаһы ирекмәне. «Ѳмѳт» ойошмаһы ҡалабыҙҙа хайуандар ѳсѳн асылған тәүге приют. Урамдарҙа, сүплектәрҙә, бигерәк тә ҡышҡы һалҡындарҙа йѳрѳгән хайуандарға тыныс ҡына ҡарай алмаған кешеләр йыйылыш үткәреп, приют асырға ҡарар итә. 30-лаған кеше теләк белдерһә лә, бер аҙҙан уларҙың бер нисәүһе генә уйына, теләгенә тоғро ҡала.

... Хайуандарҙың тоғролоғо тураһында фильмдар тѳшѳрѳлә, китаптар яҙыла. Дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙ-хайуандарҙың тоғролоғона күптән инде инандыҡ. Әммә был ғына етмәй.
Һәр хайуанға, бигерәк тә урамда ҡалғандарына, күңел йылыһы кәрәк. Хайуандың да, кешенеке кеүек, яҙмышы тѳрлѳ һәм ҡатмарлы. Эт-бесәйҙәр тѳрлѳ сәбәптәр арҡаһында яңғыҙ ҡала.

- «Ѳмѳт» хайуандарҙы яҡлау йәмғиәте» тѳбәк ойошмаһы 2013 йылда барлыҡҡа килде, - ти Лариса Шумейко.

-Урамдарҙа йѳрѳгән, автомобиль аҫтына ҡалып зәғифләнгән берәҙәк хайуандарҙың йылдан-йыл арта
барыуын күреп йѳрѳп, приют асырға ҡарар иттек. Тыныс ҡына ҡарап булмай шул. Әлеге ваҡытта беҙҙә 50-ләп бесәй һәм 50- ләп эт иҫәпләнә. Был һан кѳндән-кѳн үҙгәреп тора, әлбиттә. Йорт хайуандарын килтереп торалар, үҙҙәренә алғандар ҙа бар. Күберәк осраҡта инә кѳсѳктәр береһенә лә кәрәкмәй. Кѳн-тѳн тип ҡарап тормай, кәрәкмәй икән килтереп приют алдына ырғытып китәләр. Яңыраҡ машина аҫтына ҡалған 2 берәҙәк этте алып килдек. Тѳрлѳ сәбәптәр менән йорт хайуандарынан баш тартыусылар бар: берәүҙәрҙең, бәләкәй балалары үҫә, икенселәрҙең - аллергия.

Эт-бесәйҙе лә үҙ балаң кеүек ҡарарға, сирлеләрен дауаларға кәрәк. Мәҫәлән, паралич һуҡҡан этте Магнитогорск ҡалаһына алып барып, шешен алдырттыҡ. Ветеринар клиникаларға йыш ҡына мѳрәжәғәт итергә тура килә. Аҙыҡ-түлекте ҡалабыҙҙың ҡайһы бер гипермаркеттары, магазиндары ташый. Интернет аша кәрәк-яраҡтарҙы табып, һатып алабыҙ. Бинала ремонт эшләттек, хайуандарыбыҙ таҙала, йылыла тора. Шулай ҙа беҙ элекке хужаларын алыштыра алмайбыҙ шул. Лариса Леонидовна үҙенең ике ҡатлы йортонда ла йорт хайуандарын тота: бер нисә бесәйе һәм эте бар. Тормош иптәше, ҡыҙы ла хайуандарҙы ярата. Шуға ла яҡындары Лариса Леонидовнаның эт йәки бесәйҙе алып ҡайтыуына ѳйрәнеп бѳткән. Дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙҙың яҙмышына тыныс ҡарай алмаған Лариса Шумейко үҙе кеүек ирекмәндәрҙең күберәк булыуын теләй. Мохтаж хайуандарға битараф булмайыҡ. Уларҙың да ғүмере бер генә...
Э. ХӘМЗИНА.
Оставить комментарий