Бәхет тәме

Ғаиләһен, тыуып үҫкән ауылы - Үткәлен, ауылдаштарын ярата Фәрзәнә. Бала сағы, үҫмерлек осоро тормоштоң сөсөһөнә ҡарағанда әсеһен күберәк татыған әсәкәйенә - Сафия инәй мәрхүмәгә донъя көтөшөргә ярҙамлашып үтһә лә, хәҙер ул нәҡ шул мәлдәрҙе
һағынып иҫләй.

Бик иртә вафат булған атаһынан ике йәш ярымда ғына ҡала Фәрзәнә.
Апайы Ғәшүрә менән бик дуҫ, татыу үҫәләр. Апаһы педагогия институтының сит телдәр факультетын тамамлап, ҡулына диплом ала һәм Өфөлә ҡала.
Уҡытыусыһы Инсаф Канафин Фәрзәнәгә: ”Белемгә ынтылышың шул тиклем көслө, уҡы артабан, ауылда ҡалма», - тип кәңәш бирә. Әммә әсәһенә яҡыныраҡ булайым, тигән ниәттә урта белемле ҡыҙ 36-сы һөнәрселек училищеһына уҡырға инә. Училищены тамамлағас, Фәрзәнә оҙаҡ уйлап тормай, металлургия техникумына киске уҡыуға инә һәм тимер-бетон изделиелар эшләү цехында эшкә урынлашырға ҡарар итә. «Ә ниңә уҡып та, эшләп тә булмаһын?» - тип сәмләндерә ҡыҙ үҙен. Хәҙер бит ул әсәһе өсөн яуаплы, үҙ тормошон ҡороу тураһында ла уйларға ваҡыт. Нәҡ шул йылдарҙа яҙмышы уны буласаҡ тормош иптәше - Ришаты менән осраштыра.

Ул Белоретҡа «Стан-150» цехы төҙөлөшөнә Стәрлетамаҡтан ко- мандировкаға килә. Оҙаҡ та үтмәй ике йәш йөрәк бергә тибә башлай. Ҙурҙан ҡупмайынса ғына туй үткәрәләр. Никах йортонан йәштәрҙе өлкән дуҫтары — Сания апайы ире Мөхәмәт ағай менән үҙ машиналарында өйҙәренә алып ҡайта. Күп йылдар «Урал» гәзите редакцияһында корректор булып эшләгән Сания апай менән Фәрзәнә дауаханала, хирургия бүлегендә ятҡанда таныша. Яр-ҙамсыл, үҙен аямай кеше хәленә инергә атлығып торған ҡыҙҙы Сания апай үҙ ҡыҙылай күреп яратырға өлгөрә. Шунан ары улар шатлыҡта ла, ҡайғыла ла бергәләр. Фәрзәнәгә ҡаты ауырыуҙан бик иртә вафат булған Ғәшүрә апайын, йыл тигәндә ҡәҙерле әсәһен ерләргә тура килә. Йығылыр хәлгә етһә лә, эшен ташламай ул. Станогы артында туйғансы илаһа ла, көлөп-йылмайып әсә- һенә, унан балаларына ҡайта, ике донъяны ла алып барырға үҙендә көс таба йәш ҡатын. Был ваҡытта тормош иптәше Учалыға командировкаға йөрөп эшләй. Көслө рухлылар был донъяла юғалып ҡалмай, тиҙәр. Фәрзәнә Сәмсетдин ҡыҙы менән Ришат Фәтих улы Хәйбуллиндар икеһе лә нәҡ шундай заттан. Бигерәк тә Фәрзәнәнең тәүәккәллеге, тормошто яратыуы һоҡландыра. Әллә күпме кәртәләрҙе еңеп, әсәһенең васыятын бойомға ашыра улар. Бынан 17 йыл элек атай йорто нигеҙенә өй һалырға ниәт итеп ҡайталар. Тик... өйлөк ағас ала алмай интегәләр, сөнки ирен «ят бауыр» тип ҡараусылар табыла. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, эшкә маһирлығы менән абруй яулаға Ришат Фәтих улы Учалынан яңы төҙөлөш материалы һаналған брус алып ҡайтып бушата. “Бер инәй, Ришат төнөн тимер юлдың шпалдарын алып ҡайтып бушатты, хәҙер поездар йөрөмәҫ микән, тип ҡайғырған”, - тип, көләмәс итеп һөйләп ала улар. Көләмәс тиһәң дә, янып-көйөп йөрөгәндәрендә көлкө булмағандыр... Кәртә эсе- нә өй һалып инәләр, бығаса тимер-томорға, техникаға оҫта тормош иптәше балта-бысҡыға тотона. Бөгөн иһә балта оҫтаһы Ришат Хәйбуллин семәрләп тәҙрә ҡапҡастары, ишек яҡтары, ишектәр яһай, фотоға, видеоға төшөрөргә лә ваҡыт таба, кәртә тулы мал-тыуар тоталар.

Ошо ваҡиғалар уртаһында төп урынды уларҙың йәндәй күргән балалары алып тора.
- Һаулыҡ теләйем барыбыҙға ла, бөтә кешеләргә лә, - ти Фәрзәнә Сәмсетдин ҡыҙы. - Ғәшүрә апайым 42 йәшендә генә ҡаты сирҙән вафат булды. Өс балаһы тороп ҡалды. Уның ауырыуын ишетеп үҙем аяҡтан йығылдым, «тиҙ ярҙам» менән алып киткәндәр. Минең ҡулда ла өс бала. Әсәй яңғыҙы күпме интекте. Йәйҙәрен көртмәле, еләк йыйып һатып, апайыма юғары белем алырға бѳтә кѳсѳн, һаулығын һалды. Ыҙалар сигеп һыйырға бесән эшләп алыр инек. Ярай ҙа, Зәлифә инәй, Рысйән ағай кеүек изге йәнле кешеләр ярҙам итте. Шуға ла үҙемдең ышаныслы тормош иптәшем булыуын теләй торғайным , - ти Фәрзәнә.
Тормош тормош булмаҫ ине, бер йөйө лә булмаһа. Ғаиләлә генә булып бөтә торған ауырлыҡтарҙан, хаталарҙан улар ҙа ситтә ҡалмай. Ни эшләйһең, бер кем дә фәрештә түгел, ә йылдар үтеү менән йорт хужаһының ҡатынының йәнтәслимгә тырышыуын аңлауы, балаларының киләсәген уйлауы, ейәнсәре алдында абруйлы олатай булып ҡалыуҙы һайлауы маҡтауға лайыҡ.
Өлкән улдары Айрат килендәре Альбина менән Алина исемле ҡыҙ үҫтерә. Алина Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында VII класта белем ала, олатай-өләсәһенә ҡайтырға атлығып тора. Ҡыҙҙары Регина Илнур кейәүҙәре менән Белоретта йәшәй, эшләйҙәр, матур итеп өй һалалар. Уларға ла ярҙам итәләр. Регина ла, әсәһенә оҡшап, ҡул эштәренә оҫта, бешеренә, матур итеп һалған ѳйҙәрен биҙәргә, әсәһенә баҡса үҫтерешергә атлығып тора. Өсөнсө балалары Ринат юғары белем алған, эшләй. Өс балаға ла белем биреп, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫтырған Хәйбуллиндар. Тәүге балаһынан һуң тыуған ҡыҙы ике генә йәштә баҡыйлыҡҡа күскәс, йәш әсә Аллаһы Тәғәләнән ялбарып ҡыҙ бала һорай. Регинаһының тыуыуы бала ҡайғыһы күргән атай-әсәйгә оло бер мөғжизә кеүек ҡабул ителә. Ҡыҙы - иң яҡын әхирәте лә бөгөн. Ағинәйҙәр ҡоро ойошторолғас, ихласлап шунда йөрөй башлай Фәрзәнә Сәмсетдин ҡыҙы. Был хаҡта уның әйтер һүҙе лә бар.

- Донъяға тыуған һәр кем төрлө һынауҙар аша үтеп сыныға. Шулай булырға тейештер ҙә, сөнки яманлыҡты белмәһәң, яҡшының ҡәҙере булмай, ҡайғы күрмәгән бәхетте ҡәҙерләмәй, юҡлыҡты татымаған муллыҡты әрәм-шәрәм итә. Ауылдарҙа ағинәйҙәр ҡоро менән аҡһаҡалдар ҡоро ла булһын ине. Беҙҙең ауылда бик әүҙем, эшлекле хужалар, хужабикәләр күп. Ауыл өйөнә уңайлыҡтар менән рәттән әсәй-өләсәйҙәребеҙҙән ҡалған ҡул эштәрен яңыртып биҙәү оҡшай. Ағинәйҙәр үҙҙәре белгән шөғөлдө бер-береһенә ѳйрәтә, сәйгә йѳрѳшәбеҙ, Шығайға йѳрѳп ғәрәпсә уҡырға-яҙырға ѳйрәнә башланыҡ, - ти Фәрзәнә Хәйбуллина. Фәрзәнә Сәмсетдин ҡыҙының ҡулынан килмәгән эш юҡтыр. Заманында ирҙәр менән бер ҡатарҙан ат йүгәнләп яуға сапҡан башҡорт ҡатындарына хас тәүәккәллеге лә, тегеү-сигеү, бәйләү эштәренә, бешеренеүгә оҫталығы ла, кеше хәленә керә белеүе, тоғро ҡатын, яҡшы, хәстәрлекле әсәй, тотанаҡлы, ихтирамлы ҡәйнә, һөйөклө өләсәй булыуы уға ҡарата ҙур ихтирам тойғоһо уята.

Күңел һәм беләк көсөн йәлләмәгәндәр, зиһенен һәм рухын туҡтауһыҙ үҫтергәндәр генә бәхеттең тәмендә бал да, әрем дә булыуын бик яҡшы белә. Шуға ла яулап алынған бәхет тип аталалыр ул...
З. АБЗАЛОВА.
Оставить комментарий