Хеҙмәт юлы лайыҡлы!

«Уҡытыусы» һүҙе ябай ғына яңғыраһа ла, был исемде йѳрѳткән кеше иңенә ҙур һәм изге бурыс йѳкмәтелгән. Ул бала күңеленә юл таба, аң-белем бирә, юғары әхлаҡлылыҡ тәрбиәләй, кеше һәм шәхес итә. Уҡытыусы - тормош ҡуйған мѳһим һорауҙарға яуап тоторға ярҙам итеүсе остаз да. Һүҙем ошо яуаплы һѳнәр эйәһе, 36 йыл буйы уҡытыусы исемен лайыҡлы йѳрѳткән Инйәрҙең 2-се мәктәбенең тарих уҡытыусыһы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Зәкиә Сабит ҡыҙы ДИНИСЛАМОВА хаҡында булыр.

Ул Уҫманғәле ауылында тыуып үҫә. Бәләкәйҙән тырыш, зирәк бала була. Мәктәптә уҡығанда уҡытыусыларына ҡарата ихтирам, һоҡланыу тойғоһо уның күңелендә ошо һѳнәргә һѳйѳү уята. Ысынлап та, элек, хатта совет заманында, тип әйтһәк тә дѳрѳҫ булыр, уҡыусылар ғына түгел, ә уларҙың ата-әсәләре ѳсѳн дә уҡытыусы иң хѳрмәтле, абруйлы кеше була торғайны бит. Шуғалыр ҙа шул осор балалары күбеһенсә уҡытыусы һѳнәрен һайларға тырышҡандыр, моғайын. Зәкиә Динисламова ҡайҙа барһа ла, шунда уҡырға инеп китерҙәй һәләтле ҡыҙ була. Ул йыр-бейеүгә маһирлығы, яҡшы уҡыуы, зирәклеге менән һәр саҡ алдыра. Әммә үҫеп буй еткәс, бәләкәйҙән ғашиҡ һѳнәрен һайлай, Белорет педучилищеһына уҡырға инә. Уҡыу йортон уңышлы тамамлағас, йәш ҡыҙҙы Арышпар ауылы мәктәбенә башланғыс кластар уҡытыусыһы итеп ебәрәләр.

«Хыялым тормошҡа ашты: мин — уҡытыусы. Парта артында миңә һынап та, яратып та, ҡыҙыҡһынып та ҡараған балалар. Улар бит беҙҙең киләсәк. Ниндәй булыр ул? Уҡытыусы булғас ҡына минең яҙмышым илем, телем, халҡым яҙмышы менән бер тамырға барып тоташҡанын һәм үҙ көнөм өсөн генә түгел, халҡым киләсәгенә лә яуаплы икәнемде аңланым. Күңелемде, йѳрәгемде ошо эшкә бағышланым. Уҡытыуҙан тыш, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаштым, комсомол ойошмаһын етәкләнем. 2 йыл эшләгәс, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына ситтән тороп уҡырға индем. Шул мәлдәрҙә буласаҡ тормош иптәшем Сәлимйәнде осраттым. Уның менән ғаилә ҡороп ебәргәс, оҙаҡламай Инйәр ҡасабаһына күсеп киттек”, - тип хәтирәләргә бирелде Зәкиә Сабит ҡыҙы.

Ул Инйәрҙең 1-се мәктәбендә уҡытыусылыҡ эшен дауам итә. Бер-бер артлы ҡыҙы һәм улы донъяға килә. Иптәше Сәлимйән Мѳхәмәт улы Инйәр тимер юлында контакт селтәрҙәре дистанцияһының начальнигы булып эшләй. 1992 йылда башҡорт мәктәбе асылғас, унда эшкә күсә. 6 йыл ойоштороусы һәм кластан тыш эштәр буйынса директор урынбаҫары була. 1998 йылдан тарих уҡытыусыһы.

- Йылдар үтеп күберәк тәжрибә туплаған һайын, уҡытыусы һөнәренең ҡөҙрәтле көсөнә инанам. Уҡытыусы булып эшләй башлауыма теүәл 36 йыл ваҡыт үтеп тә киткән. Уҡытҡан ҡайһы бер уҡыусыларымдың хәҙер күптәре үҙҙәре лә уҡытыусы. Килеп хәлемде белешеп, кәңәш һорап киткеләйҙәр. Ошо үҙе ҙур ҡыуаныс бирә.

Уҡыусыларҙың һөйөүен тойоу уҡытыусыны ҡанатландыра. Һәр уҡыусыны булдыҡлылыҡҡа, әүҙемлеккә өйрәтеү, кәрәк урында хуплау, ҡыҙыҡһыныуын үҫтереү - педагогик хеҙмәтемдең мөһим бурысы. Мәктәптең крайҙы ѳйрәнеү музейын алып барам. Уҡыусылар менән фәнни- тикшереү, эҙләнеү эштәре ѳҫтѳндә эшләйбеҙ. Был яратып башҡарған шѳғѳлдәремдең береһе. Уҡыусыларым менән фәнни-тикшеренеү эштәре буйынса район, республика, хатта Рәсәй һәм халыҡ-ара (ситтән тороп) кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашабыҙ.

Белем биреүҙә төп күрһәткес — һөҙөмтә. Уҡыусыларҙың белем кимәле, юғары уҡыу йорттарына инеү, олимпиадала һәм конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулауы — ижади хеҙмәтемдең төп һөҙөмтәһе. Уҡыусыларым ихлас күңелдән эҙләнеү эше менән шөғөлләнә икән, тимәк, бала күңелендә "осҡон” то- ҡандырғанмын. Уҡытыусы оҫталығы — үҙ һөнәрен үҫтереү өҫтөндә өҙлөкһөҙ эҙләнеүендә, башҡаларҙы ҡабыҙыуҙа бит. Һуңғы йылдарҙа сығарылыш уҡыусыларын Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләү менән мәшғүлмен. Аллаға шѳкѳр, уҡыусыларым йыл да БДИ буйынса яҡшы һѳҙѳмтәләргә ѳлгәшә. Бѳгѳнгѳ кѳндә юғары уҡыу йорттарында белем алған элекке уҡыусыларыма диплом, диссертация яҙғанда музей материалдары, экспонаттары менән ярҙам итеп торам. Ғѳмүмән, тормошомдоң девизы: кѳн һайын ниндәйҙер файҙалы эш башҡарыу. Кѳн дә йоҡларға ятҡас, бѳгѳн ниндәй файҙалы эштәр башҡарҙым һуң, тип һәр кѳнѳмдѳ күҙ уңынан үткәреп, үҙемә һығымта яһайым, - ти Зәкиә Динисламова. Ысынлап та, хеҙмәтеңдең емешен татыу, уңышҡа өлгәшеү өсөн уҡытыусы үҙе ниндәйҙер кимәлдә артист та, эҙләнеүсе лә, психолог та булырға тейеш. Ә бына Зәкиә Сабит ҡыҙы тап шундай кеше лә инде. Ул йәштән уҡ мәктәптә үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнаша, үҙе моңло итеп йырлай ҙа, оҫта бейей ҙә. Һәр саҡ асыҡ йѳҙлѳ, дәртле, ярҙамсыл Зәкиә Сабит ҡыҙы коллективта абруйлы уҡытыусы. Ул белем биреүҙән тыш, уҡыусылары ѳсѳн фекерҙәш тә, кәңәшсе лә.

Дөрөҫ, һуңғы ваҡытта мәғариф системаһы бик күп үҙгәрештәр кисерҙе - яңы программалар ҡабул ителде, инновацион проекттар тормошҡа ашырыла, уҡытыусыларға, уҡыусыларға талаптар артты, һынауҙар өҫтәлде. Ә Зәкиә Динисламова һәр яңылыҡты тиҙ арала үҙләштереп, был йүнәлештәрҙә ул әле лә яңырыу, камиллашыу юлында. 2013 йылда баш ҡалала үткәрелгән уҡытыусыларҙың Бѳтә Рәсәй фәнни-практик конференцияһында ҡатнаша. Шулай уҡ тѳрлѳ семинарҙарға йѳрѳүен дауам итә. Уҡыусыларын Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләү ѳҫтѳндә ныҡлы эшләй. Һәр саҡ оптимистик рухта йәшәгән, алдынғы ҡарашлы Зәкиә Сабит ҡыҙы егәрле хужабикә лә, балаларын матур итеп тәрбиәләп үҫтергән үрнәк әсә лә, һѳйѳлѳп-һѳйѳп йәшәгән ҡатын да.

Уның хеҙмәт һәм тормош юлын барлап сыҡҡас, уҡытыусыға йѳкмәтелгән белемле, кешелекле, үҙ һөнәрен, йәмғиәттә үҙ урынын таба белгән граждан тәрбиәләү бурысын ул лайыҡлы үтәне, тип бер ҙә икеләнмәйенсә әйтергә була.
Нурия ШӘРИПОВА.
Оставить комментарий